Новости » Слово автору | ||
Ҡыҙыҡмаҫ ул алтын-көмөшкә –Булһын уға һалҡын көмөшкә.Булһын йәнә тоҙло ҡабымлыҡ,Кәм, тигәндә, ике ҡабымлыҡ.Ул һис тыймаҫ үҙен: “Эсмә!” – тип,Киреһенсә, ҡыҫтыр: “Эс, мә!“ – тип.Интектереп тыуған иртәгәҠаты ләғнәт орыр иртәгә.Артта йәнә ауыр таң ҡалыр.Нисек мин иҫән?!.“ – тип таң ҡалыр.Юҡ, тәүбәгә килмәҫ шулай ҙа,Мотлаҡ көн дә эсәр шул айҙа.Инде томам йөрөй алмағас,Тимәк, хәмер барып алмағас,Нимә ҡала беҙҙең Туҡтарға?Мәжбүр була, бахыр, туҡтарға!..ЯңаҡФәсхетдинде күптән күргәнем юҡ.Ана, үҙе килә ҡаршыға!Күкрәк ситлегенән сығар төҫлөЙөрәк тибә, йөрәк ярһына.“Һалмыш“ һәр саҡ, әммә тирә-йүндәУл – берҙән-бер балта оҫтаһы.Минекеләй ир ҡулы юҡ өйҙәУларҙан шәп ир юҡ, ҡыҫҡаһы.Сәбәп өсөн генә һыуға барам,Көйәнтәмә элеп силәгем,Ә асылда иһә Фәсхетдинде“Ҡаптырырға“ минең теләгем.Килеп етеү менән, бер ҡаранымКүҙҙәренә уның өҙҙөрөп,Ишек янағымды төҙәтеп бирсе,Өҙөлеп һөйәремде һиҙҙереп.“Яңаҡ… “, – тинем. “Һөйөү, ләззәт, – тинем, –Аҡса яғы ләкин самалы…““Бушҡа хәҙер ҡош та һайрамай!“ – тип,Фәсхи янағыма яманы!Һай, үҙгәрә заман, үҙгәрә,
Ҡәҙер бөттө иркә һүҙгә лә!
|
||
| Напечатать | Комментарии (1) | ||
[28 апреля 2010] | Просмотров: 424 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}