Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Башҡорт йәштәре лидерҙарының берләшеүе өсөн намыҫлылыҡ кәрәк » Главные сайты Башкортостана

bash-portal.ru 10.07.2010 1 min read

120-1671177 ban_mag-6051864 mini_1087-7356539 yeshlek_120-6293232

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Башҡорт йәштәре лидерҙарының берләшеүе өсөн намыҫлылыҡ кәрәк Новости » Политика
I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы күптән үтте, әммә башҡорт йәштәре ойошмалары араһында унда үткән ваҡиғалар тураһындағы бәхәстәр әлегә тиклем тынмай.Ярһыу бәхәстәрҙең төп темаһы булып ҡоролтай делегаттарының бер өлөшө, ҡайһы бер ойоштороусыларҙың үҙ тотоштарына ҡарата протест белдереп, залды ташлап китеүҙәрендә тора. Залды ташлап китеүсе делегаттар араһында күбеһенсә “Күк бүре” башҡорт йәмғиәте хәрәкәте ағзалары була. Уларға, протест белдереүселәрҙең саҡырыуына әйәреп, залдағы бер нисә кеше ҡушыла.I Башҡорт йәштәре ҡоролтайының ҡалған делегаттары араһында был күренеш төрлө фекер тыуҙыра. Ҡоролтай президиумына үҙ лидерҙарының да булыуын талап итеүсе, аҙаҡ килеп залды ташлап китеүсе “Күк бүре” активистарының был ҡылынышы залда ултырыусы йәштәрҙең күбеһендә кире фекер тыуҙыра. Үкенескә ҡаршы, протест белдереүселәрҙең мотивтарын күпселек делегаттар аңлап етмәй һәм тауыш күтәреүселәрҙе махсус рәүештә йыйынды боҙа тип аңланы.Әммә ысында, “Күк бүре” йәштәре был протест менән ББҠ Башҡарма комитеты эргәһендәге Йәштәр советы ағзаларының намыҫһыҙлығына һәм битарафлығына ҡаршы сығыуҙарын белдерәләр.I Башҡорт йәштәре ҡоролтайына тиклем үк, 27 май көнө, Йәштәр советы ултырышында, был сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусы бөтөн йәмғиәт хәрәкәттәренең вәкилдәре эш органдарының составы (президиум, секретариат, редакция һәм һанау комиссиялары) хаҡында килешәләр. Атап үтелгән органдарға бөтә ойошмалараҙың да тиерлек вәкилдәре индерелә. Был инде Йәштәр ҡоролтайын үткәреүгә һәр береһен ҡатнаштырыу маҡсатында эшләнелә.Президиум составы бындай башҡорт сараларында төп әхлаҡи-психологик әһәмиәткә эйә. Өҫтәл башында башҡорт йәмғиәтенең иң хәбәрҙар һәм мәртәбәле вәкилдәре йыйылыуы – борондан килгән ғәҙәт. Үҙ лидерҙарын күрергә теләгән залдағы һәр бер делегаттың иғтибары ошо өҫтәлгә төбөлә лә инде. Тәүге I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы президиумы ағзалары исемлеге составында Азат Сәлмәнов, Тимур Мохтаров, Фәнзил Әхмәтшин, Фәүзил Маликов, Тимур Лоҡманов, Тимур Сәфиуллин һәм Рәмил Рәхмәтов кеүек йәш башҡорттар була. Көрәш һәм компромистар емеше булған был состав Йәштәр Советы һәм ББҠ Башҡарма комитеты тарафынан күп тапҡыр тикшерелә һәм раҫлана. Әммә I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы көндө алып барыусы Фәнзил Әхмәтшинға, ниндәйҙер башҡа кешеләр тарафынан, был сараны үткәреү буйынса фекер алышыуҙарҙа бөтөнләй ҡатнашмаған, президиумдың һәм бүтән эш органдарының бөтөнләй икенсе составын раҫларға тәҡдим яһала. Был тәҡдим ителгән составтың беренсеһенән айырмаһы шунда була: бөтөн эш органдары исемлегенән “Күк бүре” башҡорт йәштәре ойошмаһы һәм “Туған тел” клубы делегаттары, шулай уҡ президиум исемлегендәге А.Сәлмәнов һәм Т. Мохтаров кандидатуралары алып ташланыла. Ф. Әхмәтшинға был тәҡдимдән баш тартырға кәрәк тә, әммә ул ундай аҙым яһамай. Яңы исемлектәрҙе БР Хөкүмәте аппаратының ҡайһы бер чиновниктары билдәләй. Күрәһең, Фәнзил өсөн 27 майында ҡабул ителгән Йәштәр советы ағзаларының ҡарарын онотторорлоҡ был үтә лә төплө дәлил булып тора. Ул бары тик ҡоролтай башланыр алдында ғына А.