Аҡлыҡ » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт …Кем уйлаған иҫтә ҡалыр ул тип, Ябай ғына көҙгө тын көндө?! — Көтөү сиратында — көтөүҙә беҙ, Һәм туплауға ҡыуҙыҡ көтөүҙе. Биштәр сисеп, табын йәйеп ҡуйҙыҡ. «Ханһыҙ сиреү булмай!» — тип кенә, Тимер башлы бер «быяла хан»ды Ҡуйҙы атай түңгәк өҫтөнә. «Быяла хан» тәхетенән ауғас, Әйтте атай: — Ултыр яныма… Ҡорғолдоно ҡабат терелтерҙәй Шиғыр әйтсе ошо табында… …Мин әйткәнде тыңланы ла үҙе, Баш сайҡаны ауыр уйҙарҙан: — Минең дә бар ине мөнәжәтем — Ҡорғылдыға атап сығарған… Һиңә уҡырмын тип йөрөгән инем… Бер һүҙе лә төшмәй хәтергә! Китер сағым килеп еткән, ахыры — Быға тағы нимә әйтергә?.. Бөтә ғүмерем шуға һыйған ине… Ғәжәп һәйбәт ине ул шиғыр! Шундай һүҙҙәр онотолһон инде! — Юҡ, тикмәгә түгел… Ғүмеркәйгә Нөктә ҡуйыр сағым ошолор… — Алдан уҡ һүҙ һөйләмәсе! — тинем, Үҙемсә ныҡ итеп, ирҙәрсә. Әйтеләһе шиғыр — йәшәләһе Ғүмер һымаҡ бит ул, һин нимә?! Мең уҡырһың әле шиғырыңды! — …Башын сайҡап атай көрһөндө. Йыуатып мин уны күп һүҙ әйттем — Әйтмәгәнмен «Хоҙай бирһен»де… …Ул киткәндә Хоҙай тарафына — Осраҡлымы, әләл түгелме, Ап-аҡ сәскә атты тыуған яғым, Бар донъяға аҡлыҡ түгелде. Таждарында күпме наҙ уларҙың! Үҙәктәре — ҡыҙған күмерле… Бына ниндәй булған шиғырың, атай! Мәғәнәһе был һинең ғүмерҙең… …Аҡ болоттай сәскә тажы яуа Яҙғы елдәр иҫеп киткәндә. Сәскә бурандары түгел дә был — Әҙәм балалары әйтә алмай Ҡалған яҡты шиғыр икән дә…

1994

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 183 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0