Отправлено 01 Август 2007 — 10:28
Привет всем! Нет ли у кого в электронном виде свадебной газеты, дипломы жениха невесты на башкирском языке? Буду очень благодарен. Бик нык кэрэк! Башкорт туйы була, э гэзит русса эллэ нисэк. Если что вот мой e-mail: yachinmm@mail.ru
Отправлено 01 Август 2007 — 10:43
В каком формате? У меня есть, но она тяжеленькая — потянет ли…
Отправлено 01 Август 2007 — 11:34
Көнүҙәк мәсәләне күтәреп сыҡҡан егет кеше. Ошо уҡ хәл менән 4-5 тапҡыр осраным, тик нисектер ҡул етмәне ыңғай хәл итергә эште. Замананан ситтә тороп ҡалып булмай. Туй гәзиттәрен һәр ерҙә лә эшләйҙәр, дөрөҫрәге, әҙер дискеталағы кемдер эшләнгән урыҫса гәзиттәр, урыҫса йөкмәткеле килеш «Горько!», «Теща» һәм башҡа фәлән-фәсмәтәдәре менән ҡулдан ҡулға йөрөй. Күп осраҡта тик өйләнешкәндәрҙең исемдәре генә һәм дата-сәғәттәр алышынып. Әйҙәгеҙ, матур итеп, тыуған телебеҙҙә туй гәзите эшләйек. Йөкмәткеһе, рәссем-һүрәттәре тап килеп торһон милләтебеҙгә. Өйләнешкән йәштәргә, тыуғандарына, туйға килгән ҡунаҡтарға файҙалы төрлө мәғлумәттәре булһын, дин, йолалар, матур теләктәр, аш-һыу һәм башҡалары… Форумда, тыуған телебеҙҙә бер нисә төр гәзит булһа, улар «Һә» тигәнсе бөтөн илебеҙгә тараласаҡ. Был бит үҙе бер тәрбиә эше. Ошо темаға туйға ҡағылышлы йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, һүҙ-хәбәрҙәрҙе яҙығыҙ, матур рәссемдәрҙе һалығыҙ. Материал тупланһа, гәзитен эшләүе фантазиянан ғына тора.
Отправлено 01 Август 2007 — 11:59
Гузэл Ситдикованын яны гына «мейестэн» сыккан «Кусле ил — косло ил» китабында «Йэш гаилэгэ нэсихэттэр» тигэн мэкэлэ бар. Эзер материал. Тулке сак кына озонорак. Кыскартырга ла момкин тип уйлайым.
Отправлено 01 Август 2007 — 04:20
Минэ ебэрегез. Интернетка халып куйырмын. Бер биткэ. Ссылкахын(Хылтанмахын) бирермен.
Отправлено 03 Август 2007 — 10:41
Marcelloга бер хат китте. Image1.jpg 160,06К 46 Количество загрузок
Отправлено 04 Август 2007 — 02:40
Хез янылыш анлаганхыгыз ахырыхы.. Кемден момкинселеге бар — кваркта халыгыз файлды.
