“Таштуғай” нисә йәшендә?
Китаптың был бүлеге лә, исеменән үк күренеүенсә, йәбе менән тарихыбыҙ төпкөлөнәрәк төбәлеп, башҡорт халҡының мәшһүр “Таштуғай” йырының тәүбашлап ҡасан, ҡайҙа, кем тарафынан йырланыуын асыҡлауға арналған. Тәү ҡарашта ул мәсьәлә тирәһендә баш ватып та тораһы түгел кеүек: классик йыр тураһында кемдәр генә яҙмаған да ниндәй ғилми баҫмаларҙа мәғлүмәт бирелмәгән. Ләкин эш бына ниҙә: “Таштуғай”ҙың бик боронғо — сал тарих төпкөлөнән килеүе уны тыңлағанда зауыҡлы танылһа ла, ғилми даирәләрҙә уның йәшен аныҡ билдәләү йәһәтенән тикшеренеүсе булманы, һәр ваҡыт ул фәҡәт “патриархаль ырыу йолалары хөкөм һөргән замандарҙа тыуған мөхәббәт лирикаһы” [1:34] рәүешендәге дөйөм һүҙҙәр менән генә билдәләп йөрөтөлдө. Ошондай дөйөм һүҙ йөрөтөүгә һәр кем үҙенсә таянып, бик боронғо, хатта иҫке осорҙарға ҡараған ҡомартҡыларыбыҙ ҙа ҡайһы бер ҡәләм эйәләребеҙ тарафынан күп тигәндә ХVI быуат менән тамғалана, һөҙөмтәлә сал тарихыбыҙ яһалма “сабыйландырылып”, ҡолаҡҡа йоғошһоҙ һәм нигеҙһеҙ раҫлауҙар тыуып ҡуя. Шундайҙарҙың береһе итеп “Урал батыр” эпосын даталау миҫалын күрһәтергә мөмкин. Билдәле булыуынса, хатта ҡыҙыл империя сәйәсәтле совет фәненең дә Башҡортостандан ситтәге һәм ҡабилиәтле вәкилдәре тарафынан ул бөтә күрһәткестәре буйынса ла хаҡлы рәүештә мәшһүр “Гильгамеш” әҫәре (б.э. тиклем ХIХ — ХVIII быуаттарҙа балсыҡ китапҡа яҙылған) менән бер тиң ҡуйылып, эстәлеге яғынан уға ишләндереп, шул әҫәргә сағыштырып өйрәнелә башланы [2:баш һүҙ]. “башҡорт “Урал батыр”ы боронғоларҙың донъя яратылған фантастик дәүерҙәр тураһындағы ҡараштарының мотивын йөкмәгән”, “Гильгамеш” замандарынан уҡ телдән-телгә һөйләнеп килеп, ХХ быуат башында ғына ҡағыҙға теркәлгән ҡомартҡы, тип дөрөҫ әйтелә унда. Тимәк, “Урал нисә йәшендә?” тигән һорауға ла ап-асыҡ яуап бирелгән: “Нәҡ Гильгамеш йәшендә”… “Урал батыр” эпосы менән яҡшы таныш кеше был ҡараштың дөрөҫлөгөнә шикләнмәй. Ләкин беҙ үҙебеҙҙең “төбәк” фольклорсыларының ҡайһы берҙәренең хеҙмәттәренә төбәлһәк, баяғы сап-сал “Урал батыр”ыбыҙ ҙа әле генә себеш йөнөн өтөрәйткән — “ырыу йәмғиәтенең емерелеү осорон сағылдырған эпос” ҡына булып сыға ла ҡуя [3:17], ә ул осор иһә, әлегеләргә хас рәсми ҡараш буйынса, ошо Х-ХIII быуаттарҙа ғына башланыуы [4:17] бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Йәғни, ундай “мәшһүр” хеҙмәттәрҙең контексынан аңлашылыуынса, “Урал батыр” ана шул Х-ХIII быуаттарҙа тыуған да, өҫтәүенә, үҙ эстәлегенә шуға тиклем йәшәп килгән (!..) төпкөл-боронғо ҡарыһүҙи (мифик) мотивтарҙы ла ни сара менәндер йыйып алып һеңдергән булып сыға. Ә бәлки, киреһенсәлер?.. Ентекләберәк тикшерһәң, ысынлап та киреһенсә икәне иҫбатлана: ҡобайырҙың тулайым бик боронғо (б.