История, Слово автору | ||
Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе. Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең 55-енсе быуын аҫыл заты Тәтегәс, Юрматы ҡәбиләһенең бейе, үҙенең вафаты алдынан, 1564 йылда әйтеп яҙҙыртҡан бик теүәллекле шәжәрә-доҡумент был. Билдәле тарихсыбыҙ Сәғит Мираҫтың хәбәр итеүенсә, был шәжәрәнең төп нөсхәһе йәки иң боронғо варианты «Нуғай ылыҫы шәжәрәһе» тип аталған, сөнки ХVI быуат урталарына тиклем Өфөнән алып Каспий диңгеҙенәсә, Яйыҡтан алып Камағаса ил тотҡан башҡорттарҙы, әйтеп үтеүебеҙсә, боронғо мәжүси үҫәргәндәргә башҡа динлеләр (мосолмандар) тарафынан тағылған ләҡәп буйынса, «нуғайҙар» (бүре-эттәр) тип йөрөткәндәр. Нуғайҙарҙың аслан башҡорт икәнлектәренә «тере шаһит» — халҡыбыҙҙың мәшһүр «Уйыл» йыры: иң боронғо өлгөһөндә ул ошолай йырланыр булған:Сын ҡурайсы ҡурай, һәй, уйнамаҫ,Нуғай ҡурайҙары булмаһа.Егет тә генә кеше, һәй, йырламаҫ,Күкрәгендә моңо булмаһа.(«Ватандаш» журналы 1996/1; 101-енсе бит). Ҡурай тигән көй сығарыу ҡоралы бөгөнгө көндә төркиҙәр араһында, билдәле булыуынса, башҡорттарҙа ғына милли музыка ҡоралы булараҡ бар; ә ХVI быуаттың беренсе яртыһында Ағиҙел буйҙарынан Ҡубанға күсенеп киткән һәм айырым нуғай этносына әйләнгән үҫәргән-нуғайҙарҙа хәҙер инде ҡурай юҡ — думбырала, ҡумыҙҙа һәм урыҫ балалайкаһында ғына уйнайҙар (С.Ш. Гаджиева. Очерки истории семьи и брака у ногайцев ХIХ — начала ХХ вв. М., 1979; 86-нсы бит). Хәҙер килеп 1974 йыл Өфөлә нәшер ителгән «Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап»та (133-өнсө бит) баяғы йыр, «нуғай»лығынан арындырылып, «башҡорт»лаштырылып бирелгән (сөнки быны, тарихи үҙгәрештәргә бәйле, халыҡ үҙе үҙгәрткән):Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ,Башҡорт ҡурайҙары булмаһа.Егет кенә кеше йыр йырламаҫ,Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.Һәм шул «Нуғай ылыҫы»на ҡараған юрматылар ҙа, ҡайһы бер тарихсыларыбыҙ фекерләгәнсә (Башкирские шежере. Уфа, 1960; 182-нсе бит), һис кенә лә «нуғайҙарға ҡаршы әүҙем көрәш» алып бармағандар, сөнки улар үҙҙәре бит шул уҡ «нуғай» булғандар (синфи-социаль ҡаршылыҡтар — икенсе мәсьәлә)… Билдәле булыуынса, 19-20-нсе быуаттарҙа Урал башҡорттары араһында ла, Ҡубан нуғайҙары араһында ла этнографик тикшеренеүҙәр үткәрелгән һәм уларҙың һөҙөмтәләре бер-нисә быуат элек айырымланған был халыҡтарҙың бер үк тамырҙан икәнлеген күрһәтә (миҫал өсөн сағыштырып ҡарамаҡҡа һәр икеһенән бер-нисә фото теркәйбеҙ). Инде шул «Нуғай ылыҫы» йәки Юрматы шәжәрәһенең һәм башҡорт тәүәрихе «Сыңғыҙнамә»нең айырым мөһим тәңгәлдәрен барлайыҡ, уларҙағы ваҡиғалар һәм даталар артында Башҡортостан тарихының ошоғаса киң билдәһеҙ ҡала килгән саҡрым бағаналарын