[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Утыҙынсы йылдар башҡорт поэзияhында социаль конфликт hүрәтләнеше | Новости » Литература |
Утыҙынсы йылдар башҡорт поэзияhының төп үҫеш йүнәлеше социализм төҙөлөшө ваҡиғалары менән тығыҙ бәйләнешле. Илде индустриялаштырыу, ауылда кохозлашыу хәрәкәте, Башҡортостандың индустриаль-аграр республикаға әйләнә барыуы поэзияға ғәжәп бай материал биреп, гражданлыҡ пафосын hәм поэтик hыҙаттарын билдәләште.Социализм төҙөү өсөн көрәш процесы 30-сы йылдар башындағы әҙәбиәттә индустриализация hәм ауыл хужалығын коллективлаштырыу менән бәйле ике ҙур тематиканы берҙәй тиң hәм берҙәм сағылышын да талап итте. М. Ғафуриҙың, С. Ҡудаштың, Ғ. Сәләмдең, Б. Бикбайҙың, М. Мораттың hәм башҡа шағирҙарҙың эмоциональ пафослы агитацион шиғырҙары «төҙөү ҡоралы», «көрәш набаты» функцияhын алып, халыҡты көрәшкә рухландырыуҙа мәғлүм бер роль уйнанылар.С. Ҡудаш, Т. Йәнәби, Д. Юлтый, Б. Ишемғол поэмаларында колхозлашыу хәрәкәте, уның крәҫтиәндәр тормошона hәм психологияhына яhаған йоғонтоhо билдәле кимәлдә яҡтыртылды.Т. Йәнәбиҙең «Бағаналы юл буйлап» (1930) поэмаhында ҡуйылған төп маҡсат – крәҫтиәндәрҙең бөгөнгө hәм киләсәктәге бәхетле юлы коллективлашыуҙың бағаналы оло юлында тип раҫлау. Бының өсөн автор хеҙмәтсән халыҡтың алдынғы вәкилдәре исеменән hөйләү-аңлатыу сараhын hайлай.С. Ҡудаштың «Хат» поэмаhы (1930) крәҫтиәндәрҙең коллектив хужалыҡҡа күсеү процесындағы уй-кисерештәрен hәм улар аңындағы хосуси милекселек ҡараштарының яңы, коллективсылыҡ ҡараштары менән киҫкен бәрешелкә инеүен драматик ваҡиғалар аша hүрәтләне. 1 Ғәйнан Әмириҙең «Кәмhетелгән Шәмсетдин, труддинhыҙ Нуретдин» (1932) поэмаhы ла колхоз хәрәкәте уңайы менән крәҫтиәндәр психологияhында тыуған үҙгәрештәрҙе хикәйәләүгә нигеҙләнгән.Шулай уҡ , Б.Бикбайҙың «Урман артында», «Гармунсы», Р. Ниғмәтиҙең «Баҫыу хөкөмө», Ғ. Сәләмдең «Начальник» поэмаларында колхоздарҙы хужалыҡ-ойоштороу яғынан нығытыу, төрлө ҡоротҡослоҡтарға ҡаршы көрәш, крәҫтиән психологияhындағы үҙгәреш моментарын конкрет ситуацияларҙа hүрәтләнде. Уларҙың барыhының да нигеҙендә социаль конфликт ятты. «Урман артында» әҫәрендә Б. Бикбай комсомолец, төндә колхоз малын көтөүсе йәш активист егеттең, серемгә китеп кенә барған мәлендә кулактар тарафынан үлтерелеү эпизоды hүрәтләй. Шағир был фажиғәле ваҡиғаны экспрессив поэтик алымдар, үткер тасуири саралар ҡулланып, драматик, трагик буяу – төҫмөрҙәрҙә еткерә. Яңылыҡ өсөн барған синфи көрәш ҡорбанhыҙ булмай тигән идея үткәрелә әҫәрҙә. Был хәл поэманы оптимистик трагедия итә. Уның аҙағында автор асыҡтан-асыҡ былай ти: Бойоғоуҙар беҙгә төҫ түгел,Колхоз әле киҫкен көрәштәрҙәМиллион Йомағолдар үҫтерер.Тормош синфи ҡаршылыҡтар hәм драматик бәрелештәрҙә тасуирланғанлыҡтан, поэмала ваҡиға hыйҙырымы hәм ыҡсымлығы көсәйгән.Рәшит Ниғмәтиҙең «Баҫыу хөкөмө» (1933) тигән кескәй күләмле поэмаhының (бары 169 шиғыр юлы) сюжеты шунан ғибарәт: колхоз игенен урлап анhат ҡына йәшәргә теләгән ялҡау Нурый енәйәте өҫтөндә фаш ителә. Әҫәрҙә бер геройҙың да тышҡы портреты, ҡылыҡтары тасуир ителмәй, фәҡәт уның урлашыу эпизоды ғына хикәйә ҡылына. Киҫкен диалогтар, уңышлы hайланған репликалар, етеҙ хәрәкәт, тапҡыр тел поэманың уңышын тәьмин итә.Ғәлимов Сәләмдең «Томан таралды» (1932) шиғырында ҡайhы бер крәҫтиәндәрҙең донъяға ҡарашында нисек итеп аңhыҙлыҡ томанының таралыуы hүрәтләнә. Фәхри кеүек кулак ҡалдыҡтарының ғәйбәт юлы менән айырым кешеләрҙе колхоздан айырып алырға маташыуы күрhәтелә. Фәхриҙең синфи аңында үҙенә күрә тәжрибә лә, хәйлә лә бар. Ғилми кеүек томанлы аң эйәләрен кулак ҡармағына эләктереү өсөн ул илдең эске хәлен генә түгел, халыҡ-ара ваҡиғаларҙы ла файҙаланырға тырыша. «Аэроплан» тигән ҡорос ҡошто «hуғыш» төшөнсәhе менән бергә бәйләп өйрәнгән кешеләрҙең ул ҡотон ала: беҙгә килеп, йәнәhе, япон ябырылмағайы, ауыл өҫтөнән осҡан самолеттар шуларҙыҡы, буғай. Япондан ҡурҡышынан Ғилми хатта колхоздан сығырға тип ҡыртлашып та йөрөй. Ике йыл үткәс кенә Фәхриҙең аҫтыртын дошманлыҡ итеүенә төшөнә Ғилми. Үҙенең ахмаҡланыуы өсөн оялған ваҡытта Ғилми ҡасандыр Фәхриҙәрҙән күргән ыҙаhын да хәтергә төшөрә. Межалар менән сыбарланған ерҙә «тышауланып ҡалған йәшлек таңы» өсөн үкенә. Шулай итеп, поэмала социаль конфликт яңынан еңеүен, Ғилмиҙең күмәк хужалыҡ итеүҙе ихлас ҡабул итеүен күрhәтеү менән тамамлана.Ғ. Сәләмдең «Начальник» (1934) поэмаhында hүҙ тарихи контрастан башлана:Беҙ, иҫкене күргән кешеләр, hәр яңыны –Үткәндәргә тиңләп үлсәйбеҙ.
Ауылда хәбәр тарала: «Ауылға начальник килә». «Түрә килә» тигәнде бик күптәр ытырғыныу ҡатыш шөрләү тойғоhо менән ҡаршы ала. Халыҡтың хәтеренә боронғолоҡ «хан», «бей», hуңғараҡ «кантон», «старшина», «губернатор» тигән шомло дәрәжәләр hеңеп ҡалған. Шуға күрә лә уларҙың үҙ-ара hөйләшеү ваҡытында түрәләр килтергән «ҡара ҡайғы» сәхифәләре тасуирлы килеп сыға. Совет власы урынлаштырылып, колхоз ойошторолғас та, ҡайhы берәүҙәр кешеләр араhындағы яңы мөнәсәбәттәрҙе тиҙ генә аңлай алмай, начальниктарҙың «яңыhы ла бер үк ҡалыптыр» тип уйлай. Был ҡараштар емерелә. Ауыл халҡы колхоздағы етешhеҙлектәрҙең сәбәбен үҙәктән килгән политначальниктар ишетә. Элек тәбиғәт стихияhына япhарып ҡалдырылған бәлә-ҡазалар, баҡтиhәң, эстән емереп йөрөүсе, кулак ҡалдыҡтарының этлеге икән. Шул рәүешле, поэмала синфи ҡаршылыҡтарҙың сиселеше яңынан еңеүен hүрәтләү менән тамамлана. Страница 1 из 6 | Следующая страница |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[23 марта 2010] | Просмотров: 139 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}