э. тиклемге) тормош-көнкүреш һәм шул тәүдәүер тыуҙырмыш тәүҡарыһүҙгә нигеҙләнеп туҡылыуын, ә “ырыу йәмғиәтенең емерелеү осоро” (ХIII быуат) иһә салдарҙан-сал туҡымаға беҙгә яҡын яңы осорҙар һылаған буяу рәүешендә генә яғылыуын күрәһең. “Таштуғай”, “Шәүрә килен”, “Йыуасалы” һымаҡ бик боронғо йырҙарыбыҙ менән дә — шулай уҡ…Был фекер торғонлоғо, инерция ниҙән килә? Сәбәп бер: башҡорт халҡының килеп сығышын тикшергәндә иң боронғо яҙма мәғлүмәттәрҙең иң төпкөлгө башы итеп IХ-Х быуат ғәрәп авторҙарының ғына яҙмаларына таянабыҙ ҙа ана шул датаны унан һуң “буласаҡ” башҡорт халҡының төп йәҙрәһенең уҡмашыу осоро, ә ХIV-ХV быуаттарҙы — халыҡ булып берегеү дәүере тип бик йәһәт тамғалайбыҙ һәм шул иҫке ҡараштарҙан тәрәнерәк бағырға ла, башҡорттар тураһында мәғлүмәт эҙләп башҡа боронғо халыҡтарҙың (мәҫәлән, боронғо иранлы, боронғо һинд, боронғо грек, боронғо ҡытайлы, боронғо египетлы) йылъяҙмаларын аҡтарырға ла баҙмайбыҙ (бер “тере классик” шағирыбыҙ заманында шанлы ҡыҙыл империя матбуғаты аша гөрләтеп әйтмешләй, “башҡорт баҫалҡы булырға тейеш”, йәнәһе)…
Яҙма тарихҡа тиклемге тарих (фольклор, археология, этнография, ҡаяташъяҙыуҙар һ.б.) тураһында инде әйтәһе лә юҡ. Ә бит донъялағы бер тоҡомдоң да шәжәрә ағасын ябалдаш-милләт менән олон-халыҡ ҡына тәшкил итмәгән, ул дәү тирәк үҙенең тәрән ырыу-тамырҙарына ныҡ таяна, шуларҙан ул һутлана. Бына шул тәрән тамырҙар — бөгөнгәсә милләтебеҙ уҡмашында үҙ исемдәре менән билдәле булған боронғо башҡорт ырыуҙары тураһында ҡасандырғы уларҙың күршеләре — алыш-биреш итешкән халыҡтарҙың йылъяҙмаларында “беҙ белмәгән” б.э. тиклемге сал осорҙарға ҡағылышлы мәғлүмәттәр табыла. Шулар араһында миңә “Таштуғай”ҙың бөгөнгө билдәле варианттарының аҙашына һәм уның хаҡындағы бөгөнгө башҡорт риүәйәтен ҡабатлаған һәм байыҡтырған бик боронғо яҙма тарихына ла юлығыу бәхете тейҙе, һөҙөмтәлә мәшһүр йырҙың тыуыу йылы теүәллекле билдәләнде. Беҙҙең эраға тиклемге быуатҡа ҡараған ул дата беҙҙең башҡорт тарихы әҙәбиәтендә, үкенескә ҡаршы, башҡортҡа бәйле күҙ алдына ла килтерелгеһеҙ һаналып, бөтөнләй тип әйтерлек яҡтыртылмаған ҡола бушлыҡта ҡалғанлыҡтан, автор уҡыусыларын да үҙе менән, әхүәленән килгәнсә, ана шул серле дәүерҙәргә алып инергә, бөгөнгөбөҙҙө сал-боронғоға тоташтырмыш тамырҙарҙы бергәләш юллап “йонсоторға” мәжбүрҙер. Сөнки, шулай итмәйенсә тороп (башҡорт үҙе тотоп ҡарамай ышанмай!..), бер кем дә инанмаясаҡ — фекерләүҙең аңды тирмән ташылай баҫҡан стереотибы көслө… Әҙәм ышанмаҫлыҡ һүҙҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тиһәләр ҙә, дөрөҫлөккә барайыҡ — б.