[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
300 мең һум ал да үҙ эшеңде ас | Новости |
Башҡортостанда, былтырғы кеүек үк, эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Хатта ҡорамалдар һатып алыуға ла булышлыҡ ителәсәк – страховка түләүҙәренең бер өлөшө субсидияланасаҡ. Ә программаның иң ҡыҙыҡ өлөшө – старт-ап бирәләр, йәғни үҙ эшеңде асыуға аҡса бүләләр. Өҫтәүенә, уны кире ҡайтарып бирергә тура килмәйәсәк. Быйыл старт-аптың суммаһы – 300 мең һум (былтыр – 400 мең һум ине). Һәм уны алыу өсөн талаптар ҙа ҡәтғиләнгән. Аҡса кемгә бирелә?– кәмендә бер йыл элек теркәлгән фирмалар (интеллектуаль эшмәкәрлек, йәғни уйлап табыу, компьютер программаларын булдырыу һ.б. менән шөғөлләнеүселәр).– Өҫтөнлөклө эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнеүселәр.– Кәмендә 25 процент үҙ аҡсаһын һалыусылар. Йәғни 300 мең һум аҡсаны алыр өсөн бизнесҡа 75 мең һум үҙ аҡсаңды һалырға тура киләсәк. Әйткәндәй, үҙ эшеңде асыу өсөн дәүләт биргән аҡса ла (үҙ эштәрен асырға теләгән эшһеҙҙәргә 80 мең һумға тиклем аҡса бирелә) «үҙ иғәнә»ң булып тора ала.– Теркәлгән эшһеҙҙәр, тулы эш көнө эшләмәгәндәр, хеҙмәт хаҡы һаҡланмаған ялдағылар, ҡаланың төп предприятиеларында эшләүселәр ойоштороусыһы булып торған фирмалар өҫтөнлөклө тәртиптә субсидия алыуға хоҡуҡлы. Тик был аҡсаны алыу өсөн улар мотлаҡ рәүештә эште яңы башлап ебәреүселәр курсын үтергә тейеш. Курс түләүһеҙ. Ул бөтә мәшғүллек үҙәктәрендә лә ойошторола.Республикала 2010 йылға эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы ҡабул ителде.Субсидия нимә өсөн бирелә?– Ауыл хужалығын алып барыусы, һунар итеүсе, балыҡ тотоусы һәм балыҡ үрсетеүсе, урман хужалығы менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарға.– Төҙөлөш менән булыусыларға.– Автомобиль оҫтаханалары асыусыларға.– Йәнлек тиреһе менән күмәртәләп сауҙа итеүселәргә.– Сувенирҙар, халыҡ кәсепселеге әйберҙәре, культ һәм дини тәғәйенләнештәге әйберҙәр менән ваҡлап сауҙа итеүселәргә.– Көнкүреш әйберҙәрен һәм шәхси ҡулланылыштағы әйберҙәрҙе йүнәтеүсе һәм прокатҡа биреүсе эшҡыуарҙарға.– Компьютер программаларын эшләүселәргә һәм был өлкәлә консультация биреүселәргә.– Мәғлүмәт базаларын һәм мәғлүмәти ресурстар булдырыусыларға һәм ҡулланыусыларға.– Архитектура, инженер-техник проектлау, геологик эҙләнеүҙәр һәм геофизик эштәр, стандартлаштырыу һәм метрология, гидрометеорология һәм ошо өлкәләге аралаш өлкәләрҙә эшмәкәрлек йәйелдереүселәргә.– Клининг компанияларына (йыйыштырыу хеҙмәттәренә).– Мәғарифҡа, һаулыҡ һағына, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә.– Йорт хужалығы алып барыусыларға.– Ҡунаҡхана һәм ресторан, туристик агентлыҡ, фотосалондар асыусыларға.– Туҡыма һәм ҡиммәтле тире изделиеларын йыуыуға, химик таҙартыуға.– Ерләү һәм ошоға бәйле башҡа хеҙмәттәрҙе ойоштороуға.– Физкультура-спорт һәм сәләмәтләндереү эшмәкәрлеген ойоштороусыларға.Ниндәй документтар кәрәгәсәк?– Финанс ярҙамы алыуға ғариза.– Юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға Берҙәм дәүләт реестры выпискаһының төп нөсхәһе. Ул документтар биргәнгә тиклем 30 көн алдан бирелгән булырға тейеш.– Акционерҙар өсөн реестр выпискаһының төп нөсхәһе (10 көн алдан бирелгән булырға тейеш). – Юридик шәхестең йәки шәхси эшҡыуарҙың ойоштороусыһының гражданлығын күрһәткән төп документының күсермәһе.– Ойошма етәксеһе тарафынан раҫланған уставтың күсермәһе (юридик шәхес өсөн).– Бөтә кимәлдәге бюджет һәм бюджеттыҡы булмаған дәүләт фондтары алдында бурысы юҡлығы тураһында һалым органдарынан справка (30 көн алдан бирелгән булырға тейеш).– Бынан алдағы йылға һәм бәләкәй йәки урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, инфраструктура ойошмаһы тарафынан раҫланған, һалым органы тарафынан ҡабул ителгәнлеге тураһындағы билдә менән һуңғы отчет осорона баланс, килем һәм зыян тураһындағы отчеттар һәм һалым декларацияларының күсермәләре (яңы теркәлгәндәргә һуңғы отчет осорона). Отчетлылыҡты почта аша ебәргәндә уны ебәреү тураһында почта уведомлениеһының күсермәһе, электрон почта аша ебәрелгәндә инеү контроленең протоколы ҡуша һалына.– Һалым органына тапшырылған «Бынан алдағы йылға хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса исемлек һаны тураһында мәғлүмәттәр»ҙең күсермәһе ебәрелә. Ул һалым органы тарафынан ҡабул ителеүе тураһындағы билдә менән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм инфраструктура ойошмаһы тарафынан раҫланған булырға тейеш. – Ебәрелгән документтарҙың описе ике данала булырға тейеш. Уның береһе ғариза биреүсегә таршырыла.– Дәүләт комитеты бойороғо менән раҫланған форма буйынса бизнес-план.– Дәүләт комитеты бойороғо менән раҫланған форма буйынса сығымдар сметаһы (йәғни аҡсаны нимәгә тотонасаҡһығыҙ).– Һоралған сумманы раҫлау өсөн түләүҙәргә контракттар (килешеүҙәр), счеттар проекты.– Эшегеҙгә үҙ аҡсағыҙҙы һалыуығыҙҙы раҫлаусы документ (килешеүҙәр, счет-фактуралар, тауар накладнойҙары, башҡарылған эштәрҙең акттары, түләү поручениелары һәм башҡаларҙың күсермәләре).– Лицензияларҙың күсермәләре (бизнес-планда бюджет аҡсаһын лицензиялы эшмәкәрлек төрөнә йүнәлтеү ҡаралһа). – Эшһеҙ, эштән бушатыу хәүефе аҫтында торған (тулы булмаған эш көнө билдәләнгән, эш ваҡытлыса туҡтатылған, эш хаҡын түләмәйенсә отпускыға ебәрелгән булһа, хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу саралары) хеҙмәткәр булыуығыҙҙы, ҡаланың төп предприятиеһы хеҙмәткәре статусын раҫлаусы документтар . |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[30 марта 2010] | Просмотров: 44 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}