Новости » Слово автору | ||
– Әсәй, юрый ғына hин дә ҡытыҡлап ҡара әле! – тип ярҙамға уны ла саҡырабыҙ. Әсәй, күгелйем күҙҙәренән түңәрәк йөҙөнә шуҡлыҡ сатҡылары hирпеп, мыштым ғына килә лә, атайҙың мыйығын аралағандай итеп, бармаҡтары менән ҡағыла. «Барыбер көлдөрә алмайhығыҙ!» тигән ҡиәфәт менән күҙҙәрен утландырып ҡыҫып ҡына ятҡан атай, ҡапыл башын мендәрҙән ҡалҡытып, «hам!» тип әсәйҙең ҡулын тешләгәндәй итә. Уның был hис көтөлмәгәндәге шуҡлығынан тертләп, беҙ өсөбөҙ өс яҡҡа сәселешеп китеп көләбеҙ – өйҙә ысын бәхет тантана итә. Беҙҙең өйҙә көндөң көнөндә табаға hалынған сөсө яҫмыҡ күмәсе бешерелә hәм иртәнге сәй янына мейескә тәгәрләтелгән картуф ҡуйыла. Бындай бер төрлө аҙыҡ бик ялҡтырған – яҫмыҡ күмәсен күреүгә үк ашауҙан күңел ҡайта. – Быйыл ҡытлыҡ йылы, балалар, бары менән туҡланығыҙ, – ти атай, ҡалҡыу hөйәкле яңаҡтарын hыйпаштырып. – Әллә колхозға инеп ҡарайhы инде?.. Атай менән әсәй колхоз хаҡында бик күп hөйләшә. Уларҙың иҫәбе – кеше рәтенән шунда инеү шикелле, тик олатай hүҙен йығырға баҙмағанлыҡтан ғына туҡталып ҡалғандар. Аптырағас, әсәй йәнә үҙенең кәңәшсеhе – фал китабын асып ҡарай. Китапта: «Ниәтегеҙ изге, Алланың рәхмәте илә хыялығыҙ ғәмәлгә ашыр», – тип яҙылған икән. Әсәй ошо хаҡта әйткәс, атай ҡул ғына hелтәне: – Ҡуй әле шул алдаҡсы китабыңды, юҡ менән баш ҡаңғыртма. Асыуымды бик килтерhәң, алам да утҡа ырғытам шул нәмәкәйеңде!.. Бынан hуң әсәй фал китабын тағы ла нығыраҡ йәшереп ҡуйҙы hәм уны бары тик атай өйҙә юҡ саҡта ғына ҡулына алыр булды. Тирә-яҡта әсәйемде «фалсы ҡатын» тип йөрөтәләр икән. Сөнки уның ошо фал китабын асып уҡыуын тыңларға көн дә тиерлек беҙгә ҡатын-ҡыҙ килмәйенсә ҡалмай. Иң тәүҙә улар әсәйемә баштарына төшкән ҡайғы-хәсрәтте hөйләп бирәләр: берәү бәбәй килтерә алмайынса интегә икән; икенсеhе ҡәйнәhенең уҫал хакимлегенән нисек ҡотолорға белмәй; өсөнсөhөнә ире хыянат итә hымаҡ тойола; дүртенсеhе яман ауырыуға тарыған – аҙмы ни бәндәләрҙә ҡайғы-хәсрәт hәм төрлө шик-шөбhәләр. Әсәйемдең hәр кешегә үҙенең күрәҙәлек итмәүен, шул фал китабына яҙылғандарҙы hүҙмә-hүҙ уҡып ҡына бирә алыуын аңлатыуына ҡарамаҫтан, хәсрәткә тарыған кеше уны hаман күрәҙә тип hанай. Әсәйем, ғәҙәттә, китап астырыусының үҙенән икмәк валсығын борсаҡ hымаҡ әүәләтеп, шул борсаҡты тәүге биткә тәгәрләттерә. Борсаҡ тәүге биттә яҙылған hандарҙың ҡайhыhы өҫтөнә төшhә, әсәйем шул битте аса ла унда яҙылғандарҙы ҡысҡырып уҡый. Селтәрҙе хәтерләткән китап юлдарына айырыуса бер тәьҫирләнеү менән күҙҙәрен мөлдөрәтеп баҡҡан хәсрәт эйәhе ҡайhы берҙә яҙманың мәғәнәhен аңламайынса ҡалғанлыҡтан, әсәйемә уны икенсе тапҡыр уҡырға hәм үҙ hүҙҙәре менән аңлатып бирергә лә тура килә. Яҙманың ахырындағы күңелгә hары май булып ятыусы йыуатыу hүҙҙәрен ишеткәс, китап астырыусы, тынысланғандай итеп, әсәйемә рәхмәттәр белдерә hәм, хәйергә ун биш-егерме тин көмөш саҙаҡаhын да биреп, фатиха ҡылдыра. Бер ҙә юҡтан әкренләп булhа ла инә торған ошо ваҡ аҡсалармы, әллә хәсрәткә тарыған кешеләрҙең үҙе эргәhенә килеп йыуаныс табыуымы, әсәйгә был эшен атайҙан йәшереп кенә дауам итергә сәбәп булып тора шикелле.
Әсәйемдең уҡый белеүе атайым алдында ла уның абруйын күтәрергә ярҙам итә. Беҙ ҙә уның үҙ китабын ғына түгел, ә күршеләр алып ингән хатты ла шартлатып уҡып бирә алыуы менән ғорурланабыҙ.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[16 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}