Новости » Слово автору | ||
Йыһат СолтановЙӘШЛЕК ТУРАһЫНДА ЙЫР(Заһит Сулпановтың тормошо)Беренсе китапӘҫәрҙең яҙылыу тарихынан Үҙ ваҡытында донъяға сыҡмай тороп ҡалған әҫәрҙәрем араһынан тәүге романымды алып, матбуғатҡа тәҡдим итергә булдым. Ғәмәлдә ул саҡ ҡына әҙәбиләштерелгән автобиографик әйбер — йәшлегендә паспорты буйынса Зиһат Солтанов тип йөрөтөлгән Йыһат-фәҡирегеҙҙең тәржемәи хәлелер (исем-фамилияһы ғына Заһит Сулпановҡа үҙгәртелгән). Ҡулъяҙманың аҙаҡҡы битендә ошондай аңлатма бар: “Был (һуңғы) бүлектең икенсе яртыһы бөгөн, йәғни 11 март, 1961 йыл Һунарсы ауылында тамам. Ә романдың тәүге бүлектәре 1957 йылдың яҙында йәмле Һаҡмар буйҙарында тыуған ауылым Сәнкем-Биктимерҙә яҙыла башлап, 1958 — 1961 йылдар араһында ижадыма ваҡыт булмау сәбәпле, ҡаралама хәлендә “туңып” ятҡайны. Бына быйыл аҡҡа күсерә башланым.Зиһат Солтанов.Һунарсы, 11.03.1961 йыл”. Һәм бына шул шөғөлөм тураһында “Ағиҙел” журналы редакцияһына атҡарған хатым: Һаумы, Әсғәт ағай! 24.01.1962 йыл яҙған хатыңды алдым. Быға тиклем ҡулъяҙмаларҙы, юғалыуынан ҡурҡып, почтаға һалмай йөрөгәйнем. Ну, Бог с ними! Юғалмаҫҡа тейештәр. Иртәгә үк бандероль менән оҙатам. Түбәндәге әйберҙәр: 1. “Йәшлек тураһында йыр” (роман); 2. “Хеҙмәт” (повесть); 3. “Ер аҙығы” (комедия); 4. “Көрәш дауам итә” (пьеса); 5. “Йөрәк һыҙлай” (хикәйә); 6. “Яғымһыҙ кеше йылмая” (хикәйә); 7. Кескәйҙәр өсөн 2 бәләкәс хикәйә (“Бәпкә һәм малайҙар”, “Ҡараҡ бесәй”). Роман һәм повесть — яҙылып бөтмәгәндәр; әгәр рәт сыҡһа, мин уларҙы ҡыҫҡа арала тамамлап өлгөртәсәкмен. Повестә һуңғы йылдарҙағы колхоз тормошон — үҫеүгә ҡамасаулаған етешһеҙлектәрҙе күрһәтәм. Колхозсылар ҡыйынлыҡты йырып сығасаҡ. Роман иһә бер йәш кешенең тормошон һүрәтләй; бик күп ауырлыҡтар, һынауҙар аша үткәндә лә, уның ысын Кеше булып ҡалыуы күрһәтелә. Геройымды мин ауыр, яуаплы, ҡурҡыныслы хәрби диңгеҙ флоты аша үткәрәсәкмен; хеҙмәтен бөтөрөп ҡайтҡас та ул ҡатмарлы тормош мәктәбе үтәсәк, сынығасаҡ. Шулай пландар… Әгәр роман менән повесть, ярым-ярты хәлдә булыуҙарына ла ҡарамаҫтан, минең нимә һөйләп бирергә теләүемде һеҙҙәргә (ҡәләмдәштәргә) аҙыраҡ аңлатһа, йылы ҡараш ҡаҙанһа, бәхетле булыр инеем: ҡанатланып, ослап та ҡуйыр инем. Ҡулъяҙмаларҙы алыу менән үк хәбәр ит, ағай. Көтәсәкмен. Бөтәгеҙгә, бөтәгеҙгә ялҡынлы сәләмдәр ебәрәм, уңыштар теләйем.Зиһат Солтанов.02.02.1962 йыл. Хәҙер хәтерләүемсә, Башҡортостан Яҙыусылар берлегенән, йәш әҙиптәрҙең шул уҡ йылда буласаҡ семинарында тикшереү өсөн, әҫәрҙәремде һорап хат килгәс, бер килке шиғырҙарымды һәм “Үткән йылдар моңо” исемле шиғри романымды, шулай уҡ баяғы “Хеҙмәт” тигән повесем менән хикәйәләремде ебәрҙем; романымдың һуңғы ваҡытта тулыһынса аҡҡа күсереп бөткән беренсе киҫәген иһә, һынамаҡ өсөн утыҙ битлек өҙөгөн генә тәҡдим итеү менән сикләнеп, уның хаҡында семинар хөкөмөн белгәнгәсә ҡалдырыбыраҡ торҙом. Алғандар, һәм шул йылдың йәйендә үткәреләсәк баяғы семинар комиссияһына тапшырғандар. Көнө еткәс, Өфөлә семинарҙың проза секцияһында үҙем тыңлап ултырҙым, әммә һөҙөмтәһе ҡыуаныслы булманы: дөйөмләштереп әйткәндә, автор проза әҫәрҙәрендә социалистик реализм ҡанундарынан тайпылған, яҡты совет ысынбарлығын ҡара итеп кенә күрә, тигәнерәк баһа бирҙеләр. Шул сәбәпле романымды тәҡдим итеүҙән һәм дауамын яҙыуҙан төңөлдөм — архивымда “ҡаҡланып” ҡалды… Ул әҫәрҙең барлыҡ биш (аҙаҡ алты итеп үҙгәрткәнмен) бүлектәренең дә ысынлап та 1957 — 1958 йылдар араһында яҙылып бөткәнлеген дәлилләүсе документ һаҡланып ҡалған (датаһына иғтибар итегеҙ): Зиһат туған! Хатыңды алдым — рәхмәт. Романыңдың биш бүлеген дә ебәр әле. Журналда булмаһа ла, гәзиттәрҙә, радиола файҙаланып булыр, бәлки… Эш күп булыуға ҡарамаҫтан, һиңә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә әҙер — романыңды күсереп ебәр. Эшеңдә уңыштар теләп, Әсғәт Мирзаһитов. 04.01.1958. Күренеүенсә, өлкән ҡәләмдәштең был сәләм хаты өҫтәге минең хаттан күпкә элегерәк яҙылған. Ярты быуат ваҡыт үтеп китһә лә, унан һуң күпме тәжрибә туплаһам да, үҙемә ҡалһа әҫәр һаман да уҡымлы, ҡыҙыҡ булып күренде. Уҡып ҡарағыҙ.Йыһат Солтанов.
03.02.2005.
Страница 1 из 4 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[27 октября 2009] | Просмотров: 4 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}