Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Г.Ситдыҡова: "Йәшлек"тәге "Телмәребеҙҙе тел-тештән һаҡлайыҡ" мәҡәләһенә

Новости » Слово автору
Г.Ситдыҡова: "Йәшлек"тәге "Телмәребеҙҙе тел-тештән һаҡлайыҡ" мәҡәләһенәРафаэль Аҙнағоловтың һыҙланып яҙған мәҡәләһе шундай уҡ хистәр уятмай ҡалмай. Бик урынлы мәсәләләр күтәрелә унда. Ғөмүмән, авторҙың был даирәгә ҡағылышлы мәҡәләләрен юғары баһалайым.
Дөрөҫ шул, беҙ икенсе телдәр йоғонтоһона бирелә барабыҙ, үҙебеҙҙекенең ҡәҙерен, баһаһын белеп бөтмәйбеҙ. Урыҫ теленән туранан-тура ауҙарып яҙырға, һөйләшергә өйрәнеп алдыҡ. Быны хатта ҡайһы саҡ үҙемдә лә тоям - эш буйынса күберәк шул телдә аралашырға, яҙырға тура килде бит. Уныһы ла әле йәнле һөйләш теле түгел, ә таш ҡалыпҡа ҡыуып индерелгән ҡануниәт теле... Был даирәлә урыҫса фекерләйем ахыры күберәк.

Әммә тел боҙоуҙа йәштәр "алғы сафта" бара шулай ҙа. Һуңғы ваҡытта, мәҫәлән, "арыуыҡ" һүҙен урынһыҙ ҡулланыу күҙгә ташлана. Нишләптер ул "арыу уҡ" һүҙбәйләнешен алмаштырҙы ла ҡуйҙы. Арыуыҡ - ул аралыҡ, ваҡыт киҫелеше тигән мәғәнә бирә. Мәҫәлән, шул ваҡыт арыуығында күп нәмә эшләп өлгөрөп була. Ә "арыу уҡ" - байтаҡ һүҙенең синонимы!
Телебеҙҙән бик матур рашҡы (дөрөҫө - ырашҡы) һүҙе лә төшөп ҡалып бара. Элек радионан һауа торошон тыңлағанда ҡарлы ямғыр тимәй, рашҡы һүҙен ҡулланалар инесе. Хәҙер ошо хаҡта радиоға шылтыратһам, һүҙлектәрҙә ул һүҙ юҡ, тип яуап ҡайтарҙылар! Ҡайҙа булған һуң ул, беҙ бала саҡтан ишетеп, белеп, ҡулланып үҫкән һүҙ! Йә иһә,"боҙ яуыуы ихтимал" тигән фараз - бөттөң инде башыңа боҙ яуа башлаһа! Элек, борсаҡ яуасаҡ, тип хәбәр ителә ине. Һис юғы, боҙборсаҡ... Боҙ тип иһә беҙҙең аңда күктән төшкәне түгел, йылға, күләүек йә нимәлер өҫтөндә хасил булғаны, шулай уҡ нимәнеңдер туңып ҡатыуы ғына ҡабул ителә ине, йәғни, ул борсаҡ булып яуғанынан дәүмәле, майҙаны, рәүеше менән айырыла. Ҡулың беҙ кеүек һыуыҡ тип әйтеү ҙә бар.Боҙ яуыу төшөнсәһе беҙгә татар теленән килеп инде, дөрөҫөндә.
Мышар һүҙе лә хәҙер миләшкә әйләнеп бөттө инде. Һүҙ ҙә юҡ, шиғырҙарҙа, әҙәби әҫәрҙә ошолай ҡулланыу уны наҙлыраҡ, нәзәкәтлерәк итә. Миләшкәйем, тигәне ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә май булып яғыла инде ул, мышарҡайым ише түгел. Әммә мышар беҙҙең асылды сағылдыра түгелме?! Халҡыбыҙҙың иркәләү һүҙҙәрен иғтибарға алһаҡ, тал ағасын табырбыҙ - талдай нескә билле тигән һүҙбәйләнеш әле лә төшөп ҡалғаны юҡ. Ҡайындай зифа буйлы тигәне ишетелгеләй. Ир-атты имән, ҡарағай, ҡайҙалыр уҫаҡ менән сағыштырыу бар. Мышар һүҙе иһә яңғырашы менән үк уның татырлыраҡ тәмен дә, ҡушар-ҡушар суҡ тәлгәшен дә күҙ алдына килтереп баҫтыра кеүек. Шул һүҙ онотолмаһын тигән ниәттән генә бер ваҡыт хатта шиғыр яҙып ҡуйғайным. Наҙлыҡай, яғымлыҡай яңғырамайҙыр ҙа, әммә үҙемә ул тап бына ошолай, башҡортса бер аҙ ҡырыҫлығы менән яҡыныраҡ, тәбиғиерәк.
Мышар
Мышылы урмандарымда
Мышарҙар ҡушар-ҡушар,
Ушатыр уттай һутына
Юшандар таты ҡушар.
Мышарҙармы - йәй өҫтөндә
Алҡынмағанға бошор?!
Белеп кенә үҙ баһаһын
Ҡояш нурҙарын тышар.
Ҡуҙғымай ҡуҙ төшөрөргә
Миҙгелен көтә мышар,
Ялҡын һүнгәс, урмандарҙы
Баҙратыр тошар-тошар.
Йөҙөмә ҡаба эҫеһе,
Ҡайнарлығын ҡыш ҡоршар.
...Икәүләп мышар тирәбеҙ,
Ҡулыбыҙ ҡушар-ҡушар.


