Сенсацион китап! Рауиль Бикбай: "Көндәлектәр-1 " — 3 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Слово автору | ||
| 27.03.2000. Дүшәмбе.*Кисә яңы ваҡыт менән йәшәй башланыҡ, бер сәғәткә алға күсерҙек. Бөгөндән яңы президент менән йәшәй башлаясаҡбыҙ. Мәскәү әлегә 70% бюллетендәр ҡаралған, Путин 51% артыҡ алып алда бара тип хәбәр итте. Башҡортостанда халыҡ дәррәү ҡатнашҡан – 77%, ҡайһы бер райондарҙа күпкә артыҡ – Баҡалыла 99,7%.Ошо һайлауҙар ҙа Рәсәй яҙмышында яҡшы яҡҡа һынылыш кил-термәһә, хәлдәрҙең төҙәлеп китеүенә ышаныс бөтөнләй бөтөр һымаҡ. Күңелем ниндәйҙер һәйбәт үҙгәрештәр һиҙенгән һымаҡ, илдә, ниһайәт, тәртип булыр, закондар эшләй башлар кеүек.*Тәбиғәттә, ер шарындағы климатта – йылыныу ҡурҡынысы. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә, йәмғиәттәге климатта –һыуыныу ҡурҡынысы.*25-дә лекцияларҙы уҡып бөттөм. Аҙағында яҙыусылар менән осрашыу үткәрҙем. Р. Солтангәрәев, Т. Йосопов, С. Әлибаев, Г. Юнысова, Ә. Үтәбай, пединституттың үҙенән Р. Шәкүр, Р. Ураҡсина булды. Осрашыу сәғәт ярым барҙы, ихлас та, фәһемле лә булды. Сти-листика буйынса конкрет миҫалдарҙы әллә ҡайҙан эҙләйһе түгел, һәр әҙип – үҙе стилист, үҙе йәнле лаборатория.1.04.2000. Шәмбе.*Шиғриәттә ҡобайыр традициялары тигән темаға семинар дәрестәре үткәрҙем (Дусмәмәттәрҙән, Салауаттарҙан килгән яугир-лек һәм шағирлыҡ, шиғри оратор һәм яу башлығы традициялары, Бабич, Ниғмәти, Мостай, Рәми әҫәрҙәре, ҡобайыр, мәҡәл, әкиәт традициялары, шәреҡ рухы һ.б.). Үҙҙәре һайлаған әҫәргә рецензия, автобиография, ғариза, белдереү яҙыу, «Башҡортостан»дың, «Йәш-лек»тең берәр һанына күҙәтеү – дәрестәр бына шулай барҙы. Ҡуҙға-тып ебәрһәң, фекерләргә, ҡушылырға әҙер торалар.25-дә әҙиптәр менән осрашыу ваҡытында «талиптарға табип кәрәк» тигәйнем. Талип, әүҙем һүҙҙәрен ҡабул итмәүем тураһында ла әйткәйнем. Ысынлап та, студенттарҙың хәлдәре шәптән түгел. Мин физик яҡтарын әйтмәйем, гәрсә уныһы ла бик үк шәптән түгел, ахыры. Ләкин иң хәүефлеһе – рухи һәм интеллектуаль хәлдәре. Улар артыҡ пассивтар, халыҡ яҙмышынан ситтәләр, дәртһеҙҙәр, ғәмһеҙ-ҙәр. Театрҙарға, кисәләргә йөрөүҙәр, әҙәбиәтте, матбуғатты уҡып барыу – уларҙың күпселеге өсөн былары ят донъя.Перепроизводство, разбавление, һандың сифатҡа әйләнмәүе. Хәҙер университетта, педта, Стәрлелә башҡорт филологияһы фа-культеттары, әллә күпме төркөмдәр, Бөрөлә лә уҡыталар. Әммә уҡы-тырлыҡ кадрҙар етмәй, уларҙың күбеһе – кисәге студенттар, тәжрибә лә, белем дә самалы.Беҙ уҡығанда бөтөн Башҡортостанға (уйлап ҡараһаң, бөтөн донъяға бит!) университетта берҙән-бер башҡорт-рус бүлеге ине. Әммә шунда әҙәби түңәрәге лә гөрләп эшләне, газеталары, альма-нахтары ла сыҡты, ошонан милләттең күпме шәхесе күтәрелде! Хәҙер һан күп, сифат самалы. Педтарҙа әҙәби түңәрәктәр ҙә юҡ, булғаны ла БДУ-ла илке-һалҡы эшләй.