һанайыҡ. «Борон заманда был ерҙә нуғай ине. Ул заманда Әмәт Хәмәт тигән хандың ҡул аҫтында торҙолар». Шул «борон заман»дың, йәғни Әмәт Хәмәттең уттай егет сағының шаҡтай теүәл датаһын билдәләргә форсат бар — «Сыңғыҙнамә» ярҙамға килә: Алтын Урҙа ханы Йәнбәктең тәхеттә ултырыу осороноң (1341 — 1357) һуңғы йылдары (Һүрәттә Ҡубандағы нуғай тирмәһе). икән ул (сөнки уның текста телгә алынған Тайдула исемле ҡатынының туғыҙ улы бар, ә хандың бөтәһе ун ике улы булған — өсөһө башҡа бисәләренән). Түбәндәге текст Әмәт Хәмәт ауыҙынан («Әмәт һүҙҙәре») яҙып алынған: «Көндәрҙән бер көн Йәнбәк хан… ау аулай сыҡты. Йәнбәк хандың бисәһе Тайдула ханшаның буйындағыһының ай-көнө тулған ине. Хан үҙе әйтте: «И ханша, мин ауҙан ҡайтып килгәнсе бала тыуһа, ҡыҙ бала булһа үлтерегеҙ. Әгәр ир бала тыуһа, төшлөк ерҙән үҙең һөйгән кешене һөйөнсөләргә ебәрерһең, — тине. — Әгәр ҡыҙ бала тыуып үлтермәһәң, үҙеңде үлтерермен», — тине. (Һүрәттә Уралдағы башҡорт тирмәһе). Хан ауға киткәндән һуң, Тайдула ханшаның… Тәңре Тәғәләнең фарманы менән ҡыҙ бала тыуҙы. Ҡыҙҙы үлтермәне, Бирҙебәккә ебәрҙе. Ул өлкән улы Бирҙебәк ҡыҙҙы аҫыраны. Унан һуң хандың үҙенә кеше ебәрмәне — ханға һөйөнсөләргә кеше барманы. Хан Йәнбәк ҡыҙ тыуғанын белде, килеп һарайға керҙе, һораны: «И даирәләр, үлтерҙеме?» — тип. Белгәндәр әйттеләр: «Үлтермәне, буғай», — тинеләр. Хан һарайға инде, Тайдула ханша ҡаршы сыҡты. Хан ау уғы менән атты, ботона тейҙе. Хан ҡыҙғанманы. Ханша туғыҙ солтан әсәһе ине. Уғландарының асыуы килеп, атаһына һүҙ әйттеләр: «Уғыл кәрәк булһа, туғыҙ уғылың бар, бер генә ҡыҙ әсәһен күп күрәһең», — тинеләр. Унан һуң хан асыуланып, ҡыҙҙы үлтертергә кеше ебәрҙе. Тайдуланың ике арғымағы бар ине. Береһенең исеме Ашыҡса тигән, береһенең исеме Тояҡсаҡ тигән ине. Был ике атты ҡушарлап, ҡыҙҙы ҡасырһын, тип, кеше ебәрҙе. Бирҙебәккә хәбәр килеп етте, ҡыҙҙы алып ҡасты, чирҡасҡа (Ҡафҡазға. — Й.С.) Барып мәҡәм тотто (урынлашты. — Й.С.). Йәнбәк хандың был эшенә халҡын ың күңеле яман булды. Уғландарын ҡыуа башланы, тиерҙәр ине. Хан халыҡтың күңеле яман булғанын белеп, бер көн әйтте: «Кем-кем минең уғылымды (Бирҙебәкте. — Й.С.) килтерһә, ҡыҙымды шуға бирермен», — тине. Ундағы уғлан Әмәт Хәмәт әйтте: «И ханым, әгәр һөйөр ғали булһаң, мин килтерермен», — тине. Хан әйтте: «Хуш, шулай булһын», — тине»… Әмәт Хәмәт Бирҙебәк менән ҡыҙҙы Алтын Урҙа баш ҡалаһы Сарайға — Йәнбәк ханға алып ҡайта, был ваҡытта ҡыҙ үҫеп еткән була. Әммә Йәнбәк хан вәғәҙәһендә тормай — ҡыҙын Әмәт Хәмәткә бирмәй, буғай… Әмәт Хәмәт ҡыҙҙы тартып алыу өсөн ғәскәр һорап Ҡырымға, Ҡуңғратҡа, Ҡыҙылбашҡа (Фарсыға) бара, ләкин ярҙам итмәйҙәр. «Ҡайтып, юл сатына килеп, шымсы ебәрҙе. Хан ауға сыҡҡанда ҡыҙҙы алып ҡасты, Зәй тауына барып, Иҙел яҡаһында торҙо. Уны Ҡыҙ тауы, тиҙәр»… Шулай итеп, Алтын Урҙа баш ҡалаһында Йәнбәк ханға хеҙмәт иткән башҡорт батыры Әмәт Хәмәттең, шәжәрәбеҙҙә яҙылғанса, Зәй, Шишмә йылғалары буйында ил ҡороп, ханлыҡ итеүенә тиклемге тәүге осоро булды был. «Хан ауҙан ҡайтып килде. Әмәт ҡыҙҙы алып ҡасҡанын белде. Ҡайҙа барғанын белмәнеләр. Ике йылдан һуң хәбәре килде: ҡыҙ һамилә (йөклө. — Й.