Һанай китһәң, күп инде ул.

Мәҡәлә авторы менән шулай ҙа фекерем бер аҙ тап килмәй. Ҡояш сығыу һүҙбәйләнешенә бәйле был. Ул хаҡлы, ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡояш сыға тип әйтергә ярамай тигән хөрәфәт йәшәп килә. Был мәжүсилек осоронан ҡалған хөрәфәттәрҙең береһе тип аңлайым. Ғәмәлдә, ҡояш сыға тип бик күп урындарҙа әйтәләр, юҡҡа ғына телебеҙгә "көнсығыш" һүҙе килеп инмәгән бит ул. Халҡыбыҙҙа "ҡояш" һәм "көн" һүҙҙәре синоним булараҡ та ҡулланыла бит. Ҡайһы бер төрки телдәрҙә ҡояш һүҙе тап бына "көн" тигәндән яһалған. Миҫал өсөн, әзериҙәрҙә ул "гүнәш", йәғни "көнәш". Беҙҙә лә борон шулай булғандыр ул, көнәштән ҡояшҡа әйләнгәндер тип уйлайым...
Ҡояш, ысынлап та, башта сыға, шунан инде күк йөҙөнә ҡалҡа. Ә бына ай - ҡалҡа. Уның сыҡҡаны күренмәй беҙгә. Был фольклорҙа ла күренә. Шундай һынамыш бар: Ҡояш ҡолаҡланып сыҡһа, ямғыр булыр. Ҡояш ҡыҙарып сыҡһа - ямғыр булыр, ҡыш көнө шулай булһа - һалҡын булыр. Ҡояш сыҡҡанда бағана-бағана нур сәселһә, һыуыҡ булыр. Ҡояш сығыуға бәйле йәнә әллә күпме һынамыштар бар һәм улар "Башҡорт халыҡ ижады" томдарына ла күпләп инеп ҡалған. Һәр хәлдә "восход" һүҙен "ҡояш сығыу, ҡояш ҡалҡа башлау" тип ике төрлө алырға мөмкин тип уйлайым.
Мөсәл йылдарына килгәндә, боронғоларыбыҙ ысынлап та Йылҡы, Ҡуян йылы тип йөрөткәндәр. Аждаһа йылы Лыу (ылыу) йылы тип аталған; сусҡа түгел, Ҡабан йылы тигәндәр. Ни өсөн шулай? Сөнки, башҡорттар мосолман булараҡ сусҡа тотмаған, уны ғүмере буйы ла күрмәгән күбеһе, телмәрҙә ҡулланылһа ла, әр һүҙе булараҡ ҡына ишетелгеләгән. Йылды әр һүҙе менән атауҙан тыйылғандар. Ҡабан иһә - урман йәнлеге, уны белгәндәр, күргеләгәндәр ҙә. Элекке яҙмаларҙа ул тап бына ҡабан йылы булып теркәлеп ҡалған.
Тормош арбаһы алға тәгәрәгән һайын телмәребеҙгә яңы төшөнсәләр килеп инә, уларҙы тап үҙебеҙҙең асылыбыҙға ярашлы итеп, ижади тәржемә итеү зарурлығы ла тыуа. Улар башҡорт теле ҡанундарына ла, булмышына ла тап килерлек булғанда ғына ерегеп китә. Был хаҡта ла алда фекер алышыуҙар булыр тип өмөт итәм.

"Йәшлек" гәзите, ғөмүмән, яңы һүҙҙәр ҡулланыуҙа һынамаҡ майҙан булып тора инде байтаҡ йылдар. Йәштәр гәзите өсөн шулай кәрәктер ҙә. Ҡайҙалыр быны эшләү зарур. Тимәк, "йәшлектәр", һеҙҙән йәштәрсә ҡыйыулыҡ та, мәғлүмәтлелек тә, ижади ҡараш та талап ителә.

http://www.ye02.ru/kl/4230-telm1241rebe11771177e-tel-tesht1241n-1211a1185lajy1185.html

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[26 февраля 2012] | Просмотров: 292 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Ҡотолоу юҡ һеҙҙән!
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .