Сенсацион китап! Рауиль Бикбай: "Көндәлектәр-1 " — 4 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
13.05.2000. Шәмбе.*8-нән 9-на иртәнге сәғәт 4-тә өйҙә булдым. Таможняла бер сәғәт самаһы ваҡыт үтте. 8-ҙә тороп, сәғәт 9-ҙа парадҡа киттем, мэриянан килеп алдылар. Парад бик матур булды, һәйбәт ойошторолған. Тик ағайҙар, апайҙар нисек тә матур баҫырға тырышып атлап үткәндә күңел тула, тамаҡҡа төйөр тығыла, иламайынса үҙемде саҡ тыйып торам.Мостай ағай һәйбәт һөйләне. «Мой главнокомандующий Иосиф Виссарионович Сталин» һ.б. тигән һүҙҙәрҙе лә әйтте, Черчилдәрҙе, Рузвельттәрҙе, де Голдәрҙе лә телгә алды. Ағайҙың һиҙгерлегенә хай-ран ҡалырлыҡ. Башҡа ваҡытта телмәрҙәрендә даһи Сталинды бер ҙә хәтерләмәй ине. Әле исемен әйтеп, бик ҙур «ҡыйыулыҡ» күрһәтә. сөнки илдәге дөйөм сәйәси климаттың үҙгәреше шуға мөмкинлек бирә. Кисен телевизорҙан «Падение Берлина»ны күрһәттеләр. Беҙ бәләкәй саҡта ҡарағайныҡ, «Алеша! Наташа!» тип ҡысҡырып йөрөй торғайныҡ. Был фильмдың яңынан күрһәтелеүе үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.*Эштәр бик ныҡ өйөлөп киткән. Антологияға ныҡлап тотонорға кәрәк. Иң элек 31 спонсорҙы бүлеп сыҡтым, үҙемә 12-һен ҡалдыр-ҙым (Өфө, Стәрле, Салауат, Күмертау), 10-һын институтҡа Ураҡсинға, 9-ын нәшриәткә Аралбайға бирҙем. Нәшриәттә йыйылышып һөйләшеп алдыҡ. Редакторҙар билдәләнек. «Башҡортостан яҙыусы-лары» тигән белешмәне тулыландырып сығарырға тигән уй бар. Халыҡ бик һорай.*11-дә нәшриәттә Мостай ағайҙың альбомын презентациялап алдыҡ. Альбом иң юғары дәрәжәлә һәйбәт сыҡҡан, ул йөкмәткеһе, ул полиграфик сифаты, иркен һәм зауыҡлы төҙөлөшө…Тик тоталар ҙа Зәйнәб апайҙың альбомы беренсеһе ине, быныһы икенсеһе тиҙәр. Иҫтәренә төшөрөргә тура килде: башҡорт әҙиптәре хаҡында тәүге фотоальбом Бабич хаҡында булды. Уға бит биш йыл да үтеп етмәгән, ә шуны оноталар. Полиграфик яҡтан ул төҫһөҙөрәк, әлбиттә, уға иғтибар шул дәрәжәлә булды. Әммә йөкмәтке яғынан ул һис тә ҡайтыш түгел. Күпме ҡыйырһытылған шағирҙы халыҡҡа яңынан нығыраҡ еткереү буйынса ул ҙур эш эшләне һәм был яҡтан уның әһәмиәте унан һуң сыҡҡан альбомдарҙан бәлки ҙурыраҡтыр.24 майҙа Бабич кисәһе. Шаблонға ҡормаҫҡа ине. Дежур алып барыусылар кәрәкмәй. Башынан аҙағына тиклем үҙем алып барырға уйлайым. Бабич образын индерергә. Уның менән диалог рәүешендә тамамларға.Кисә У. Бакировта, И. Ғәбитовта, Х. Ишморатовта булдым. Пре-зидент Мәскәүҙә. Киләһе аҙна уны күрергә кәрәк. Спонсорҙар буйынса йөрөп килергә кәрәк.Барыһы ла бергә килеп өйөлә, А. Игебаев, А. Абдуллин, Т. Ғиниә-туллин һ.б. юбилейҙары, Бөрйәндә, Һамар өлкәһендә әҙәбиәт көндәре. Унан һуң Переделкиноға барып, съезға доклад буйынса бер аҙ ултырып алырға ине. Йәй бик тығыҙ булмаҡсы. Йыл да был йәй иркенерәк булыр тиһең дә, килеп сыҡмай, барыбер әллә күпме эштәр өйөлөп китә.17.05.2000. Шаршамбы.