Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда…5
|
Новости » Литература |
Ҡыш бабайҙың тоғонда – Бүләк һәм дә күстәнәс.Уны такси алып килгән,Үҙ көскәйе етмәгәс.Фәрештәләй ҡыҙ – ҠарһылыуЙәнәшендә ултыра,Шат йылмайып, һәр балағаМатур бүләк тоттора.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаСирек менән ҡымыҙ бар.Ялтыр бокалдар тултырып,Байрам ҡотлап, ҡымыҙ һал.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда«Йәшлек» гәзите тулы.Шул баҫманы тотһа инеҺәр башҡортомдоң ҡулы.Гәзит булһа, бәхетле һин,Бөтәһе лә бар унда:Тәмле итеп аш та бешер,Төрлө салат та ҡулда.Төрлө-төрлө кәңәштәренБирә беҙгә «Йәшлек»тәр,Тиражы гел арта барһын,Киң асылһын ишектәр.Маймыл маймыл булыр инде,Үҙ яйы ла, үҙ эше.Беҙ генә маймыл булмайыҡ,Булып ҡалайыҡ Кеше.Рима ШАҺИЕВА. Мәсетле районы,
Көршәле ауылы.
|
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
|
[24 декабря 2015] | Просмотров: 241 Опубликовал: admin |
Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}