Новости » Слово автору | ||
«Боламыҡҡа – май, һәр нәмәгә яй кәрәк» тигән мәҡәлде 1990 йылдың ҡышында оло йәштәге бер бабайҙың ауыҙынан ишеттем. Оло, тип, 58 йәш булған уға, әммә миңә, ун алты йәшлек ҡыҙ балаға, иллене уҙғандар һәләк ҡарт кеүек күренә ине. Шул осраҡлы юлдашым әле иҫәнме, мине, айырманан Озерныйға алып ҡайтҡан тел биҫтәһен, хәтерләйме икән? Минең өсөн хәтер һандығында аҡтарыныу ҙа кәрәкмәй, барыһы ла кисә генә булған кеүек…
– Һинән айырылып, миңә генә сыҡһа, ун бала таптырыр инем, тип йәнде көйҙөрҙө… Бала саҡ дуҫың шулай тиһен әле! Һуғыш йылдарында уларҙың ғаиләһе менән өйҙәш йәшәнек, бергә баҫыуҙа таш йыйҙыҡ, башмаҡ көттөк, бесән саптыҡ, арҡаны арҡаға терәп йоҡланыҡ – беҙгәме инде талашырға? Бер әпәкәйҙе икегә бүлеп ашаһаҡ та, инде бисәмде лә икебеҙгә бүләйемме? Кеше тулы автобус, йөклө кит ишеләй, ауыр сайҡала-сайҡала яндан үтеп китте. Водитель минең яҡҡа ҡараманы ла. Ҡарау менән ни, барыбер ултыртырға урыны юҡ… Илар сиккә етелде. Һирәк-мирәк үткән машиналарға өмөтләнеп, күпме ҡул болғама, береһе лә туҡтарға уйламаны. Былай юллыҡлы ул мин: юлға сығыуым була, транспорты осрай ҙа һала. Ләкин йәкшәмбе көндәре Озерный айырмаһынан Белорет яғына китеүе мең бәләгә әйләнә. Айырмала туҡталҡа, йә, исмаһам, ағас ышығы ла юҡ – һыуыҡ ел үтәнән-үтәләй өрә. Һикерәңләп, бейеп торһам да, ярты сәғәттән бар ерем шыҡырайып ҡатты, тештәр үҙ тормошо менән йәшәргә кереште – акцентлы стаккато менән бер-береһенә бәрелеште генә! Эмалде генә бөтөртә икән был һалҡындар, тип көн торошон әрләүҙән башлағайным, бер аҙҙан барыһына ла өлөш сыҡты. Кеше балаһында уларҙың эше бармы, тип иң тәүҙә автобус водителдәре әрләнде: «Айырмаға тиклем ете саҡрым тирләп-бешеп йәйәү килеп, һуңынан ел уртаһында туңып торғаныбыҙҙы белә-күрә, беҙҙең өсөн һис ҡасан урын алып ҡалмаҫтар». Шунан шәхси автомобиль хужаларына күстем: «Бер остоҡ ҡына (үҙемде әйтәм) баланы йәлләп, ултыртып алыусы әҙәм юҡ. Йүнһеҙҙәр… Машина алһам, гел дә юлсыларҙы аласаҡмын, һеҙҙең кеүек ҡаты бәғерлелек күрһәтмәйем». Сират атай-әсәйемә етте: «Юл буйындағы берәй ауылда төпләнһәләр ни була? Ю-юҡ, әллә ҡайҙа, Хоҙай ҡушмаған төпкөлгә ерегергә кәрәк булған уларға…» Уйҙарымдың ҡамсыһы ялт-йолт килеп, үҙемде лә ярҙы: «Эт ҡушҡанмы һиңә Белоретҡа, педучилищеға уҡырға инергә? Барыр инең Учалылағы берәй уҡыу йортона. Ауыл балаһына ярамағанмы һөнәрселек училищеһы? Рәхәтләнеп кенә автобуста барыр ҙа ҡайтыр инең. Йөрө инде бына хәҙер ҡырын яҡҡа, артың туңып…» Ҡышын ни, ҡараңғы тиҙ төшә, күҙ бәйләнә лә башланы. Тап ошо мәлдә һәр саҡ ҡатмарлы һайлау алдында тороп ҡалаһың: кире ауылға тәпәйләргәме әллә тағы саҡ ҡына көтә бирергәме? Ҡайтырға сыҡһаң, Белорет яғына буш машина үтеп китер һымаҡ. Айырмала тора бирһәң, бөтөнләй ҡараңғыға ҡалыуың, юлда аҙашыуың ихтимал. Ҡайтыу