Йәшлек гәзитенең яңылыҡтары |
Новости » криминал |
Ҡасҡалаҡ балалар ниңә арта?Балалар әллә ниндәйгә әйләнде. Йә өйҙән сығып китәләр, йә үҙ ғүмерҙәрен ҡыялар. Сәбәбе барҙыр инде. Бәлки, тәрбиә тирәләй нимәлер эшләп еткерелмәйҙер. Айырыуса өйҙән ҡасып сығып китеүселәр артты.Бына бер көн, 15 йәшлек Өфө ҡыҙы юғалды, тип яр һалдылар. Ул велосипедта йөрөргә сыҡҡан да, юҡ булған. Телефоны ла һүнгән. Ата-әсә борсолмай нишләһен. Өс көн үткәс, уны Мәскәүҙә табып алғандар. Баҡһаң, үҫмер ҡыҙ баш ҡалаға самолетта осоп барған. Билет алырға бер таныш булмаған ирҙе күндергән. Янында аҡсаһы ла булған бит әле ул. Асыҡлауҙарынса, ҡыҙҙың тәүгә ҡасыуы түгел икән. Был хәлде нисек аңлатырға?
Егеттәр менән фатирығыҙҙа осрашмағыҙ Ир заттары хәҙер тамам романтиклығын юғалтып, практикка әйләнде. Бер ниндәй ҙә шиғыр һөйләү, серенада йырлау юҡ. Улар – әҙергә-бәҙер.Өфөнөң ике “башлы” егете ҡыҙҙар менән уларҙы талар өсөн танышып йөрөгән. Схема ябай – социаль селтәрҙәрҙә танышалар ҙа мотлаҡ ҡыҙҙың өйөндә осрашырға һүҙ ҡуйышалар. Ҡыҙҙар ни, уны-быны уйлап тормай, саҡыра. Артабан һылыуҡайҙар бау менән сырмала, фатир эсе пыран-заран килә. Телефон, ноутбук, алтын әйберҙәр егеттәр менән юҡҡа сыға. Бына шулай “шәп осрашыу”.Бер ваҡыт егеттәр арыу табышҡа юлыға – фатирҙан алып сыҡҡан әйберҙәр 120 мең һумға торош итә. Әммә ҡыҙҙар ҙа шуҡ булып сыға, полиция менән бергә тиҙ эшләйҙәр. Тотолған ҡараҡтар изоляторға алып китеп барғанда ҡасмаҡсы була, хатта береһендә ҡорал булып, атышалар ҙа. Һөҙөмтәлә ике “кейәү” 15 һәм 16 йылға төрмәгә ултыртыуға хөкөм ителә. Бесәйгә ышанырға була Ҡыҙҙар, егеттәргә ышанмағыҙ. Бик тә яңғыҙ булғығыҙ килмәһә, ана, эт йә бесәй аҫрағыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Улар һеҙгә тоғролоғон шундуҡ иҫбатлар. Өфөлә бер ҡатынды янғындан бесәйе ҡотҡарған. Фатирҙа төндә телевизорҙан ут сыҡҡан. Ә хужабикә икенсе бүлмәлә йоҡлаған. Уның бесәйе төтөн еҫен тиҙ генә һиҙеп ҡалып, ныҡ ҡына мыяулаған. Әгәр бесәйе уятмаһа, ҡатын үлер ине, моғайын. Сөнки, электр приборҙары янғанда үтә ағыулы матдә бүленеп сыға, хатта бер нисә генә һулау ҙа үлемгә килтерә. Ете ғүмер – ете йыл Хәтерегеҙҙәме икән, 2014 йылдың 20 мартында Архангел районында Сибайҙан Өфөгә барыусы микроавтобус йөк машинаһы менән бәрелешеп, автобустың ете пассажиры һәләк булғайны. Әле водителгә хөкөм ҡарары сығарылған. Хәҙер пассажирҙарҙы ниндәй генә автобустар ташымай?! Уңайлы ҙур махсус транспорттан алып бәләкәй “Ока”ларға тиклем – йәнең теләгәне бар. Тик ниңәлер ҙурҙарында халыҡ әҙ була. Йәнәһе, әкрен йөрөй. Ә микроавтобустар иһә аварияға йыш осрай. Былтырғы фажиғәлә “Фольксваген” минивэнының ете пассажиры (шул иҫәптә ҡыҙҙарының туйына китеп барған ирле-ҡатынлы икәү) үлә, шофер ғына тере ҡала. Водитель алты йыл да 11 айға хөкөм ителде. Һәм ул һәр үлгән кешенең туғандарына берәр миллион һум компенсация түләргә тейеш. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[22 июня 2015] | Просмотров: 525 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}