Кәтибә Кинйәбулатованың поэтик ижадында тыуған яҡ темаһы шаҡтай ҙур урын алып тора. Был хаҡта Ҡамса Мортазин: “Кәтибә Кинйәбулатова шиғриәтенең үҙенсәлеге шунда: тыуған яҡ тураһындағы уйланыуҙары уның әҫәрҙәренең ҙур бер өлөшөн тәшкил итә”, — тип яҙҙы.[4.б.110]. Фәлсәфәүи, мөхәббәт лирикаһы ла шағирә ижадында киң таралған. “Кәтибә Кинйәбулатова бар булмышы менән нескә лирик, хиссән шағирә”, — тип билдәләй Ғайса Хөсәйенов. [1.б.253]. Ижадында әҙибә әсә образын һынландырыуға, әсә кешенең эске донъяһын өйрәнеүгә, уның булмышын, уй-хистәрен сағылдырыуға ныҡ иғтибар бүлә. Ғөмүмән, К.Кинйәбулатова шиғриәтендә кеше характеры, кеше тәбиғәте асыла, уның аҫыл сифаттары үҙәккә ҡуйыла, кешелектең рухи байлығы кәүҙәләндерелә.Ошолар менән бергә шағирәнең ижадында гражданлыҡ лирикаһы айырым бер урынды биләй. Ғ.Хөсәйенов әйтеүенсә, шағирә яҡшылыҡҡа ҡыҙығып һәм һоҡланып ҡына ҡалмай, шуның өсөн көрәшә. [1.б.259] .Кәтибә Кинйәбулатованың 50-70-се йылдарҙа ижад ителгән күп кенә әҫәрҙәре һуғыш темаһына бәйле. “Кәкүк тауышы” шиғырында әҙибәнең заман һулышын яҡшы тойоуы күҙәтелә.
Һары һағыш?Ниндәй һары һағыш?Кәкүккә һуң нимә етмәгән?Барыһы бар бит: Урал, Иҙел, ҡамыш…Ә, юҡ, Ерҙә һуғыш бөтмәгән!
Ерҙә шом бар…,
–тигән юлдар илдәр араһында барған “һалҡын” һуғыш тураһында ишаралай кеүек. “Быйыл да йәй килде холоҡһоҙ” шиғырында был фекер асығыраҡ яңғырай:
Ә ниңә һуң теге Аҡ йортта,Ҡара йөрәкле бер Аҡ йортта,Ошо тиклем һөйөү сафлыҡҡа
Үлем, атом менән янайҙар.
Шағирә әҫәрҙәрендә күпселек осраҡта үҙе кисергән хис-тойғолар аша һуғыштың аяуһыҙ эҙемтәләре хаҡында һүҙ ҡуҙғата. “Бер һүҙем бар” шиғырында автор йәш сағын иҫләй:
Һуғыш мәле. Ауыр. Ә мин өйҙә.Кескәйҙәргә әсәй, атай ҙа.Атай ситтә. Әсәй үлеп китте.Үлгәндәр шул кире ҡайтмайҙар.…Күпме талпынһам да, атай булып
Йыуата алмағайным ҡустымды…
Был һүҙҙәр иҫкәртеү булып та яңғырай. Әҫәрҙең юлдарында шағирә замандаштарына өндәшә:
Бер һүҙем бар: ғәзиз атайҙарҙыУтҡа бирмә, бирмә, замана.Атай, тиһә, атай ҡаршы сыҡһын,
Әсәй, тиһә, әсәй – балаға!
“Үҙем оҙаттым” шиғырында автор хәүефле күренештәр хаҡында уйланып яңы ғына башланып торған Афған һуғышы хаҡында ла әсенеп яҙа:
Ғибрәт өсөн генә етмәйме ниАфғанстан һалған ҡайғылар,Йөрәгемдә әсә зары илай:
“Улҡайымды утҡа һалдылар…”
Кәтибә Кинйәбулатова совет осоронда ижад ителгән әҫәрҙәрендә экология мәсьәләһен күтәреп был турала һыҙланыуҙарын белдерә:
Ауҙы имән, ауҙы оло ғүмер,Күләгәһеҙ ҡалды үләндәр.Мең-мең ләғнәт мәгәр уҡыһындарИмән йыҡҡан ҡулды күргәндәр.
