Шиғыр hәм йыр кисәhе-2 |
Новости » Слово автору | |
1-се. Һорамайбыҙ, хәлең нисек?, тиеп, Шиғырҙарың йөрәктәрҙе өтә. Үткәндәрҙе уйлап hыҡтай күңел, Ә йөрәктәр яңы йырҙар көтә. Шағирә Зөhрә Ҡотлогилдинаны сәхнәбеҙ түренә саҡырабыҙ. 2-се. Гүзәл Мамина башҡарыуында бейеү ҡарағыҙ. Г.Мамина бейей. 1-се. Төшөндөрә бара тормош Офоҡ киңәйгән hайын: Һәр кешенең – үҙ ҡояшы, Һәр кешенең үҙ айы. Депутаттар шиғыр яҙа – Фатихаң бир, хоҙайым! Һүҙ – Башҡортостан Республикаhы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты, шағирә Гүзәл Ситдиҡоваға. Рәхим итегеҙ, Гүзәл! 2-се. Ҡыштарға ла йыраҡ түгел, Һарылыр тиҙҙән hалҡын. Яҙҙарҙа әле өмөтөм, Йөрәктә яна ялҡын, – тип өндәшә беҙгә hәр ваҡыт оптимист күңелле Радик Хәкимйән. Рәхим итегеҙ, Радик ағай! 1-се. Ул тауҙарҙа тыуған, тауҙарҙа, Тауҙар ғорурлығы – ҡанында. Тау hулышы – хатта таңында. Тауҙар фәлсәфәhе – аңында. Шул hүҙҙәрең бигерәк ярамыш Беҙҙең аңға, Таңhылыу Ҡарамыш. Сәхнәлә – шағирә Таңhылыу Ҡарамыш! 2-се. Был донъяға илап түгел, Көлә-көлө килгәнмен, тип; Көләү бәхет икәнлеген Тыуғанда уҡ белгәнмен, тип Һүҙ hорай бит бер кәлим Юморист Марсель Сәлим. Рәхим итегеҙ! 1-се. Тәкәббер үә ғорур инегеҙ. Донъялыҡты, тинлек, тинегеҙ. Көйәҙләнеп ал таң нурына, Шиғриәткә килеп индегеҙ. Һеҙҙе бик тә көткән инек беҙ, Һүҙ — hеҙҙеке, тигән инек беҙ, Хөрмәтле Тамара Искәндәриә! 2-се. Телеэкран, Союз йөгө – Бигерәк икән көс-ҡеүәте. Хәҙер килеп журналистик Булған икән лауреаты. Шағир Азамат Юлдашбаев! 1-се. Слово предоставляется поэтессе, новому члену Союза писателей Светлана Чураевой. Давайте, ее попросим! 2-се. Бигерәк тә шаян инде Вафин Мөнир: Бер йүнле hүҙ әйтhә, береhен – көлөр.Йәш шағир Мөнир Вафин. 2-се. Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Райман Ишбаев йырлай. 1-се. Аҡ шиғырҙар яҙа беҙҙең Ишкинин Fилман. Тотҡан юлы – яңы тараф, Шиғриәте – иман. Сәхнәлә – Fилман Ишкинин. 2-се. Юлда саҡта юлдаш, Хис килгәндә хистәш Ул – Юлдашев Хисмәт Шиғри бәйгене шағир Хисмәт Юлдашев дауам иттерә. 1-се. Ә хәҙер hүҙ – шағирә Фәндиҙә Харрасоваға. Сәхнәбеҙ түренә рәхим ит, Фәндидә! 2-се. Һинең өсөн шиғыр hөйләнек беҙ, Һинең өсөн кисә уҙғарҙыҡ. Рәдиф туған, наконец-то атты Инде hиңә илтеп туғарҙыҡ. Һуңғы hүҙ өсөн hүҙ шағир-юморист Рәдиф Тимершинға бирелә. Алып барыусылар уртаға сыға. 1-се. Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле иптәштәр! Ошоноң менән Башҡортостан Республикаhы көнөнә арналған Шиғыр hәм йыр кисәhе тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. 2-се. Һеҙҙе оло байрам менән тағы ла бер тапҡыр ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Бәхет, hаулыҡ теләйбеҙ. Хуш булығыҙ! 1-се. Яңынан осрашҡанға тиклем!!!
Сценарий авторҙары – Тәнзилә Дәүләт-
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}