э. тиклемге дәүер аҙаҡтарын ҡуҙғалтып аҡтарайыҡ, уҡыусы зирәкйәнем! “Б.э. тиклемге II мең йыллыҡ, — тип әйтелде 1977 йылда ғалимдарҙың Дүшәмбеләге халыҡ-ара симпозиумында, — Үҙәк Азия халыҡтары этногенезындағы мөһим осор ул. Тарихи дәүерҙә, шул иҫәптән хәҙер ҙә, Үҙәк Азияла — совет Урта Азияһында, Пакистанда, Һиндостанда, Иранда, Монголияла һ.б. урындарҙа йәшәгән байтаҡ халыҡтарҙың формалашыуының нигеҙе тап шул ваҡыттарҙа һалына” [5:5]. Билдәле булыуынса, ошо “Үҙәк Азия халыҡтары”на башҡорт халҡы ла ҡарай, тимәк, уның да “халыҡ булып формалашыуының нигеҙе”, кәм тигәндә, ана шул беҙҙең эраға тиклемге II мең йыллыҡтарҙа ята, тип уйларға урын бар. Бөгөнгө башҡорт милләтен әгәр “донъя яратылған” осорҙарҙа сал Урал тупрағында үркеп сығып түбәһе күккә олғашҡан, сәскә атҡан дәү Тирәк рәүешендә күҙаллаһаҡ, уның олон төбө меңәрләгән саҡрымдар аша Уралдан алыҫ көньяҡҡа, төньяҡҡа, Алыҫ Көнсығышҡа һәм Көнбайышҡа тартылмыш ҡеүәтле дүрт тамырға таяныуын, ул тамырҙарҙы юллау — халҡыбыҙҙың килеп сығыш тарихын юллау икәнлеген дә күрер инек. Мәшһүр “Таштуғай” әҫәре шул милли үҫеш тарихының билдәле бер дәүер емеше булғанлыҡтан, шуның аша баяғы дүрт үҙәктамырҙың береһен — үлемһеҙ йырҙы үҙебеҙгә аманатлап ҡалдырғанын уҡыусыбыҙ зирәкйәнгә аҙмы-күпме күҙаллатыу, фекер уятыу маҡсат итеп ҡуйылды. Шуны бойомға ашырыу юлында баяғы оло симпозиумдың киҫәтеүен дә мыйығыбыҙға урайыҡ: “Үҙәк Азия боронғо тарихының ҡатмарлы проблемаларын хәл итеү өсөн тарих, археология, антропология, палеография һ.б. төрлө фәндәр вәкилдәренең хеҙмәттәшлеге талап ителә” [5:5]. Ҡатмарлы мәсьәләне автор ана шул күрһәтелгән бөтә фәндәрҙең дә иң яңы ҡаҙаныштарына таянып асыҡларға, фекер йөрөтөргә тырыша ла инде. Шул уҡ ваҡытта был яҙмалар һис кенә лә математика теүәллегендә кәүҙәләнмеш саф ғилмилеккә дәғүә итмәйенсә, ә бәлки күп быуаттар буйына фәндә тупланып килгән ҡыҙыҡлы факттар, тоҫмаллауҙар тирәһендә яҙыусының бер ни тиклем ғилми ҙә, хисле лә уйланыуҙары һәм, әҙәбиәттең ҡисса жанры биргән хоҡуҡтан ижади файҙаланып, тарих тигән серле йомаҡты сисешеүҙә күпмелер дәрәжәлә үҙенсә көс һалыуы булып торалыр. Йәлеп ителгән факттарҙың һәм фекерҙәрҙең ҡайһы берҙәре, ихтимал, киң ҡатлам уҡыусыға ла, шул өлкәлә махсус эшләгән белгестәргә лә ҡыҙыҡлы булып күренер.