Новости » Слово автору | ||
Рәхмәт һиңә ҡояшҡайым,Яндарымда торғанға.Һөйәм һине бәғеркәйемТормошомда булғанға…Осраттым мин был донъялаҺинең кеүек батырҙы.Бер күреүҙән ғашиҡ булдымЯҙмыш шулай ҡоролдо…Хәтерләйем мин барыһын,Нисек йөрөй башланыҡ.Ғүмер шулай үтеп барҙы,Беҙ бер юлдан атланыҡ…Мин бәхетле һин булғанғаМинең тормош юлымда.Бәғеркәйем яр(а)там һине!!!Оран һалам барына…Ишетһендәр әйҙә уларҺиңә булған һөйөүҙе.Тик һин тиеп был донъяла,Үлеп, янып, көйөүҙе…Донъя ауыр… Эйе, беләмКүп көс талап беҙҙән.Аптырата, уйландыртаҺынап ҡарай бөтә ерҙән…Тик һин уға башың эймә,Киреһенсә ҡаршы сыҡ.Ашыҡма һин, ҡул һелтәргәТырыш та һин еңеп сыҡ…Бөтә ғүмер алда әле,Бер кем белмәй дауамын.Бәхет эҙләп унда-бындаКеше таба яртыһын.Хоҙай миңә үҙ-яртым типҺине ебәргәндер ул…Сөнки һинһеҙ йәшәү миңәМәғәнәһеҙ көндәр ул…Киләсәктә икәү бергә,Тормош дауам итәйек.Ҡулды ҡулға тотоношоп,Ғүмер ебен һүтәйек…Ғүмер ебе оҙон булыр,Осрар унда төрлөһө.Әсеһе лә, татлыһы лаШунда донъя көҙгөһө…Көндәр үтә, айҙар үтәҺиңә һөйөүем арта.Бәғеркәйем, берҙән-беремҺине үлеп яратам!!!
Ләйсән Хәмзинә
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[6 марта 2015] | Просмотров: 1940 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}