Отправлено 24 Октябрь 2007 — 10:25
Эшләнеп бөткән үҙ телебеҙҙәге, йөкмәткеһе (ҡотлау, дин, хоҡуҡ, бөгөнгә кәрәк ярҙам, әйтем-мәҡәлдәр) туй гәзите ята. Биҙәргә милли һыҙатлы рәссемдәр юҡ. Бәлки кемдер беләлер Нетта матур рәссемдәр сайтын? Фоторәссемдәр килешмәй, ҡулдан эшләнгән рәссемдәр кәрәк. Тағы, юбилейҙарҙың исемдәрен теүәл генә белһәгеҙ яҙығыҙ әле. Туй юбилейҙары 1. Ситца туй – бер йыл бергә ғүмер иткәс үткәрелә. 2. Ағас туй – 5 йылдан үткәрелә. 3. Еҙ туй – 7 йыл татыу ғумер иткәс үткәрелә. 4. Роза (?) туйы – 10 йыл иңгә иң терәп йәшәгәндән һуң үткәрелә. Бүләккә яҡындар роза сәскәләре килтерә. 5. Быяла туй – 15 йыл бер-беренә терәк-таяныс булып донъя көткәндән һуң үткәрелә. Бүләктәр тик быяланан. 6. Фарфор (?)туй – 20 йыл аҡҡоштар кеүек парлашып ғүмер иткәндән һуң үткәрелә. Бүләктәр фарфорҙан. 7. Көмөш туй – 25 йыл татыу йәшәгәс үткәрелә. Алтын балдаҡ янына бармаҡҡа көмөш балдаҡ кейелә. 8. (?) туй – 30 йыл матур итеп бергә йәшәгәс үткәрелә. 9. Сепрәк туй – 35 йыл бергә ғүмер иткәс үткәрелә. 10. (?) туй – 40. 11. Алтын туй – 50 йыл иңгә иң терәп йәшәгәндән һуң үткәрелә. Йәрҙәр бер-беренә яңы алтын балдаҡтар бүләк итә. 12. 60 йыл. Исеме — ? 13. 75 йыл. ? Яңы туғандарҙы ла белһәгеҙ яҙығыҙ. Ҡайны – өйләнешкән йәштәрҙең атайҙары. Ҡәйнә – өйләнешкән йәштәрҙең әсәйҙәре. Кейәү – йәшкә өлкәндәргә, өйләнешкән йәштәрҙең егет кешеһе. Килен – йәшкә өлкәндәргә, өйләнешкән йәштәрҙең ҡыҙ кешеһе. Еҙнәй – йәшкә кеселәргә, өйләнешкән йәштәрҙең егет кешеһе. Еңгәй – йәшкә кеселәргә, өйләнешкән йәштәрҙең ҡыҙ кешеһе. Ҡәйнеш – кейәү (килен) кешенең, унан кесерәк ир туғаны. Ҡайнаға – кейәү (килен) кешенең, унан өлкәрәк ир туғаны. Балдыҙ – килен кешенең, унан кесерәк ҡатын-ҡыҙ туғаны. Ҡайынбикә – килен кешенең, унан өлкәнрәк ҡатын-ҡыҙ туғаны. Бикәс – кейәү кешенең, унан кесерәк ҡатын-ҡыҙ туғаны. Бажалар – апайлы-һеңлеле туғандарҙың ирҙәре. Апһындар – ағалы-ҡустылы туғандарҙың ҡатындары.
Отправлено 29 Март 2008 — 07:08
Эшләнеп бөткән үҙ телебеҙҙәге, йөкмәткеһе (ҡотлау, дин, хоҡуҡ, бөгөнгә кәрәк ярҙам, әйтем-мәҡәлдәр) туй гәзите ята. Биҙәргә милли һыҙатлы рәссемдәр юҡ. Бәлки кемдер беләлер Нетта матур рәссемдәр сайтын? Фоторәссемдәр килешмәй, ҡулдан эшләнгән рәссемдәр кәрәк.
Тағы, юбилейҙарҙың исемдәрен теүәл генә белһәгеҙ яҙығыҙ әле.
Оҙаҡламай, форумдашыбыҙ Mirabilis–тың туйы! Гәзитте биҙәп бөтөрһәк, үҙе бер бүләк булыр ине.
Отправлено 02 Апрель 2008 — 01:37
Теләгәнемсә матур, милли рәссемдәр тапманым, әгәр үҙегеҙҙә булһа рәссемдәр, уларҙы ҡуйығыҙ. Был ҡыйын түгел. Компьютерығыҙҙағы рәссемде, фотоны копировать – вставить. Анан мышканың уң яғына баҫып килеп сыҡҡан менюла «Формат рисунка» — «Положение» – «За текстом», йә башҡаһы, үҙегеҙ һайлағыҙ, шунан был рәссемде, фотоны ҡайҙа кәрәк шунда шылдырып ҡуйырға була. Бөтә нәмә шылып йөрөй, нимәлер өҫтәгәс, ҡарап матурлағыҙҙа, баҫып сығарығыҙ. http://www.yeshlek.ru/download/tui.rar 1,16МБ
Отправлено 02 Апрель 2008 — 01:51
Рахмат!