(“Күләгәһеҙ ҡалды үләндәр”)
Тәрән борсолоуҙар “Үҙем ҡайттым” шиғырында яралып ята:
Ер өҫтөндә ҡара нур сайҡала,Арал, ҡороп, уртын тешләгән…Уралым, тип ҡайтҡан һайрар ҡоштар
Һыу эсергә ҡурҡа шишмәнән.
Авторҙың 58-се йылда уҡ яҙылған “Эйе, дуҫтар, эйе, ишетәм” шиғыры халыҡ, милләт азатлығы хаҡында булыуы менән үҙенсәлекле. Әҫәр француз колонизаторҙары тарафынан төрмәгә ябылған Алжир патриоткаһы Йәмилә Бухереткә бағышланһа ла, кинәйә һүҙ менән Башҡортостан азатлығы тураһында ла әйтелә:
— Һин, — тим, — Алжир ҡыҙы,Ә мин – башҡорт,Ниндәй йыраҡ, һеңлем аралар,Үҙең яҡын, бигерәк яҡын, нәҡ беҙ
Бер әсәнән тыуған балалар.
90-сы йылдарҙа башҡорт шиғриәтендә гражданлыҡ рухы айырыуса көсәйә. Ҡайҙалыр сит илдәрҙәге, капиталистик донъялағы ғәҙелһеҙлектәрҙе фашлау, үҙ илеңдәге яманлыҡтарға күҙ йомоп ҡарау, күргән хәлдә лә был хаҡта һүҙ әйтә алмау, эстән генә һыҙып-һыҙланып йәшәү урынына үҙ илеңдәге, үҙ йәмғиәтеңдәге, үҙ милләтеңдәге хәлдәр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшер, етешһеҙлектәргә туранан-тура протест белдерер заман килде. Бындай шарттарҙа поэзияның гражданлыҡ яуаплылығы артты, оло ижтимағи темалар үҙәккә сыҡты. Публицистик үткерлек, гражданлыҡ рухы яңы осор шиғриәтенең, һис шикһеҙ, төп үҙенсәлегенә, үҫешенең төп йүнәлешенә әйләнде. [1.б.107-108].К.Кинйәбулатованың да 90-сы йылдарҙағы ижадында гражданлыҡ лирикаһы һиҙелерлек арта төшә. Шағирә совет заманындағы кире күренештәрҙе асып һала. Коммунистик рухта тәрбиәләнеп үҫкән быуын хаҡында ул былай тип яҙа:
Алдандым шул, эйе, алдандым.Өмөтөм хыялдарға ялғанды.Сабый күңелеләй ауанлыҡЫсын күргән һөмһөҙ ялғанды.Күҙле һуҡыр һымаҡ төртөлөп,Белмәгәнмен ҡайҙа барғанды.Тиҙҙән ожмахтарға етәм тип,Инде рәхәт ғүмер итәм тип,Эшләгәнмен тәғәм аш еймәй,Ас-яланғаслыҡҡа баш эймәй.Ә сыҡмаған ҡояш алйытты,Минең һымаҡ бик күп “алйотто”.Эйе, түгел инем бер үҙемАлданыусы. Минең һымаҡтар:Үҙ ерендә үҙе ят бауыр,Килмешәк тә булды, ахмаҡ та.
(“Алдандым”)
“Доға ҡылыр инем” шиғырында автор:
Шулай итте заман:Үҫмер саҡтан,Дин ул, тине, ағыу эсерә.Эй әҙәмдәр,Хоҙай хаҡыналыр,Үткәндәрҙең барыһын кисерә, –
ти.
