Новости » Слово автору | ||
Хәсән Назар, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Башҡортостан — минең баш йортом Күңелең киң, рухың бөркөткә тиң, Моңоң тәрән һинең, башҡортом. Тел ҡеүәһе ниндәй, һүҙ ҡеүәһе!- Йөрәгемде шулар яҡтыртты. Шәжәрәмде мең-мең йылдар буйы Изге һаҡлаған аҡ тирмәләр, Юғалмаған — илдә юл ҡалһа ла, Юялмаған яуҙар, төрмәләр. Ҡурсып асылын, ҡында тотҡан халҡым Урал ташына ҡайрар ҡылысты. Шундай итеп танып белгән беҙҙе Пушкин, Гете, Ленин, Толстой. Ижад иткән саҡта шат тормошто, Азатлыҡтың тойоп рәхәтен, Затын, атын юйған байғош булһам, Шулмы минең илгә рәхмәтем?! Был — иманым. Әйтмәҫ инем әле, Тоҙ һалмаһа ҡанға ҡай берәү: Ни ерлеге уның, ни ирлеге — Үҙ нигеҙен үҙе емерә. Телен һатҡан илен һатмаҫ тимә, Телен һатҡандар бар был саҡта. Үҙен генә уйлап, халыҡ моңона Күңеле ҡатҡандар бар был саҡта. Әллә нәфрәт, әллә ләғнәт ҡуба — Ундайҙарға йәнем күнмәй шул. Әсә һөтө менән инмәгәнгә Кәзә һөтө менән инмәй шул. Тап шулар бит, мөңрәп, ҡотҡо һала: «Ваҡ милләттәр бөтә, ҡорой ул». Быға фәһем Таулыҡайым йыры — Минең кескәй йылғам Ҡороюл. Алҡымынан алһа йәйге селлә, Ҡуйынына ерҙең һарыла. «Ҡорой бит ул» тигән Ҡороюлым Мулҡып ҡайта тағы ярына! Уның шайымы ни Ағиҙелем, Дим, Йүрүҙән, Эйек, Һаҡмарым: Ергә улар яҙған ҡобайырҙар Тарихымды һала аҡтарып! Тарих тигәс, әйтәм һауаланмай, Үҙ бәҫен ул белә башҡортом: Рәсәйемдең бөйөк көрәштәше Салауат батыр — уның паспорты. Аҡмуллалар менән Буранғолдар, Һәҙиәләр менән Рәмиҙәр Гүйә мине ҡуш йөрәкле итә. Бер үк мәлдә гүйә рәнйейҙәр. «Һинең быуын,- тиҙәр,- халҡы өсөн, Иле өсөн ниҙәр атҡарҙы? Тотһағыҙсы бәйге ҡомарында Артылыштар яулар аттарҙы!» Ни тимәк һуң быға?! Яуап эҙләп, Күңелдәрем берсә һыҙлана. Ғәм менән сәм тулы йөрәк берсә Өмөт уттарында ҡуҙлана. Ғүмерҙәрҙе арнап, шул яуапты Эҙләйек беҙ бергә, башҡортом. …Беҙ ырыҫлы — беҙ бурыслы һиндә,
Башҡортостан — минең баш йортом!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 139 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}