Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
Декабрь 2017 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



75 лет Союзу писателей РБ-54

Новости » Слово автору
Ноғман Мусин,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Яҙыусының сират күперҙәре
(»Тормош, яҙмыш, булмыш» тигән хәтер
китабының икенсе киҫәгенән өҙөк).

Әҙәби ижадты үтә индивидуаль хеҙмәт, тиҙәр. Был, бер яҡтан, дөрөҫ тә: һиңә теге йәки был әҫәрҙе яҙ тип эш ҡушыусы, план биреүсе юҡ. Эш барышында һине күҙәтеп, былай ярамай, тегеләйерәк яҙ, тип әйтеп тә тормайҙар. Яҙыусы алдына һалған аҡ ҡағыҙҙың ҡолона әйләнә, үҙенең тар ҡабырсағы эсенә бикләнеп ижад итә.
Икенсе яҡтан, ныҡлабыраҡ ҡараһаң, ижадсы тормоштан бөтөнләй айырылып, ниндәйҙер бушлыҡта ла эшләй алмай. Иң тәүҙә уны үҙе һүрәтләгән тормош барлыҡ тулылығы менән солғап ала. Ул уй-тойғолары, хыялы менән үҙе яҙған персонаждар араһында, ә ул геройҙарҙың үткәне һәм бөгөнгөһө, йәшәү, хәрәкәт итеү мөхите бар. Улар автор менән һәр саҡ актив мөнәсәбәттә, шуға ла яҙыусы уларҙың ҡайһы берәүҙәрен ярата, ҡайһы берәүҙәрен күрә алмай, хөкөм итә, хатта үлтерә. Йәғни әҫәр геройҙары уны ниндәй ҙә булһа эш башҡарыуға этәрә, шулай булғас, нисек инде авторҙы өҫтәл артында япа-яңғыҙы ҡала, тип әйтә алаһың?
Автор әҫәрен яҙып бөткәс иһә, уны төрлө һорауҙар биләп ала. Ҡулъяҙма менән танышҡас, ҡәләмдәштәре ни әйтер, редакция хеҙмәткәрҙәре ниндәй баһа бирер, әҫәр ҡасан, ҡайҙа донъя күрер? Ошо һорауҙарына ыңғай яуап алһа, яҙыусы иң ҙур һынау алдына баҫа: әҫәрен уҡыусы нисек ҡабул итер?
Бына бит ниндәй ҡатлаулы юлдар үтергә тура килә яҙыусыға. Ул эшенең аҙағынаса үҙен уратып алған мөхиткә айырылғыһыҙ бәйләнгән. Шуға күрә әҙәби ижадты индивидуаль хеҙмәт тип атау бигүк дөрөҫ тә түгелдер.
Артабан ошо фекерҙе нығытыу өсөн, ижад процесының бер баҫҡысына яйлабыраҡ туҡталасаҡмын.
Был - әҫәрҙе ҡәләмдәштәр менән күмәкләп тикшереп, уға баһа биреү, авторға әҫәрен камиллаштырыуға ярҙам итеү.
Был эште башҡарыу өсөн Яҙыусылар союзында һәр жанр буйынса ижад секциялары ойошторолған. Ижад процесында уларҙың әһәмиәте ифрат ҙур, тик уның эшен тейешенсә ойоштора һәм баһалай белергә генә кәрәк. 60-80-се йылдарҙа ижади секцияларҙың абруйы бик юғары ине. Прозаиктың һәр күләмле әҫәрен, йәш яҙыусыларҙың тәүге йыйынтығы секция ултырышында тикшереү ғәҙәти күренешкә әйләнеп киткәйне. Әҫәрҙе проза секцияһында тикшереү, уның хупланыу-хупланмауы тураһындағы протокол күсермәһен күрһәтмәй тороп, ҡулъяҙманы китап нәшриәтенә ҡабул итмәйҙәр ине. Сөнки, минең белеүемсә, ижади секциялар ҙур яуаплылыҡ тойоп бик актив эшләне. Ултырыштарҙа бюро ағзаларынан тыш теләгән бер яҙыусы ҡатнаша, әҫәр буйынса фекерен әйтә ала, журнал редакцияларынан, китап нәшриәтенән вәкилдәр саҡырыла. Идара ултырыштарында, ҡайһы саҡта партия йыйылыштарында ижади секцияларҙың эше тураһында отчет тыңлау ҙа уларҙың етәкселәренә бушанып китергә ирек бирмәй ине. Секция ултырышында әҫәре тикшерелеп, бирелгән баһа менән ризалашмай низағ ҡутарып йөрөүселәрҙе хәтерләмәйем. Юҡ, бер саҡ көтмәгәндәрәк килеп тыуған хәл иҫкә төштө.
