Алдым кәмә… иштем диңгеҙгә… » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт Ике бәләкәсем минең янда. Алдым кәмә… Иштем диңгеҙгә. Йәнәһе, мин диңгеҙ ҡултығынан Диңгеҙгә үк сығып һыу гиҙәм!.. Миңә нимә? Һәр бер мажараға Риза йәнем һәм дә хуш күңел! Ҡарадағта диңгеҙ ҡултығынан Асыҡ диңгеҙгә мин иштем гел… Маяҡтарҙы, тыйыу зоналарын Уҙҙым, әле диңгеҙ тын торҙо. Беҙ диңгеҙгә сығып киткәс кенә, Диңгеҙҙе ел кинәт тутырҙы. Гөр-тулҡындар ҡубарылып килә! Арҡырыға ҡуя кәмәне… Бәрә тулҡын! Фейерверк сөйә! Аңлап бөтөрмәнем мин әле Һәләкәткә кереп барғанымды. Ә улдарым «Ура!» ҡысҡыра. «Үҙем бер хәл,- тимен, — был сабыйҙар Диңгеҙ төбөнә бит ысҡына!» Һәм мин — атайҙары — үлтереүсе! Ишәм-ишәм… Ҡулдар һуйылды! Нишләмәксе һуң һин, наҙлы диңгеҙ? Нишләп былай донъя убылды? Юҡ, мин батмам, диңгеҙ! Улдарымды Бирмәм һиңә, ҡотор-ҡоторма! …Ҡултыҡ тирәһендә тауҙар тыныс… Улар мәңгегә тип ултырған… Малайҙарға һиҙҙермәйсә генә Дауыл менән билгә-бил ҡалдым. …Үс иткәндәй, ҡултыҡҡа — тын ярға — Дауыл тынды, диңгеҙ тын ҡалды… Һәм беҙ — ярҙа! … Һис бер онотмамын Дыу килеүен ошо күңелдең! — Үҙең ашҡынһаң да, башҡаларҙы Янына уҡ илтмә үлемдең. Юҡ, тынмай шул дауыл! Етмәһә бит, Уны-быны һиҙмәҫ улдарым Бер мөғжизә һымаҡ көттөләр гел Тулҡын өҫтән килеп бәргәнен! …Был хәл мине оҙаҡ ваҡыттарға Бер тилергән һымаҡ иттерҙе — Һаман һаташып мин уяндым гел, Һаман тиле дауыл үкерҙе! Сыға алыуымды ул дауылдан Маҡтанғандай һөйләү килешһеҙ — Сабыйҙарҙың йәне — һинең иңдә, Башҡа йәндәр йәне — һинең ҡулда, Һәм батырлыҡ бында тейешһеҙ! Тейешһеҙҙән бигерәк килешһеҙ!.. …Ғүмер уҙҙҙы… Диңгеҙ — ситтәрҙеке. Кәмә күптән инде төптәлер. Ә мин кәмә менән өҙгән тулҡын Үс алырға, бәлки, көтәлер? …Ай, Күктүбә! Мәғрур, бейек ҡая! Һин иҫәндер әле һаман да… Һин бит — Ерҙең Күккә ишараһы! Ҡара бармаҡ! Һөмһөҙ заманда Янамайса торсо күктәргә һин, Илем минең хәлдә ҡалғанда! Ил нәҡ минең хәлдә… Ярай әле Кәмәне мин ярға терәнем. …»Һөйләмәһәң, туҡтайым! — тип быны Һөйләттерҙе минең йөрәгем.

2004

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 28 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0