Новости » Культура | ||
Ирина ҒӘЛИХАНОВА, модель, йырсы, “Мисс Башҡортостан – 2015” матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе:– Яңы йыл – ул ғаилә байрамы. Иң ҡәҙерле кешеләр, туғандар, дуҫтар һәм яратҡан кешең менән ҡаршы алған йыл, һис шикһеҙ, уңышлы үтәсәк. Табынға әллә ни ҙур сығым түгеү кәрәкмәй: барыһы ла яратып ашаған “Тунлы селедка”, “Оливье” салаты, билмән һәм баллы торт. Иң мөһиме, күңелдә байрам кәйефе булһын.Дуҫлашып йөрөгән егетемде әрмегә алғас, Яңы йыл байрамының бар матурлығын күрмәйем, тип бошонҡолоҡҡа бирелеп йөрөнөм. Ә ул, 31 декабрҙә отпуск алып ҡайтып, икеләтә байрам яһаны. Шул йылдан бирле был байрам минең өсөн үтә лә мөһим ваҡиға.
Үҙ йылымда сәйәхәт итергә, донъя гиҙергә хыялланам. Европа, Көнсығыш илдәре һәм, әлбиттә, Башҡортостан! Еребеҙгә тыныслыҡ, мәңгелек бәрәкәт, аяҙ көндәр теләйем.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 декабря 2015] | Просмотров: 621 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}