Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Песни

«Туғыҙынсы вагон» бәләһе » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 12.12.2016 1 min read
Новости » Слово автору
Билдәле сатирик Михаил Задорновтың “Туғыҙынсы вагон” тигән бик хикмәтле бер хикәйәһе бар. Телевизорҙан үҙе һөйләгәнен ишетеп, бик оҙаҡ шарҡылдашаһығыҙҙыр ҙа әле. Ә бит асылда Задорновтың һәр көләмәсенән күҙ йәштәренә быуылып хихылдарға түгел, ә көҙгө болоттай оҙайлы шөбһәләргә сумырға кәрәк. Эйе, сәстәреңде көҙгө елдәрҙәй йолҡҡолай-йолҡҡолай.Көләмәс ябай ғына хәлдән башлана: төнгө поезға тимер юлсылар яңылыштан “9” һанлы ике вагон тағып ебәрәләр. Ана шунан китә лә инде мажаралар, сөнки, ни генә тимә, барыбыҙ ҙа бер мәктәптә бер төрлө белем алғанбыҙ, туғыҙға тиклем дә бер төрлө һанайбыҙ – бер, ике, өс… һ. б. Ләкин Задорновтың һөйләгән мажаралары ситтән, йомшаҡ диванда ултырып ҡарағанда ғына ҡыҙыҡ һымаҡ. Ә һеҙ үҙегеҙ туғыҙынсы вагонда китеп барған булһағыҙ? Ана шул-шул…Буранбай дуҫым әйтмешләй, ғәжәп хәлдәр була бит ул. Минең үҙемә лә һис көтмәгән ерҙән шундай хәлгә тарырға тура килде. 15 март – дүшәмбе көн. Өндәште бит берәү кискә табан, имеш, Йәштәр театрында әҙәби кисә буласаҡ. Етмәһә, йәш яҙыусыларҙы тәүге китаптары менән ҡотлайҙар икән. Шәп хәбәр был. Беҙ үҙебеҙ ҙә заманында “йәш” исеме күтәреп йөрөгән яҙыусылар, эштән һуң фотоаппарат йөкмәп алдым да, саптым Йәштәр театрына. Бәй, дүшәмбе кисе театр бөтөнләй эшләмәй булып сыҡты – ишектәре шыпа ябыҡ. Ары-бире тарҡылап ҡарағас, мине бындай кистә шундай оҙон юлға бушалағайыма сығарып ебәргән танышымдың тетмәһен тетеп, асыуымды баҫып өлгөрмәнем, келт итеп “Салауат Юлаев”тың уйыны башланырға тороуы иҫкә төштө. Ҡалайтаһың, әҙәби кисә булмаһа, хоккей ҙа бата ул беҙгә.Бында ниндәй көлкө булһын, тиерһегеҙ. Эйе ләһә. Был ябай кире боролоуҙоң мине иҫәр хәлгә ҡуйған яңы боролошо иртәгеһенә генә барлыҡҡа килде шул. Баҡтиһәң, мин барғанда Йәштәр театрында ул кисә инде бер сәғәт буйы барған булған, имеш! Мин алйот, Задорнов көләмәсендәге ябай аҡыллы кеше ғошап, театрҙың алғы ишектәрен тартып ҡарағанмын, ә унда артҡы ишектән керәләр, үәт! “Һин үҙең дүрәк – ҡайһы илдә йәшәгәнлегеңде онотҡанһың! Беҙҙә иң дөрөҫ юл – ”инергә ярамай!” тип яҙылған ишек була ул!” – тип үҙемдең тетмәне тетеп ташланы кисәге танышым.Дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең! Театрҙа эшләүселәр ҙә ябай аҡыллы халыҡ таһа: улар ҙа, сәнғәт донъяһында йөрөһә лә, беҙҙең илдә йәшәй. Тамаша ҡарағыһы килгән кеше инер тишеген генә таба ул, тигәндәрҙер. Ә мин, улар урынында булһам, былай итер инем: алғы ишеккә аҡырайтып: “Инергә ярамай!” тип яҙып ҡуй ҙа, вәссәләм – кисәлә аншлаг көт тә ултыр! Ни тиһәң дә, беҙҙә әле күпселек халыҡ ҡайһы илдә йәшәгәнен яҡшы белә…

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 апреля 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: "Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла…" » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Киленсәк » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025