Быға тиклем әҙибәнең күп әҫәрҙәре яҡты хис-тойғолар менән һуғарылып ижад ителһә, “Ҡыуанысым булһа” шиғырында автор: “Тик күтәрер микән гүрем-ерем, — ҡайғыларым түгел һыймалы”, — ти. Сәбәптәрен дә тура әйтергә мөмкин хәҙер:
Атайымды ҡулға алған көндәнИнәйем, мин – халыҡ дошманы.Ҡара мөһөр тағып, янап торҙо
Һәр яһилы, юха, ҡуштаны.
Бөгөнгө хәл-ваҡиғалар тарихҡа бәйле булыуын шағирә яҡшы аңлай. 90-сы йылдарҙа тормоштоң аҫҡа тәгәрәүен әҙибә унан алда булып үткән осорҙан күрә. Үткәнде оноторға теләүселәргә ул:
Берәүҙәргә бөгөн йәшәүе ләҮткәндәргә бәйле икәненБелергә лә теләмәүселәрҙеНисек итеп ғәфү итәйек…Зар илата һаман шул үткәндәр,Эҙе йәшәй ҡайҙа ҡарама:Былбыл ғына булып һайраһаң да,
Малһыҙ ғына телең ярамай…
Илдә баҙар иҡтисады, капиталистик мөнәсәбәттәр ғәҙелһеҙлектәргә төрөнөп урынлашыуын шағирә “Яңы” тип исемләнгән шиғырында образлы тел аша асып бирә:
Балта күтәргәндә генәДүңгәк ял итеп ҡала.Дүңгәк ялы менән генәДонъяла йәшәп ҡара.Дүңгәк ялына ла хатта
Күптәр эшләргә риза…
Заман үҙенсәлеген автор дөйөмләштереү аша ла күрһәтә:
Беҙҙең заман да тим,Нәк тәбиғәт үҙе,Уттан һыуға һалып тилертә.Берсә ҡойма ямғыр яуып ҡойондорһа,Берсә, -Утлы табаларҙан йүгертә.
(“Шундай ине быйыл йәйҙәр”)
Өлөшһөҙҙәр, ярлылар һаны артыуы хаҡында К.Кинйәбулатова “Хәйер биреп китәм…”, “Күҙҙәремде ҡайҙа төбәйем һуң?” шиғырҙарында күңеле әрнеп яҙа. Авторҙың “Ниҙәр булды икән донъяларға” әҫәрендә кешенең рухи донъяһы ла кире яҡҡа үҙгәреүен күрәбеҙ:
Ниҙәр булды икән донъяларға,Бер-береңә, гүйә, кәрәкһеҙ…Ҡан һыуыла йәнгә,Әллә донъя,
Әллә үҙебеҙ микән йөрәкһеҙ!..
Бында социаль тигеҙһеҙлек туранан-тура әхлаҡи ҡанундарҙың боҙолоуына бәйле икәне күренә.Шағирә әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе хәҙер социаль-әхлаҡи проблемаларға үрелеп бирелә:
Аҡсарлаҡтар саңҡый-саңҡый елә,Арғужаның өҫтөн ҡарпып алып;Сал тулҡындар үрле-ҡырлы килә,Беләгенә һалып үле балыҡ…Ҡайҙа булдығыҙ ҙа юғалдығыҙТыуған еркәйемдең хужалары?Көнэлгәре әллә ҡырылдымыХәттин ашҡас ҡәһәр-нужалары.
(“Тәрән ҡайғылары”)
Кемде тиргәргә һуң йән-фарманғаХилафлыҡтың юҡ һан иҫәбе.Бөгөн һиңә ағыу бирһә түрә,Әмәлең юҡ, һемереп эсәһең.