Сәлмәновты президиум составының үҙгәрештәре хаҡында иҫкәртә, әммә һуңғыһының А.Сәлмәнов һәм Т.Мохтаровты кире составҡа индереү үтенесенә бары тик был һорауҙы тауышҡа ҡуя алыуын ғына белдерә.Артабан, I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы барышында, ваҡиғалар теҙмәһе мандаттарҙы президиумға атып ташлау менән тамамлана. Был ваҡиғалар А. Хәйбуллин (“III Всемирный Курултай башкир: хроника и основные итоги работы”, РБ-XXI быуат сайты) һәм “Күк бүре” тип ҡул ҡуйған билдәле автор (“Молодежный курултай по-бабайски”, kyk-byre.ru) мәҡәләләрендә объектив һүрәтләнә. Хыянат тураһындағы ғәйепләүҙәргә Ф. Әхмәтшин тарафынан кире ҡағыу мәҡәләләре донъя күрмәһә лә, уның “Молодежный курултай по-бабайски” мәҡәләһенә булған аңлатмалары һәм Фәнзилдең ҡайһы бер әңгәмәләрҙә әйткән һүҙҙәре буйынса уның ҡарашын билдәләргә мөмкин. Ул артабанғы фекергә ҡайтып ҡала: йәнәһе “Күк бүре” БЙХ һәм “Туған тел” клубы етәкселәре А.Сәлмәнов һәм Т.Мохтаров президиум исемлегенә индерелмәүҙәренә үҙҙәре ғәйепле, сөнки, йәнәһе, икеһе лә “Күк бүре” сайты биттәрендә Башҡорт йәштәре ҡоролтайына әҙерлек барышында ББҠ Башҡарма комитеты эргәһендәге Йәштәр советына тәнҡитле фекерҙәр әйтеп үтергә тартынмайҙар. Һүҙ “Бардак в Молодежном совете при Исполкоме ВКБ” һәм “В Молодежном совете при Исполкоме ВКБ найден компромисс” мәҡәләләре тураһында бара.Ф.Әхмәтшин раҫлауынса, “Бардак в Молодежном совете при Исполкоме ВКБ” мәҡәләһенән һуң, был совет ағзалары авторҙарға яуап итеп Т. Мох
таров һәм А. Сәлмәновты президиум исемлегенән төшөрөп ҡалдыралар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был һорау буйынса барған 27 майҙағы ултырышҡа улар саҡырылмай. Шуға ҡарамаҫтан, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һуңлап булһа ла Мохтаров менән Сәлмәновты ултырыштың икенсе өлөшөнә саҡыра. Унда Ф.Әхмәтшин версияһы буйынса, Мохтаров һәм Сәлмәнов үҙ яғынанан Интернет селтәрендә һүҙ көрәштереүҙе туҡтатыуҙары тураһында йөкләмә алалар һәм Йәштәр советы ағзалары үҙ яғынан, компромис рәүешендә, “Күк бүре” һәм “Туған тел” лидерҙарын I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы президиумында ҡатнашырға мөмкинлек бирәләр. Әммә артабан, Ф.Әхмәтшин әйтеүенсә, Мохтаров һәм Сәлмәновтың “Күк бүре” сайтында “В Молодежном совете при Исполкоме ВКБ найден компромисс” мәҡәләһен баҫтырыуҙары менән килешеүҙе боҙалар. Шуға күрә лә ул I Башҡорт йәштәре ҡоролтайы президиумына был кандидатураларҙы индереүҙе яҡлап сыҡмай, ә бары тик был һорауҙы йәштәр хөҡөмөнә, йәғни тауыш биреүгә генә сығара. Мохтаров кандидатураһы ыңғай тауыштарҙы күберәк алып, президиумға үтә, ә Сәлмәнов кандидатураһы үтмәй. Әхмәтшин уйлауынса, Сәлмәнов үҙ язаһын алды, ә Мохтаровтың үтеүе – делегаттарҙың демократия менән уйнауҙары ғына.
Страница 1 из 2 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)

 (голосов: 2)

[5 июля 2010] | Просмотров: 77 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{sms}

{allpages}

Continue Reading

Previous: Требуются электромонтажники и мастера.. » Главные сайты Башкортостана
Next: В окрестностях Уфы горит сухая трава » Главные сайты Башкортостана

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025