[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Нимә эшләргә? | Новости |
Табиптар ризыҡта булмаған файҙалы элементтарҙы витаминдарҙан һәм минераль компоненттарҙан алырға кәңәш итә. – Витаминдарҙы яҙ ғына ҡабул итергә кәрәк, тип аңларға ярамай. Уларҙы миҙгел алмашынған һайын ашау талап ителә, – ти Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы терапевы Мөнирә Рәғип ҡыҙы Фәйзуллина. Табиптың фекеренсә, айырыуса ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәргә, дөрөҫ туҡланмаусыларға мотлаҡ рәүештә А, С, Е, К, Р витаминдарын, селенды даими ҡабул итергә кәрәк. Һанап үтелгән элементтар антиоксидант системаһы составына инә һәм күҙәнәктәрҙе агрессив молекулаларҙан һаҡлай. Бына ни өсөн табиптар эпидемия ваҡытында, антибиотиктар менән дауаланғандан һуң витаминдар ашарға кәңәш итә икән. Стресс кисергәндән һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ла ярҙам итә улар. Мәҫәлән,витамины күҙҙәр өсөн ныҡ әһәмиәтле. Уның етешмәүе күҙҙәрҙә шунда уҡ сағыла. Кеше туҡтауһыҙ күҙҙәрен ышҡый башлай. Күҙ йәҙрәләрендә төйөрҙәр барлыҡҡа килә. Тирелә лә А витаминына ҡытлыҡ күренә, ул ҡорой, һыҙырыла, бәләкәй генә һытҡылар хасил була. Балаға А витамины етмәгән осраҡта үҫеше тотҡарлана, кәүҙә ауырлығы артмай, буйға үҫмәй, нервы системаһы эшмәкәрлеге боҙола. А витамины шулай уҡ иммунитетҡа ла йоғонто яһай, ул етешмәһә, кеше йыш ауырый.төркөмө витамины кәйефкә йоғонто яһай, аппетит юғала. Ауыҙ ҡыуышлығы боҙола, ирен сите йыртыла, кәүҙә ауырлығы кәмей. Кешенең физик әүҙемлеге түбәнәйә.витамины етмәһә, тән тиҙ генә күгәрә, теш ҡаҙнаһы ҡанай. Ауыҙ ҡыуышлығы, енси органдар үҙенең структураһын юғалта, күҙҙәр насарая. Кеше хәлһеҙлек тоя. витаминына айырыуса балалар ҡытлыҡ кисерә. Уларҙа рахит үҫешә, бала ныҡ тирләй, һөйәктәре яңылыш үҫешә, тештәре насар сыға. Бындай балалар хәлһеҙ, яй була. Ололарҙа Д витамины етешмәһә, тештәр иртә боҙола, һөйәктәре тиҙ һына. Шулай уҡ артериаль гипертензия барлыҡҡа килә. витамины енси органдар эшмәкәрлегендә әһәмиәтле роль уйнай. Бынан тыш, ул етмәһә, организмда май күҙәнәктәре барлыҡҡа килә. аш һеңдереү эшмәкәрлегенә йоғонто яһай. Был витаминға ҡытлыҡ булғанда аҙыҡтың тәмен тойоу һәләте юғала, ауыҙ ҡорой, күңел болғана, эс ҡата. Авитаминозды аҙҙырғанда быуындар тотмай, тире ҡыҙара, йөҙҙә һәм ҡулдарҙа ҡарағусҡыл ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килә. Тире һығылмалылығын юғалта. витамины ҡан өсөн файҙалы. Һөйәкте кальций менән байытыуҙа ҙур роль уйнай.
«Йәшлек» гәзитенен сайтынан. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[22 марта 2010] | Просмотров: 45 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}