С.) Имеш. Айы-көнө тулды…(Һүрәттә Ҡубандағы нуғай ғаиләһе). Хан сиреү ебәрҙе, өс йөҙ кеше менән Ыласын алыпты башлыҡ итеп ебәрҙе. Йәй көнө ине, Әмәт бейек тауҙың башында ултырып торор ине. Ҡыҙ алыҫтан ҡарап күрҙе: «Бер нисә кеше килә йөрөр, береһе ерән атлы кешелер, артында байман һаҙаҡлы байман кеше торор», — тине. Бер заман Әмәт үҙе (кем икәнен) айырҙы: «Ыласын алыптыр, хандан килә торған икән», — тине. Ул ваҡытта улы тыуған ине. Бишеге менән алып китә алманы. Бер ағас ботағына ултыртып китте. Ҡуйҙың ҡойроҡ майын уғлан ауыҙына ҡаптырып, Тәңрегә тапшырып, һуғышҡа (дошманға) ҡаршы барҙылар»… «Эврика!» (мин таптым!) тип ҡысҡырмай булмай бында: башҡорт халҡының «Бала-Ҡарға» тигән йырының тарихы алдыбыҙҙа! Был йыр башҡа бер генә халыҡта ла юҡ, ошо факт үҙе генә лә Биләр ханы Әмәт Хәмәттең — башҡорт, уның халҡының — башҡорт халҡы, ә был тарихтың — Башҡортостан тарихы икәнлегенә дәлил! «Ыласын (алып) ҡыуып килеп етте, Әмәттең атының эйәренең арҡаһына атты. Әмәт әйтте: «Ант-шарт итешкән дуҫ инең, ханға ялсы булдың. Атҡан улай атмаҫ, былай атыр!» — тип, тегенең арғымағын йыға атты, ятып ҡалды. Йәнә бүтән арғымаҡҡа менеп килде, тағы атты — Әмәттең атының ялын эйәртә төштө. Әмәт тағы тегенең арғымағын йыға атты, йәнә ятып ҡалды. Ыласын алып бер буҙ арғымаҡҡа менеп килеп етте. Һаҙаҡтағы уғын ҡырҡа атты. Әмәт уҡты ҡармап алып баҡты: бер нәҡысы (тамғаһы? кәмселеге? — Й.С.) бар икән. Килеп, алыптың атының умыртҡаһын ҡырҡа атты. Ат йығылды. Ыласын атының өҫтөнән төштө. Әмәт ҡылысын сығарып өҫтөнә килде… Әмәт Иҙел башына сыҡты, Иҙел башында мәҡәм-йорт тоттолар…» Юрматыларҙың Ағиҙел башына — Себер юлына күсенеүҙәре шәйләнә бында. «Йәнбәк хан үлгәндән һуң, Әмәт Хәмәт Бирҙебәккә килеп ҡушылды, хандың ярты йортон биләне…» Атаһы Йәнбәк ханды һәм уның ун ике улын (үҙенең бер туғандарын) үлтереп, Алтын Урҙа тәхетенә менеп ултырған Бирҙебәктең ике йыл ғына ханлыҡ осоро билдәле — 1357 — 1359 йылдар. Тимәк, Ағиҙел башы Себер юлында Әмәт Хәмәт хан 1357/58 йылдарғаса ил тотоп торған, баяғы ике йыл араһында Бирҙебәккә ҡушылып, Алтын Урҙа дәүләтенең яртыһын — Иҙелдең һул (Башҡортостан) яғының ҡануни ханы булған (баш ҡалаһы Бүләр).
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[23 июня 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}