Йылын, көнөн асыҡ иҫләмәйем, Зорге урамында йәшәгән саҡ ине, хөкүмәт эшенә йөрөмәй өйҙә генә яҙышып ултырған мәл. Әммә проза секцияһы бюроһының рәисе вазифаһы елкәнән төшмәгән. Ҡатын - эштә, балалар - мәктәптә. Тыныс ҡына эшләп ултырғанымда ишектә звонок шылтыраны, барып асһам, Әхмәт Әһлиуллин баҫып тора. Уны күреп белә инем, әммә яҡындан таныш түгелбеҙ. Ҡайҙан эҙләп тапҡан, ниндәй йомош менән йөрөй икән?
Әлбиттә, ихласлыҡ күрһәтеп, түргә әйҙәнем, аҙыраҡ хәл-әхүәл белешеп ултырғас, сәй ҡуйып ебәрҙем. Эстәрле тиклем ерҙән килгән, юл кешеһенә вайымһыҙ ҡараш беҙҙең өсөн ят нәмә бит. Шунан ул миңә ниңә
килеүен әйтте лә ҙур портфеленән ҡалын ғына папка сығарҙы.
- Был әҫәремде Эстәрлелә тикшереп маташҡайнылар. Беләһегеҙ бит, унда йүнле яҙыусы юҡ. Китап нәшриәтенә барғайным, тикшерелгәнлеге тураһында протокол һорайҙар, йә тәүҙә Ағиҙел»дә баҫтыр, тиҙәр,- тип теҙеп алып китте.
- Һуң, Эстәрлелә тикшергәндәрҙер бит?
- Мин уларҙың баһаһы менән риза түгел, бына тигән әҫәрҙе юҡҡа сығарып маташалар, һеҙ уҡып фекерегеҙҙе әйтһәгеҙ, «Ағиҙел» дә баҫмаҫтармы икән, тим. Бәлки, секцияла тикшереүгә ҡуйырһығыҙ.
Ул арала сәй ҡайнап сыҡҡас, кухня өҫтәленә генә әҙерләп, күңелемдә был кешегә ҡарата йәмһеҙерәк уйҙар тыуа башлаһа ла (мин уны быға тиклем дә әллә ни өмөтлө яҙыусы иҫәпләмәй инем), уны сәй эсергә саҡырҙым. Ә ул бер ярты тотоп килеп инде. Быныһы йәнә көтөлмәгәнерәк хәл ине. Мин, әлбиттә, бигүк «ҡоро» кеше түгел, кәрәк саҡта шайтан һыуынан баш тартҡан юҡ. Тик әле, берҙән, бик әүәҫләнеп эшләп ултырам, икенсенән, был кеше менән эскем килмәй. Ғөмүмән, минең бер ҡыҙыҡ ғәҙәт бар: йомош менән йөрөгәндә һис кемгә лә ярты тығып барғаным юҡ, йомошон йомошлар өсөн өйөмә араҡы алып килеүсене лә өнәп еткермәйем. Туғандарса, дуҫтарса, иптәштәрсә булһа - рәхим ит, ә былай...

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[17 февраля 2011] | Просмотров: 65 Опубликовал: admika Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 
      В аквапарке Планета запрещено проносить еду, так как они заставляют посетителей покупать втридорога в самом аквапарке 
      Бывшему участнику Башкирского чата Азамату Кильдигушеву окончательно отказали в возвращении в Россию 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Судьба человека: Рустэм Хамитов "Объект готов на 99%, поэтому если мы не завершим его строительство — прощения не будет. " 
      «По сути снимали сливки»: Радий Хабиров пообещал вернуть Башкирии имущество, переданное без конкурса 
      Азамат Галин о Радии Хабирове 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .