Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



«Туғыҙынсы вагон» бәләһе

Новости » Слово автору
Билдәле сатирик Михаил Задорновтың “Туғыҙынсы вагон” тигән бик хикмәтле бер хикәйәһе бар. Телевизорҙан үҙе һөйләгәнен ишетеп, бик оҙаҡ шарҡылдашаһығыҙҙыр ҙа әле. Ә бит асылда Задорновтың һәр көләмәсенән күҙ йәштәренә быуылып хихылдарға түгел, ә көҙгө болоттай оҙайлы шөбһәләргә сумырға кәрәк. Эйе, сәстәреңде көҙгө елдәрҙәй йолҡҡолай-йолҡҡолай.
Көләмәс ябай ғына хәлдән башлана: төнгө поезға тимер юлсылар яңылыштан “9” һанлы ике вагон тағып ебәрәләр. Ана шунан китә лә инде мажаралар, сөнки, ни генә тимә, барыбыҙ ҙа бер мәктәптә бер төрлө белем алғанбыҙ, туғыҙға тиклем дә бер төрлө һанайбыҙ – бер, ике, өс... һ. б. Ләкин Задорновтың һөйләгән мажаралары ситтән, йомшаҡ диванда ултырып ҡарағанда ғына ҡыҙыҡ һымаҡ. Ә һеҙ үҙегеҙ туғыҙынсы вагонда китеп барған булһағыҙ? Ана шул-шул...
Буранбай дуҫым әйтмешләй, ғәжәп хәлдәр була бит ул. Минең үҙемә лә һис көтмәгән ерҙән шундай хәлгә тарырға тура килде. 15 март – дүшәмбе көн. Өндәште бит берәү кискә табан, имеш, Йәштәр театрында әҙәби кисә буласаҡ. Етмәһә, йәш яҙыусыларҙы тәүге китаптары менән ҡотлайҙар икән. Шәп хәбәр был. Беҙ үҙебеҙ ҙә заманында “йәш” исеме күтәреп йөрөгән яҙыусылар, эштән һуң фотоаппарат йөкмәп алдым да, саптым Йәштәр театрына. Бәй, дүшәмбе кисе театр бөтөнләй эшләмәй булып сыҡты – ишектәре шыпа ябыҡ. Ары-бире тарҡылап ҡарағас, мине бындай кистә шундай оҙон юлға бушалағайыма сығарып ебәргән танышымдың тетмәһен тетеп, асыуымды баҫып өлгөрмәнем, келт итеп “Салауат Юлаев”тың уйыны башланырға тороуы иҫкә төштө. Ҡалайтаһың, әҙәби кисә булмаһа, хоккей ҙа бата ул беҙгә.
Бында ниндәй көлкө булһын, тиерһегеҙ. Эйе ләһә. Был ябай кире боролоуҙоң мине иҫәр хәлгә ҡуйған яңы боролошо иртәгеһенә генә барлыҡҡа килде шул. Баҡтиһәң, мин барғанда Йәштәр театрында ул кисә инде бер сәғәт буйы барған булған, имеш! Мин алйот, Задорнов көләмәсендәге ябай аҡыллы кеше ғошап, театрҙың алғы ишектәрен тартып ҡарағанмын, ә унда артҡы ишектән керәләр, үәт! “Һин үҙең дүрәк – ҡайһы илдә йәшәгәнлегеңде онотҡанһың! Беҙҙә иң дөрөҫ юл – ”инергә ярамай!” тип яҙылған ишек була ул!” – тип үҙемдең тетмәне тетеп ташланы кисәге танышым.
Дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең! Театрҙа эшләүселәр ҙә ябай аҡыллы халыҡ таһа: улар ҙа, сәнғәт донъяһында йөрөһә лә, беҙҙең илдә йәшәй. Тамаша ҡарағыһы килгән кеше инер тишеген генә таба ул, тигәндәрҙер. Ә мин, улар урынында булһам, былай итер инем: алғы ишеккә аҡырайтып: “Инергә ярамай!” тип яҙып ҡуй ҙа, вәссәләм – кисәлә аншлаг көт тә ултыр! Ни тиһәң дә, беҙҙә әле күпселек халыҡ ҡайһы илдә йәшәгәнен яҡшы белә...

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 апреля 2010] | Просмотров: 150 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Үҙебеҙсә йәшәйек!
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Ғөҙөр
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .