Новости, История, Слово автору | ||
Әлеге хеҙмәтте мин фәнни тип атамайым. Унда тарихтың бәхәсле мәсьәләләренән ситкә китмәҫкә, һорауҙарға яуап бирергә, факттарҙы аңлатырға тырыштым. Ҡатмарлы һорауға ла ҡайһы бер ҙә ябай яуап табырға мөмкин. Түбәндәге яҙма бәғзе бер тарихи проблеманы хәл иткәндә ярҙамсы баҫҡыс булыр тип өмөтләнәм.
Боронғо башҡорттарҙың теле «Башҡорт» этнонимының килеп сығышын белеү өсөн иң беренсе башҡорттарҙың ҡайһы тел төркөмөнә ҡарауын асыҡлау мөһим. Бөтә тәүге сығанаҡтарҙа, ә теүәлерәк, Ибн- Фаҙлан, әл-Бәлхи, ибн-Даста, ибн-Сәйед, Иҙриси, Рәшит әд-дин һ.б. яҙмаларында башҡортттарҙың төрки халҡы булыуы әйтелә. Урта быуаттың билдәле Көнсығыш ғалимы Мәхмүт Ҡашғари (XI быуат) үҙенең «Диуану лөғәт әт-төрк» һүҙлегендә башҡорт теле йемек (имәк-ҡарасәй?) теле менән бер рәттән «ҡырғыҙ, ҡыфджаҡ, уғыҙ, тухси, яғма,чигил, чаруҡ» кеүек төрки телдәренә яҡын. Башҡорттар уның хеҙмәтендә «төп һәм тәүге төрки халыҡтарының береһе» булараҡ күрһәтелә. Һүҙлектә дөйөм төрки күренештәре лә, айырым телгә хас, шул иҫәптән башҡорт теленә лә, һыҙаттар сағылыш таба: һүҙ башындағы «й», «ң» тартынҡыһы, «д» һаңғырау «т» һ.б. Һөҙөмтә күренеп тора: боронғо башҡорт телен иран, фин-уғыр йәки башҡа төркөм телдәренә индереүҙең мәғәнәһе юҡ. Ҡайһы бер һүҙҙәр генә үҙләштерелгән. «Башҡорт» этнонимының килеп сығышы Һүҙҙең килеп сығышын асыҡлау бик мөһим әһәмиәткә эйә. Ул халыҡтың барлыҡҡа килеүенә бәйле. Башҡорт һүҙенең килеп сығыуы тураһында ла төрлөсә ҡараш-фекерҙәр күп. Һанап үтелгән 44 фаразды бер нисә категорияға бүлергә була. I.Һүҙҙең килеп сығышын телгә бәйләп аңлатыу: 1. Төрки телдәренән килеп сыҡҡан;2. Иран телдәренән;3. Фин-уғыр телдәренән;4. Ҡурд теленән.Үрҙә әйтелгәнсә, башҡорт этнонимы тамырын төрки телдәренән эҙләргә кәрәк. II. Һүҙҙең өлөштәргә бүленеүенән сығып билдәләргә: 1. Ике-өс өлөшкә бүлеп ҡарау, баш-ҡорт, баш-ҡор-т. Бында «баш» һүҙе баш( главный), һоро, биш тигән мәғәнәлә йөрөй, ә «ҡор», «ҡорт» төрлөсә аңлатыла.2. Ике өлөшкә бүлеү: башҡ-орт. Бында башҡ айырым мәғәнә аңлата, ә орт (йорт, урҙа) — ил, ир-т — ир мәғәнәһен бирә.3. Бушка, Ба-шу-ки-ли халҡы.4. Һуңғы ваҡытта этнонимдың килеп сығышы ҡыпсаҡ, хазарҙарҙың «башҡорт» һүҙенә бәйле булыуы хаҡында фараздар йышайҙы.Шулай уҡ аңлатмаларға ҡаршы килмәгән түбәндәге факттарға ла иғтибар итергә кәрәк:- башҡорттарҙың үҙҙәрен башҡорт тип атауына;- ғәрәп теленән башҡорт һүҙен фонетиканы үҙгәртмәйенсә лә тәржемә итергә була, башҡурт, башҡурд, башгурд;- башҡорт һүҙе асыҡ ишетелеп, әйтелһә лә, башҡа төр варианттар ҙа бар. Башгирд, бажжурт, басҡыр, баскатир, истәк-иштәк…- Башҡорт шәжәрәләрендә Башҡорт-хан юҡ. Бөтә ҡәбиләләр ҙә унан таралмаған;- Башҡорт тигән ҡәбилә юҡ, ә дөйөм исемле халыҡ һәм ил бар; 10-сы быуаттан уҡ төрки иле Башҡорт иҫәпкә алынған;- Бөтә башҡа төрки ҡәбиләләрҙә лә башҡорттар бар;- башҡорт легенда һәм риүәйәттәрендә, шәжәрәләрҙә географик объекттар түбәндәге атамалар менән бирелә: Ағиҙел (бөтә ҡушылдыҡтары исеме менән, Нөгөш, Дим, Танып, Өршәк), Яйыҡ, Һаҡмар, Мелля?, Ыҡ, Миәс, Уй, Тобол, Иртыш, Асылыкүл, Ҡандракүл, Ирәмәл, Ирәндек, Балҡантау…Башҡорт ырыуҙары ошоларҙың биләмәһендә йәшәгән.- башҡорттар төйәкләгән ерҙәрҙә төрлө археологик мәҙәниәт табыла. Был факттарҙы ла бәйләп аңлатырға кәрәк.- урта быуаттар авторҙары материалдарында башҡорт исеме аҫтында халыҡ ҡына түгел, ә ил, тауҙар, ҡалалар атала. Был иһә замана тикшереүселәре иғтибарынан йыш ҡына ситттә ҡала. Улар башҡорттарҙың ерҙең төрлө тарафтарында теркәлгәнен дә онота.- башҡорттарҙың биш антропологик тибы ла халыҡтың килеп сығышы төрлө булыуына ишаралай.- ҡайһы берҙә венгрҙарҙы ла башҡорт тиҙәр.Гипотезаларға дөйөм талаптар түбәндәгесә:- дөрөҫлөккә тура килгән гипотеза ғына зарур- күрһәтелгән гипотеза башҡаларҙан нигеҙләнгәнлеге менән айырылырға тейеш- яҡшы аңлатылыу мөһим- мәғлүмәттәр ышаныслы булырға тейеш- гипотеза кәрәкле дәрәжәлә ышаныс яуларға тейеш. Башҡорт этнонимының һанап үтелгәндәренең береһе лә был талаптарға яуап бирмәй. Шунлыҡтан мин үҙемдең фаразды тәҡдим итергә булдым. Бөтә фараздар нигеҙендә «башк» һүҙе ята тип иҫәпләйем. Башк, бэш ок, биш уҡ. Был биш өлкәне аңлата.
Страница 1 из 2 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[6 ноября 2009] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}