(“Һыуға барам”)
90-сы йылдарҙа, башҡа әҙиптәрҙең ижады кеүек үк, К.Кинйәбулатованың да гражданлыҡ лирикаһы милләттең, халыҡтың киләсәк яҙмышы тураһында борсоулы уйҙар менән һуғарыла. “Тыуған көнөң менән, Һәҙиә апай” шиғырында автор үҙен мәшһүр яҙыусы менән сағыштырып, унан өлгө алырға кәрәк, тигән фекер үткәрә. Бөгөн милләттең ауыр яҙмыш кисереүен, халыҡтың милли үҙаңы түбән булыуының сәбәптәрен күрһәтер өсөн шағирә тарихты яҡтырта:
Выждан, намыҫ менән кем уйнаны?Ялағайҙар, бысраҡ ҡулдармы?Хыянатсы, мәкер, һатлыҡ йәндәрАҫты, киҫте бөркөт улдарҙы.Ҡайҙа бөгөн азат тормош өсөн,Халҡым өсөн янып көйгәндәр?Сал тарихҡа ниңә кәрәк ине
Нахаҡ йәбер менән үлгәндәр…
Шағирәнең тамырҙарынан ваз кискән милләтәштәре хаҡында әйткән һүҙҙәрендә ололарға хас тәрән аҡыл ята кеүек. Автор бында халыҡ-мәҡәлен дә ҡуллана:
Өгөтләмә маңҡортто,Аҫыл һүҙҙәр тапһаң да.Ишетерме һаңғырау,Алтын алҡа таҡһаң да.Башҡортомдоң әйткәне –Тура сәпкә тейгәне:Йүкәнән май сыҡмай, тип,Алъюҫыҡҡа көсөңдө
Әрәм итмә тигәне.
(“Башҡортомдоң әйткәне”)
Әҙибә “Ҡушҡайын” шиғырында:Милләтем кәрәкме?Мин – башҡортмон.Урыҫ ҡыҙы – Женя дуҫҡайым.Беҙ – ерҙәштәр.Айырып булмай торған
Бер тупраҡта үҫкән ҡушҡайын, —
тип милләт-ара дуҫлыҡты үҙәккә ҡуйһа, “Йәнем фиҙа инде минең” әҫәрен бөтөнләй икенсе тойғолар, уй-кисерештәр менән яҙа:
Ниңә тыуған яҡта түгелМин теләгән тормоштарым,(Аптырауҙан әйтәм инде,)Илкәйемде ҡырҙырҙы битОло ағай-урыҫтарым.Улар өсөн башҡорттарыңБармы-юҡмы – барыбер бит,Күпме яҙмыш етемһерәпҠараларға тарыны бит.Ерҙәребеҙ, һыуҙарыбыҙТәфтиләүҙәр усағында,Һыҡтап, һыҡрап ҡан һыуҙыраОло ағай ҡосағында…Әле йотлоҡ, әле юҡлыҡТөн итте бит көнөбөҙҙө.Әпкәләйҙәр ҡырҙырҙыларҮҙебеҙҙән үҙебеҙҙе.Ләкин автор оптимистик рухына тоғро ҡала:Үлмәҫ башҡорт, йәшәр башҡорт,Үткер ташта сарланған ул.Батыршалар, Салауаттар –
Сал бөркөттәр һайлаған юл.
Шулай итеп, К.Кинйәбулатованың гражданлыҡ лирикаһында илдәге, донъялағы төрлө юҫыҡта булған проблемалар сағылыш таба. Совет осоронда ижад ителгән поэтик әҫәрҙәрендә шағирә башлыса экология, һуғыш темаларын күтәрһә, 90-сы йылдарҙағы шиғырҙарында социаль проблемаларҙы, рухи тормош, милләт яҙмышы кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе иғтибар үҙәгенә ала. Шағирәнең тарихҡа күҙ һалып, совет заманында үҙе кисергән кире һәм ҡанһыҙ күренештәрҙе яҡтыртыуы, гражданлыҡ лирикаһын үҙенсәлекле итә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы: 6 томда: Т.6. Хәҙерге әҙәбиәт / Яуаплы ред. Р.Н.Байымов. – Өфө: Китап, 1996.2. Кинйәбулатова К. Әсә һулышы ( шиғырҙар, поэмалар, балладалар). – Өфө: Китап, 1980. – 240 бит.3. Кинйәбулатова К. Аҫылташтар илендә. Шиғырҙар, балладалар, поэмалар, тәржемәләр. — Өфө: Китап, 2000. – 288 бит.
4. Мортазин Ҡ. Тыуған яҡ йырсыһы // Ағиҙел. – 2004. – №10.
Иксанов Мунир