Новости | ||
Өфө халҡы трамвай менән троллейбусҡа өҫтөнлөк бирә башлаған. Һандар менән сағыштырып ҡарағанда, бер социаль автобус былтыр 167 мең пассажир ташыһа, трамвайҙа – 376 мең, троллейбуста 266 мең кеше йөрөгән. Бында транспорт картаһы менән йөрөү хаҡтарының уңайлы булыуы ла ҙур роль уйнай, ул арзаныраҡ та. Санкт-Петербургта үҫмерҙәр араһында үткән тай боксы буйынса Рәсәй чемпионатында яҡташыбыҙ Светлана Усманова (Өфөнөң 24-се үҫмерҙәр спорт мәктәбе) 1-се урынды яуланы. Ул май аҙағында буласаҡ Европа чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Далер Мирзоев (Өфө) менән Ринат Ғөбәйҙуллин (Сибай) бронза миҙалға лайыҡ булды.
«Яңы ҡараш» тип аталған бөтә Рәсәй социаль реклама конкурсы башланды. Был сара 14 – 30 йәшлектәргә иҫәпләнгән һәм төбәк этабы 1 майҙан 20 июнгә тиклем уҙғарыла. Темалары шаҡтай бай: Еңеүҙең 65 йыллығына арналған махсус номинация, уҡытыусы, әрме, халыҡтар дуҫлығы, ғаилә, эшҡыуарлыҡ темалары, кире күренештәргә ҡаршы көрәш һ.б. (тулыраҡ мәғлүмәт www. konkurs . mirmolodezhi . ru сайтында).
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[30 апреля 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}