Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Сәмреғош ҡанат ҡаға-1 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 17.02.2017 1 min read
Новости » Слово автору
Мөкәрәмә

Ҡый үләндәре араhынан

Уянып киттем. Күҙҙәремде асhам, тирә-яғым – йәм-йәшел. Сөм-зәңгәр күктән сағыу ҡояш йылмая, эргәмдә генә выжылдап бер бал ҡорто оса. Шуның тауышына уянғанмындыр, моғайын. Аҫтыма йомшаҡ итеп түшәлгән ҡый үләндәрендәге сәскәләргә килгәндер әле. Юл ыңғайында миңә лә ҡағылып үтмәксе. Йәhәт кенә үрелеп, шунда уҡ аунап ятҡан яулығымды алып бәйләнем дә ҡорттан ситкәрәк тайпылдым. – Әсәй! Ошо hүҙҙе әйтеүгә үк, ғәҙәттә: «Әүкәй!» — тигән яғымлы яуап ишетелә, hәм hин үҙеңде бөтә теләктәре үтәлә торған бәхетле зат итеп тояhың. Был юлы, ни эшләптер, минең өндәшеүҙәремә яуап биреүсе юҡсы. Абайлабыраҡ ҡараhам, баҡсала бер кем дә күренмәй. Шомло булып китте хатта. Баҡсаға кемдәргә эйәреп килеүемде, унда ни нәмәләр эшләп йөрөүемде hис хәтерләмәйем. Әйтерhең, бына ошо ыҙан буйындағы ҡый үләндәре араhында яралғанмын да, ҡояш нурҙары йылыhында күҙҙәремде асып, тороп баҫҡанмын. Тәбиғәт тарафынан миңә ниндәйҙер тойом бирелгән. Ә ул тойом ҡайҙалыр яҡын-тирәлә генә әсәйем hәм тағы кемдәрҙер булыуын hиҙҙереп тора. Тик ни эшләп улар баҡсала бер яңғыҙымды ҡалдырған икән? Минең ошо хуш еҫле ҡый үләндәре араhында булыуымды абайламанылармы әллә, абайлап та, оноттолармы? Әгәр онотоп китhәләр, мине яратмайҙар булып сыға бит… Күңелемде нимәлер уйып алғандай булды. Йәберhенеүҙән буҫығып иларға керештем. Һары бал ҡорто, әллә минең тауыштан ҡурҡыуҙан, әллә яҡын итеп юл күрhәтеү ниәтенән, ыҙандағы hуҡмаҡтан баҡса ҡапҡаhы яғына осто. Шунан мин дә, өҫтөмә ябылған бишмәтте hөйрәп, әлеге выжылдауыҡ ҡорт артынан өйгә табан теркелдәнем. Яңғыҙымды ҡалдырып китеүселәргә үпкәләү хистәрем шул тиклем көслө, әллә нәмәләр әйтермен кеүек. Бейек тупhа аша үрмәләп өйгә инеүгә үк, hикелә табын ҡоролған булыуын, уның тирәләй ҡунаҡтар ултырышыуын күреп алдым.

– Бәрәкәт, минең ҡыҙым да уянып ҡайтҡан дабаhа! — тине сыжлап торған самауыр эргәhенә ултырып сәй көйләүсе әсәй, минең мыштырҙап инеүемә сикhеҙ ҡыуанған төҫлө ҡарап. Ул яулығын сөйөп бәйләгән, киң ҡанатлы яңы алъяпҡысын кейгән, йөҙө шат. Ҡунаҡтар минең яҡҡа боролоп ҡарап, бер тауыштан: «Һай, ҡыҙың үҫкән икән инде! Ана бит, баҡса тиклем баҡсанан үҙе йүгереп ҡайтҡан!» — тип маҡтай башлағас, әсәйем батмус уртаhындағы йылтыр hауыттан бер кәнфитте алып миңә бирҙе. Бынан hуң бөтә асыуҙарым юҡҡа сығыу ғына түгел, ауыҙым йырылып уҡ китте. Тәмле еҫе танауҙы ҡытыҡлап торған йәшкелт төҫтәге был кәнфитте усыма йәhәт кенә йомдом да тышҡа hыпырттым…

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[16 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Жители аварийного барака и рок-группа "Глумилин" опозорили президента Хамитова на всю Россию » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Сәмреғош ҡанат ҡаға-2 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025