Новости » Слово автору | ||
– Ул hәйбәт кеше. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, идеаль ир булып күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, тормош булғас, төрлө саҡтар булғандыр. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе аңлай белдек, кәрәк саҡта артығын әйтмәҫкә тырыштыҡ. Сөнки hүҙ артынан hүҙ уҙа hәм кире боролмаҫлыҡ сиккә етергә мөмкин. Ул таҙалыҡ, тәртип яратты. Талапсан булды. Өй hәр ваҡыт таҙа, ризыҡ hәйбәт бешерелгән, балалар ҡаралған, ипле булырға тейеш. Беҙ уның менән хатта бер төрлө сирләй торғайныҡ. Ул ауырып бер көн үтмәй, мин сирләйем. Мин нимәнәндер ауырып ыҙаланhам, ул ауырый башлай. Мин ауырлы саҡта, ул тоҙло ҡыяр ашаны, битенә таптар сығып бөттө.– Ул йөрәге ауырып китеп барҙы бит инде.– Эйе, йөрәктең ишемия ауырыуы, тигән диагноз ҡуйҙылар. Әммә уға тиклем йөрәк менән яфаланманы, сирләп ятманы, ауырыйым тип зарланғаны булманы. Спорт менән шөғөлләнде, балаларына сәләмәт йәшәү тәрбиәhен бирә ине.– Үлемен hиҙендеңме, йә үҙе hиҙҙеме, hинеңсә? Төш күрмәнеңме?– Төш күреүен күрмәнем, әммә үҙе күргән булған. Дуҫтарына hөйләгән: имеш, үлгән атаhы арбаға ултыртып алып киткән.Дим 22 апрелдә үлде, ә мин шунан алда, 10 көн элек аппетитым юғалып, ауырый башланым. Хәлемде үҙем дә аңлата алмайым. Юҡтан эс бошто, хатта температура күтәрелде. Шунан 21-е көндө, хәл еңеләйгәндәй булды. Ул балаларҙы алып, тышҡа сығырға йөрөгәндә, мин дә уларға эйәрҙем. Нимә хаҡында hөйләшкәнбеҙҙер, белмәйем, әммә оҙаҡ тышта йөрөп индем. Ул, ғәҙәттәгесә, балалары менән уйнап, hорауҙарына яуап биреп кинәнде. Дим мине тумпыш, тип йөрөтә торғайны. Шул көндө ашамайынса ятҡанымды күреп, тумпыш, вәт, ябыҡҡанhың, гел шулай ҡал, тине. Ә мин ун көн эсендә 10 килоға ябыҡҡайным.– Үлгән көнөн иҫеңә лә төшөргөң килмәйҙер…– Беҙ ул көндө тороп, ашап алдыҡ. Йома көн. Дим сүп түгергә сыҡты, мусоропровод эшләмәй ине. Ул тышҡа уҡ сығып, бик күп кешеләрҙе күреп, hөйләшеп торған. Беҙҙең аҫта йәшәүсе Илгизгә, арыным мин, тип әйткән. Бүлмәгә ингәс, душ инеп алды. Балалар йоҡлай ине. Улар янына барып ятты. Бер мәл мин уның ауыр тын алыуын күреп, билгә тиклем кәүҙәhен ҡосаҡлап, күтәрергә тырышып ҡараным. Күрәм, бер нимә лә ярҙам итмәй. Ул ауыр итеп тын алды hәм… коридорға сығып, ярҙам hораным. «Тиҙ ярҙам» саҡырттылар, 20 минут эсендә улар килде. Тик hуң ине. Беҙ йөрәгенә массаж, яhалма тын алыу ҙа эшләп ҡараныҡ, әммә мин уның киткәнен аңлағайным. Йөрәге типмәй, пульс юҡ. Табип килеү менән үк диагноз ҡуйҙы. Арҡалары ҡара янып сыҡhа ла, ҡалаҡ hөйәгендә ике яҡлап ҡанат кеүек ап-аҡ урын ҡалған. Фәрештә кеүек саф күңеле менән осоп киткәндер. Ул hис ҡасан насар уй, ниәт менән йәшәмәне, кешеләргә ярҙамлашты, изге күңелле, асыҡ булды. Урыны йәннәттәлер! – Димде ҡайҙа ерләнеләр?