менән дә иртәгә таң менән тағы айырмаға юлланырға кәрәк… Инде ни эшләргә белмәй туң бағаналай ҡатып торғанда, ат юртҡан тауыш ҡолаҡҡа салынды. Юлда пәйҙә булған сана шыйлап үтеп, ауылыбыҙ яғына боролдо. Толопҡа төрөнгән берәү минән күҙен алмай, сыбыртҡыһы менән алға ымлап күрһәтте. Әле генә ҡыбырларға ла хәл юҡ һымаҡ ине, мине ҡалдырып, китеп бара күрмәһен, тип аттан былайыраҡ юртып, саналағы һалам өҫтөнә ҡаҡайып барып ултырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Озерныйғамы? – толоптоң киң һәм оҙон яғаһы эсенән ҡалын тауыш ишетелде. – Эйе-эйе, – тип әйтергә итәм, ләкин өшөгәнгә тел дә, ирендәр ҙә буйһонорға теләмәй. Ыңғырашҡандай ғына өн һығып сығара алдым. Толоп хужаһы минең яҡҡа әйләнде. Һаҡал-мыйығына, ҡалын ҡаштарына, хатта танау эсендәге йөнөнә ҡәҙәр бәҫ ҡунып, салланған бабай дилбегәһен ҡырҡа тартты:– Тр-у-у, малҡай! Саҡ ҡыҙғайным ғына, быныһы тағы ниндәй алдан планлаштырылмаған туҡталыш, тигәндәй, ҡарт алаша ризаһыҙлыҡ менән башын сөйә-сөйә, туҡтаны. Бабай ауыр ҡуҙғалып сананан төштө лә, толобон сисеп, миңә кейҙерергә кереште. Юҡ, рә-рәхмәт, кә-кәрәкмәй, тип теш шыҡылдатҡаныма ыжлап та бирмәне, толопҡа урап, ян-яҡтан аҫтыма силғауҙарын ҡыҫтырып уҡ ҡуйҙы. – Нисауа, хәҙер йылынырһың, – фуфайкала ҡалған изге йән үҙе дерелдәп ҡуйҙы, күрәһең, һыуыҡбай ҡосағын ҡытыҡланы. Бабай йәһәтерәк ҡыймылдап, урынына ултыра һалды, дилбегәне ҡулына алды ла, малды ҡыуҙы:– Ну-у, әйҙә…Өҫтөнән быу күтәрелгән көйәҙ алаша башын сайҡай-сайҡай теләкһеҙ генә ҡуҙғалды. Бабай шул арала ҙур бейәләйҙәрен сисеп, «Беломорканал»ын көйрәтеп ебәрҙе, бер-икене һурғас, ҡаж да ғож йүткерергә тотондо. Ҡыҙарып-бүртенеп йүткереп бөткәс, ласҡылдатып ҡаҡырығын төкөрҙө:– Әшәке нәмә, ауыҙыңды ҡайырайым, – тип тәмәкеһен бармаҡтары менән ыуалап һүндерҙе лә, төпсөгөн кире ҡапҡа тыҡты, аҡланды, – әбей, артыҡ расхудландыраһың, тип, тәмәкегә аҡса бирмәй… Ни ташлап булмай ҡороғорҙо…Тәнде иретеп, иҙрәткән йомшаҡ, ҡалын, йөнтәҫ толоп эсендә ләззәтләнеп, сана ыңғайына бәүелеп, йәнем рәхәтләнде. Йылына башлағас, иң тәүҙә танауым терелде. Баҡтиһәң, юлдашым һалмыш, үҙенән араҡы еҫе борхолдап тора. Эскеселәрҙе енем һөймәй, башҡа ваҡыт булһа, турһайыр ҙа, ләм-мим өндәшмәҫ инем. Ләкин әлеге мәлдә бар донъяға ҡабаттан йөҙөм менән боролғайным, бабайға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Эскән кешенең тотҡа-биктәре ысҡынып-асылып, телдәре ҡысый башлай, был олатайҙың да һөйләшкеһе килеп, баянан бирле интегә шикелле, тип, һүҙ ҡуштым:– Ә Һеҙ ҡайһы яҡтан?– Мин ни, күрше райондан, хәҙер Баттал аша үҙебеҙгә сығам! – бабай ҡыуанып китте, йәнләнде. – Гадук ныҡлап ауыр (Дауамы бар).
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[15 января 2016] | Просмотров: 1611 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}