Бына шуға ла талиптарға табип кәрәк!Педта яҙыусылар менән осрашыуҙан һуң башҡа шундай бер уй килде. Вуздарҙа, колледждарҙа (бигерәк тә пед һәм гуманитарҙа-рында) йыл һайын ике осрашыу, әҙәби кисә үткәреүҙе традицияға индерергә кәрәк: көҙөн тәүге курстар менән – ғилем донъяһына юл башлар алдынан һәм яҙға табан – оло хеҙмәт донъяһына, үҙаллы тормошҡа юл башлар алдынан. Һуңғыһын Рәми Ғарипов исемен-дәге гимназияла, элекке 20-се мәктәптә лә уҙғарырға була. Минеңсә, быларҙы ныҡлы традицияға әйләндергәндә бик һәйбәт, бик файҙалы эш булыр ине. Тәүге осрашыуҙан һуң дүрт йыл үткәс, яңынан йы-йылып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү үҙе бер тарих бит әле. Был хаҡта уйларға ғына түгел, быны тормошҡа ашырырға кәрәк, мотлаҡ. Ошо хаҡта киләһе идарала уҡ һөйләшергә.*Бал ҡорто эшләгән мөғжизәне – сәскәләрҙән шифалы бал йыйыуҙың тылсымын барлыҡ кешелек йыйылып эшләй алмай.(Ҡөрьәндән, хәҙистәрҙән)*Ваҡыт бәйләнеше бик тиҙ арала серлелек менән сорнала, күҙ алдында беҙҙән әллә ҡайҙарҙа тороп ҡалған тарихҡа әйләнеп бара һымаҡ.Телевизорҙан 103 йәшлек Шагинян тигән әбейҙе күрһәттеләр. Һин дә мин һөйләшә, үҙе һауыт-һаба йыуып тора. Ошо кеше өс быуатта йәшәгән һәм йәшәй бит: 19-сы, 20-се, 21-се быуаттар!Радионан Шемәк совхозындағы бер ҡарттар приюты тураһында һөйләйҙәр. Бер әбей менән әңгәмәләшәләр, тәмәке тарта икән. Зарары юҡмы тиҙәр. Зарары булһа, ташлар инем, ти. Үҙе 1904 йылғы, 96 йә-шендә! Бына һиңә һаҡланыуҙар һәм диеталар…*Яҡшы маҡсатҡа ынтылыуың, башҡаларҙы ла шуға әйҙәүең бик изге, бик яҡшы эш. Үҙең барып етә алмаһаң да, башҡаларҙы шуға яҡынайтаһың.*«Сәскәләрҙе кеше һатамы ни, Сәскәләрҙе бүләк итәләр», – Ғәлим Дәүләтовтыҡы микән, шун-дайыраҡ шиғыр бар ине. Борис Укачиндың баҙарҙа ер һатыусыны, дөрөҫөрәге, рассада үҫтерер өсөн услап тигәндәй тупраҡ һатыусыны ҡәһәрләп яҙылған элекке бер шиғыры иҫтә ҡалған. Ул ваҡытта баҙар мөнәсәбәттәре тигән нәмәләр ҙә, менталитет тигән һүҙҙәр ҙә юҡ ине.
Ләкин әлеге шиғырҙарҙа башҡорттоң һәм алтайҙың ментали-теты, милли тәбиғәте сағылған бит! Үзбәк, әзербайжан йәки башҡа берәй сәүҙәгәр халыҡтың шағиры былай яҙмаҫ ине, моғайын. Әммә беҙгә лә был менталитетты яйлап үҙгәртергә тура киләсәк, шунһыҙ яңы мөхиттә, яңы ижтимағи-иҡтисади климатта юҡҡа сығыуыбыҙ бар. Күсмә халыҡ ултыраҡлыҡҡа борола барған һымаҡ, сауҙаны ҡабул итеп бармаған милләттәргә лә яңы шарттарҙа яңыса йәшәү ысулдарын эҙләргә тура киләсәк.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [2 апреля 2013] | Просмотров: 303 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0