Ауылым ҡыҙҙарына » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Роберт Миңнуллин Һеҙ мине яратманығыҙ:Үтһәм дә бит ҡағылып,Минең яҡҡа берегеҙ ҙәҠараманы ҡайырылып.Әллә кем булмаһам да, минЯбай бер егет инем — Йәш бер Зөһрә яратырлыҡЙәш Таһир кеүек инем.Минең кеүек егетте ләЯратмағас инде тип,Эй үпкәләй инем һеҙгә,Ғәрләндерә ине бик!Уйлай инем: яратмағас,Юҡтыр уларҙың йәне.Тик йәндә бер яҡтылыҡ бар:Яратҡандарҙыр әле…Бәлки, белмәй ҡалғанмындыр,Күрмәгәнмендер генә.Ни булыр ине һуң шундаҺиҙҙерһәгеҙ бер генә?Шунда уҡ һиҙер инем минҺеҙҙең күҙ ҡарашынан.Әллә ҡайҙан таныр инемЙөҙөгөҙ араһынан.Юҡ, мине яратманығыҙ,Ярата алманығыҙ.Берегеҙ ҙә мин ҡабыҙғанУттарҙа янманығыҙ.Әллә кем булмағанмындыр,Үпкәләмәйем һеҙгә.Хәбәрҙәр алып торам — һеҙ

Бәхетле бит минһеҙ ҙә!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[24 февраля 2011] | Просмотров: 193 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0