– Ул Учалы районының Туңғатар ауылында ерләнде. Ясин сыҡҡанда, ауылда әтәстәр ҡысҡыра башланы. Ә ул гелән әйтә торғайны, әтәстәр ҡысҡырғанда ергә фәрештәләр төшә тип. Мин уны хәтереләп, йылмайып ҡуйҙым.Ҡайғыны Димдең ағаhы Әхнәф, апаhы, hеңлеhе Айгөл бик ауыр ҡабул итте. Ҡәйнәмә лә hис еңелдән түгел. Айгөл hаман да илауҙан туҡтағаны юҡ. Әхнәф ағай атаhын, улын ерләгән кеше, шулай ҙа Дим өсөн бик ныҡ өҙгөләнде. Ҡәйнәм күтәргән ҡайғыны берәүгә лә күрhәтмәhен.Димдең ҡырҡына тиклем бүлмәбеҙҙән бер ҡайҙа ла барманым. Яңыраҡ балалар менән Әхнәф ағаhында булып ҡайттыҡ. Оҙаҡламай Учалыға әсәhе янына ҡайтырға торабыҙ. Дим hәр ваҡыт Учалыға ынтылды, тартылды. Хатта шунда өй алып, йәйен ҡайтып булhа ла ял итәйек, ти торғайны. Уның өсөн Учалы – ата-бабалары, тамырҙары, әсәhе йәшәгән урын, изге төйәк ине. Шуға күрә шул ерҙә ерләнеүе, туған еренә ҡайтыуы ғәжәп түгел. Башта ҡәберенә фотоhы менән гранит таш, ҡиммәтле ихата ҡуябыҙ тиҙәр ине, риза булманым. Ул үҙе hәр ваҡыт шундай нәмәләргә ҡаршы булды. Мосолман мөмкин тиклем ипле, әҙәпле, тыйнаҡ, бер ниндәй шаштырыуhыҙ, ябай итеп ерләнергә тейеш, тип иҫәпләне ул. Шуға күрә уның фекерен еткереп, гранит таштан, ҡиммәтле ҡапҡанан баш тарттым. Шулай эшләмәhәм, Дим мине ғәфү итмәҫ ине.– Әле төшөңә инәме?– Инә. Ул миңә төштәремдә кәңәш бирә, кәрәкле мәғлүмәт әйтә. Ул ингән төштәрем әhәмиәтhеҙ түгел. Дим төшөмә бушҡа ғына инмәй.Быйыл йыл башында төркөмдәренең бас-гитарасыhы Марат үлеп ҡалғайны. Уны ерләргә барып ҡайтҡас, мин нимә, нисек, тип hорашам бит инде. Ә ул миңә: «Альбина, hин беләhең бит. Үлем – бер ваҡытта ла шатлыҡ түгел. Әммә уның менән кеше өсөн бөтәhе лә бөтмәй. Йәшәү – ул hынау. Ысын тормош аҙаҡ башлана. Кеше үлгәндә иларға ярамай. Үлгәндәргә хәйер кәрәк. Уларҙы илап хәтерләргә кәрәкмәй», – тигәйне. Мин Димдең кәңәшен тотам, уның менән йәшәү дәүерендә унан алған рухи көс, ныҡлыҡ артабан балаларын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итер, тип уйлайым. Балаларыма әйткәндәремә үҙем дә ышанам: Д им беҙҙең менән, Дим беҙҙең янда, Дим беҙгә ярҙам итә! Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште
Предыдущая страница | Страница 2 из 2 |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[14 марта 2011] | Просмотров: 58 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}