*Кисә антология мәсьәләһе – спонсорлыҡ буйынса Бәләбәйгә барып килдем. Башта хакимиәт башлығы Риф Ғәзизовта булдым. Унан һуң «Автонормаль» заводының директоры Әҡсән Хөсәйен улы Әҙелгилдинға хакимиәт башлығы урынбаҫары Мурмилов Юрий Александрович менән барҙыҡ. Хакимиәт башлығы менән дә, завод директоры менән дә алдан һөйләшеп ҡуйғайным, бик һәйбәт ҡаршыланылар. Әҡсән Хөсәйенович Хәйбулла башҡорто икән, Бурибайҙан. Һөйләшеп ултырҙыҡ. Мәсьәләне хәл итермен мотлаҡ тине. Баш инженеры Закиров Дилфәт Миниәхмәтович менән завод цехтарын ҡарап сыҡтыҡ. Директор менән бергә 70 йылдар башынан уҡ эшләйҙәр икән. Заводта 7,8 мең кеше, ҡыҫҡартыуҙар, туҡтап тороуҙар булмаған. Бөгөнгө көндә бик һирәк була торған хәл. Ветерандарға даими иғтибар. Һуғышта ҡатнашҡандарҙың исемлеге, хөрмәтле кешеләрҙең рәсемдәре. Элекке Киров заводында К. Маркс урамы буйлап хеҙмәт алдынғыларының теҙелеп торған ҙур матур фотоларын хәтерләгеҙ. Ҡайҙа хәҙер улар? Бындай миҫалдар аҙмы ни?Бер кешенән, ысын шәхестән күп нәмә тора. Ғәзизовтар, Әҙел-гилдиндар бына шундай шәхестәр. Риф Ғилметдин улы булмаһа, Бәләбәй еренән «Илһам шишмәләре» урғылып сығыр инеме ни?12-лә киткәйнек, 8-ҙә әйләнеп ҡайттыҡ. Яңғыҙ йөрөһәң, ваҡытты юлда ла әрәм итмәҫкә була икән. Барғанда Александр Филиппов (Леонидов)тың «Последний привал» тигән йоҡа ғына шиғырҙар китабын уҡып сыҡтым. Актуаллеккә артыҡ ныҡ һуҡтырһа ла, һәйбәт йыйынтыҡ. Нығыраҡ эшләһен, уның менән һөйләшеп алырға кәрәк. Әле минең диссертация тураһында Рөстәм Латипов менән «Литература и социум» тигән йыйынтыҡҡа мәҡәлә яҙғандар. Ҡыҙыҡлы, әлбиттә, әммә теманан ситләшеп китә, конкретлыҡ етмәй. Ә бына шиғырҙарында киреһенсә: конкретлыҡ күп, ә фәлсәфи дөйөмләштереүҙәр етмәй.Ҡайтышлай Тимурҙың «Шоңҡар»ҙа сыҡҡан тормош ҡағиҙәләрен уҡып сыҡтым. Беҙгә уны ғүмер буйы ҡанһыҙ деспот тип аңлаттылар, ә уның әхлаҡ ҡағиҙәләрен уҡыһаң, бөтөнләй башҡа
шәхес күҙ алдына килә. Әлбиттә, Аҡһаҡ Тимер үҙенең аяуһыҙ эштәрен, яуыз ҡылыҡтарын ҡабартып һөйләп ултырмаҫ, әммә ошо яҙмаларынан барыбер ул нисектер миһырбанлы булып күҙ алдына баҫа. Оло аҡылы, кеше тәбиғәтен нескә аңлауы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.*Хөсәйенбей төрөк музыкаһы яҙылған кассета бүләк иткәйне. Шуны тыңларға форсат булманы. Ҡайтҡанда тыңлап ҡайттым. Юлъҙмалар тураһында уйланып килдем. Уларҙы июндең ундарына тиклем яҙып бөтөрөргә кәрәк. Контурҙары күҙ алдына килә баш-ланы. Бөгөн идара ултырышы, шунда һөйләп алмаҡсымын.Ял көндәре Бабич кисәһенә сценарий яҙҙым, уҡырға шиғырҙарын һайланым. Кисә баҫып бөтөрөргә тейеш ине. Бөгөн 11-ҙә кисәлә ҡатнашыусыларҙы йыям. Бер аҙна ваҡыт ҡалды. Кисәне бик юғары кимәлдә үткәрергә ине.Яҙ бигерәк һалҡын килә. Кисә Бәләбәйҙә иртән тороуға ерҙе ҡаплап ҡар яуған. Әле ни бары 18% сәскәндәр. Унда яҙ былай ҙа бер аҙнаға һуңлап, ҡыш бер аҙнаға алдан килә икән.28.05.2000. Йәкшәмбе.*Кисә баҡсаға килдек. Бында донъя ап-аҡ: алмағастар, сейәләр шау сәскәгә күмелеп ултыра. Бер-ике көн тағы ла сағыуыраҡ булғандыр, ап-аҡ төҫтә балҡып торғандыр. Әле әҙ генә тоноҡланған, ҡайһы бер алмағастарҙан ҡойолған, тик барыбер иҫ киткес матур. Күптән былай булғаны юҡ ине.*Кисә Төркиә буйынса материалдарҙы ҡарап, юлъяҙмалар тура-һында уйланып, тезистар сыймаҡлап ултырҙым. Ел иҫеп үтһә, ҡар яуған һымаҡ: тәҙрә янындағы алмағастың сәскәләре елгә ҡойола. Ап-аҡ булып, ергә түшәлә.