Новости » Слово автору | ||
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНАБӨКӨ
Хикәйә Нурия йәйге йылы бер иртәлә эшкә барырға сыҡты. Күптән түгел генә филология факультетын тамамлап, редакцияла яңы эш башлаған йәш һылыу ҡыҙ күтәренке кәйеф менән автобусҡа инеп ултырҙы. Үкенескә ҡаршы, кәйефенең күтәренкелеге оҙаҡҡа барманы. Автобус ҡуҙғалып китеп бер аҙ барғас та туҡталып ҡалды. Салондағы халыҡты борсола тцөштө. Нурия ла сәғәтенә күҙ һалды. Оҙаҡламай салондағылар кеҫә телефондарынан шылтырата башланы. Кешеләрҙең һөйләшеүенә оҙаҡ ҡына ҡолаҡ һалып ултырғандан һуң Нурия йәнә сәғәтенә күҙ һалды. Эш башланыуына ярты сәғәт кенә ваҡыты ҡалған, ә алда күпме машина тора. Эх, шулай уҡ ул да һуңлар микән ни?.. Шулай килеп сыҡты ла: Нурия эшенә егерме минутҡа һуңға ҡалып килеп инде. Өҫтәле артына ултырып өлгөрмәне, эске телефондан хужа:– Хәҙер үк минең кабинетҡа инегеҙ! – тип, ҡәтғи тауыш менән үҙенә саҡырып алды. Был саҡ ҡыҙҙың арҡаһына һалҡын тир бәреп сыҡты.– Үтеп ултырығыҙ, – тине, Миң Миневич алдында ятҡан ҡағыҙҙарынан ҡарашын алмай ғына. Ҡыҙ буш ултырғысҡа үтеп ултырҙы. Эш башлағандан алып уның хужаһы менән былай яҡындан һөйләшеү беренсе тапҡыр ине. Етәксе һүҙен ҡыҫҡа тотто: – Яңылышмаһам, әле яңы ғына эш башланығыҙ? – тине ул, һәр һүҙенә тәрән мәғәнә һалырға тырышып.– Эйе!– Ә ниңә бөгөн эшкә һуңлап килдегеҙ!– Мин ни… теге ней… –Ҡыҙ ҡапыл ғына юғалып ҡалды.– Ана, ҡағыҙ, ручка аңлатма яҙығыҙ!..«Һупайлынан сыҡҡанда юлда ҙур бөкө булыу сәбәпле эшкә һуңланым, башҡа ҡабатланмаҫ» – тигән, аңлатма яҙып, хужаһының алдына һалды ла ҡыҙ сығып китте. «Бөкө, бөкө…» Нимә була һуң әле ул тип баш ватты Миң Миневич. Эргәһендә күптән асылмай, туҙанға батып ятҡан һүҙлектәр ҙә ярҙам итмәне. Шулай ярты сәғәт тирәһе маташҡандан һуң:– Иң һуңғы сыҡҡан башҡортса-русса һүҙлекте алып миңә инегеҙ әле, – тип урынбаҫарына шылтыратты.Бер аҙҙан Гөл Ниловна күренде. Хужа:– Ҡара әле, Гөл, «Бөкө» нимә тигәнде аңлата ул? – тип һораны.Бер аҙ уйланып торғандан һуң Гөл, уңайһыҙланыуынан бармаҡ осо менән ауыҙын ҡаплап:– Бәй, был оятһыҙ һүҙ ҙә ул. Миң Миневич, ул һеҙгә нимәгә кәрәк булды? – тине эстән генә көлөп.– Шулайҙыр тип уйлаған инем дә!.. Үәт, һин аны, молокосос!.. Әле эшкә инеп, йүнле эш күрһәтмәгән, ә нисек тип кенә һөйләшә! Күрһәтермен мин һиңә бөкөнө, башҡа боролоп та ҡарайһың килмәҫ бөкөгә! – тип ҡыҙып китте ул. Шунан, үҙен тиҙ генә ҡулға алып, тирә-йүненә күҙ ташланы, йәнәһе, сит кеше ишетмәнеме… Бәхеттәренә артыҡ ҡолаҡтар күренмәне. Хужа:– Ике һантый, һүҙлек ҡарап ултырған булабыҙ. Бында ҡайҙан булһын ул тоҙһоҙ һүҙ, – тип, ихлас көлөшөп тә алдылар, икеһендә лә бер йылда нәшер ителгән һүҙлек икәненә лә иғтибар итмәй.Урынбаҫар, Нурияны йәнә редактор янына саҡырып, үҙ бүлмәһенә йүнәлде.Ҡыҙ килеп ингәс Миң Миневич урынынан тороп уҡ баҫты.– Алтмыш йәшкә еткәнсә әле бер кемдән дә мине, һин «Шул» тип, битемә бәреп әйткәнен ишетмәнем. Хотя кем белә, бәлким, минең йәшемә еткәндә ысынлап та шул һин яҙған нәмәгә оҡшай башлайһыңдыр… Ә һин, ауыҙыңдан имсәк һөтө лә кипмәгән ҡыҙ, мине, оло кешене, мыҫҡыл итеп… Уйламаған инем… тәү ҡарашҡа итәғәтле генә кеүекһең! Ҡыҫҡаһы… – тип йәнә ҡыҙып китте.– Миң Миневич, ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе аңламайым! – тине ҡыҙ, борсолоп. – Аңлатығыҙ!– Лучше үҙең аңлат, нимә тигән һүҙ ул «Бөкө»?!. Ҡыҙ аптырау ҡатыш:– Ул һүҙ рус телендә юлдағы пробканы аңлата.–Пробканы?!. Юлдағы пробканы?.. Һы..Ышанмаһағыҙ һүҙлектән ҡарағыҙ!– Ҡараныҡ инде, унда юҡ ул һүҙ…–Һеҙҙең был иҫке һүҙлек бит, ә миндәге өр яңыһында бар. Хәйер , ул һүҙлек һеҙҙең үҙегеҙҙә лә бар, – тип Нурия китап шкафындағы ҡалын китапты алып күрһәтте.– Ярар, бар, эшең менән бул! – тип ҡырыҫ хужа ҡыҙҙы бүмәһенән сығарып ебәрҙе. Китаптарының бөкөләге машиналар кеүек тығылып, өйөлөп ятыуына күҙ һалып: «Шкафымды, башымдағы уйҙарымды тәртипкә килтерергә ваҡыттыр» тигән уй менән шкаф ишеген асҡан ине, телефоны шылтыраны. Уны кәңәшмәгә саҡырҙылар. Бөкөгә эләгеп ҡуймайым тип, хужа урамдағы машинаһына ашыҡты.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 апреля 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}