Алмағастың ап-аҡ сәскәләре, Сейәләрҙең ап-аҡ балҡышы. Ел иҫтеме – ҡарҙар яуамы ни, Ап-аҡ булып ергә түшәлә.Аҡ бурандар булып яуа сәскә.Сыңғыҙ Айтматовтың «Бәхил бул, Гөлһары!»һы иҫкә төшә. Ат көтөүсе Танабай көтөүен ҡалдырып төндө һөйгән ҡатыны янында үткәргәндә, таңда сығыуына айғырының һырты ап-аҡ алмағас сәс-кәләренә ҡапланған була. Уларҙың бәхетле мәлдәре, үкенесле мөхәббәттәре. Ошо алмағас сәскәләре кеүек күкрәп сәскә ата ла Танабайҙың айғырын үрәпсеткән бер төндәге йәшенле-ямғырлы ҡойма ямғыр һымаҡ ике йәнде ҡойондороп-тетрәндереп бәхетле мәлдәр үтеп тә китә.*Быйылғы яҙ бигерәк һыуыҡ килде, ер эштәре ныҡ тотҡарланды. Үткән шәмбе баҡсаға килмәксе инек, ҡайҙа ул, ҡар ҡатыш ямғыр яуып торҙо.24-дә тәүге йылы көн. 24 майҙа филармонияның ҙур залында Ш. Бабич кисәһе, тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы. Ваҡытында үткәрә алмағайныҡ, ләкин Бабич һүҙе ҡасан да Бабич һүҙе инде ул. Кисә бик шәп үтте, халыҡ ныҡ оҡшатҡан, ихлас рәхмәттәр әйттеләр. Тәнәфесһеҙ генә үткәрҙек, ике сәғәт барҙы. Дүртөйлөләр, Йылайыр ҡатнашты. Аҙаҡтан Союзда табын ҡорҙоҡ.*Стамбулдан ҡайтҡанға әле егерме көн дә тулмаған, ә шул арала күпме эш эшләнгән! Бабичҡа сценарий яҙҙым, репетициялар, ундағы нервыларҙы өҙгөләүҙәр, кисәнең һәйбәт үтеп китеүе, унан һуң «Ватандаш» менән «Башҡортостан»ға съезд алды рубрикаһын башлап ебәрергә инеш мәҡәлә яҙыу (6–7 бит тип башлағайным, машинкала 12 бит булып киткән), «Башҡортостан»ға интервью (сонтор ғына булып, 23-дә сыҡты), радиоға ярты сәғәтлек интервью (халыҡ тыңлаған, рәхмәт әйтеүселәр байтаҡ, үҙем тыңлай алманым), спонсорҙар менән эш һ.б. Бик иртә торолдо, аҙ йоҡланылды, уның ҡарауы күпме эш эшләнелде.*11 майҙа президентта булдым. Округтар төҙөлә, үҙәктән Башҡор-тостан конституцияһына бәйләнәләр, ағай Мәскәүҙән төндә генә ҡайтҡан, шуға һағайыбыраҡ ингәйнем. Мортаза Ғөбәйҙулловичтың кәйефе һәйбәт булып сыҡты. Төркиә сәләмдәрен, ебәргән пакеттарын тапшырҙым. Рәшит Солтангәрәев менән Әмир Әминевтың фатир тураһында хаттарын, хәлде аңлатып, алдына һалдым. «Помогу!» тип, хаттарҙың өҫтөнә ҡулын һалып, бер генә һүҙ әйтте. Ул һүҙендә тора торған. Шулай була күрһен ине, егеттәр ҡыуанһын ине.Австрияла булыуы, унда үҙе һорап крәҫтиәндәр йортонда ҡуныуы тураһында һөйләне, хужалыҡтарын, тормоштарын маҡтаны. Союздың хәлдәрен һөйләнем, финанс ярҙамының яҙыусылар тормошона һәйбәт яңылыҡтар килтереүен һөйләнем.*Антологияны сығарырға спонсорлыҡ ярҙамы буйынса Бәләбәйҙән һуң Башкирэнергола, Башнефттә булдым. Бик һәйбәт ҡаршы алдылар. Башкирэнерго етәксеһе Сәлиховҡа коллегалар булыуыбыҙ, улар донъяны яҡтыртырға, беҙ күңелдәрҙе яҡтыртырға тырышыуыбыҙ тураһында һөйләнем. 30-да шул эш менән Стәрле, Салауат яҡтарына юлланмаҡсымын.

*Прозорливый, прожорливый. Бер өн, бер хәреф бөтәһен үҙгәртә. *Һауаплы ла, яуаплы ла эштәр.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник — Автор
Автор: Р.Бикбаев

Страница 1 из 3 | Следующая страница

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[2 апреля 2013] | Просмотров: 206 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0