САЛАУАТ ЮЛАЕВТЫҢ УЛЫ ҠАЛҒАН… |
Новости » Слово автору | |
Эҙләнеүҙә Шайморатов генерал да ҡатнашаБыл тарихи мәсьәләне сисеү эшен Бөйөк Ватан һуғышы ветераны (инде мәрхүм) С.Р. Ҡадировтың данлыҡлы генералыбыҙ Миңлеғәли Миңғазитдин улы Шайморатов тураһындағы «Урал бөркөтө» (Өфө, 1981) тигән китабынан башларға тура килә. Унда (12-нсе бит) генерал Шайморатовҡа йәшлегендә атаһы ҡарт һөйләгән ғаилә легендаһы бар:«Аҙыраҡ уйланып барғандан һуң, Миңлеғәли һорай ҡуйҙы:— Атай, әйт әле… Шуны күптән белгем килеп йөрөй. Беҙҙең Шайморатовтар нәҫелен, батшаға ҡаршы бунт күтәреп, ҡайҙандыр ҡасып килеп төпләнгән йорт, тиҙәр, ысынмы шул?Миңғазитдин ағай тәрән көрһөндө:— Эйе, атай-олатайҙарҙың һөйләүенсә, беҙҙең нәҫел, ысынлап та, алыҫ Урал артынан күсеп килгән… Исәт провинцияһынан. Урал заводтарындағы ҙур боланы 1764 йылда Бибиков-кенәз ҡан ҡойоп баҫтырғандан һуң… Урал арты Әйле ырыуы башҡорттары булабыҙ беҙ».Инде тарихтан ҡараһаҡ, ошо бола Аҙналы байҙың һәм уның тарихта билдәле улы Юлайҙың (Салауаттың атаһының) Мейәскә ҡойған Бешкил йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәрендә заводтар төҙөүгә ҡаршы 1760 йылда уҡ башланып китә, 1764 йылда уға завод эшселәренең бунты ялғана. Был хәрәкәттә старшина Юлай Аҙналиндың бер килке туғандары, ырыу-сиреүҙәре лә ҡатнашҡан, буғай. Дөрөҫ, старшина Юлай Аҙналин һәм сотник Баҙарғол Юнаев (һуңғараҡ Е.И. Пугачевтың фельдмаршалы) бунттан ситтә торғандар, әммә башҡорт боласыларын көрәшкә рухландырыусы Таймаҫ тархан Шайымовҡа (һуңғараҡ Е.И. Пугачев хәрәкәтен баҫтырыуҙа батша хөкүмәте яҡлы) аҫтыртын теләктәшлек белдереүҙәре билдәле (Материалы по истории башкирской АССР, том IV, часть вторая, М., 1956; 159-160-ынсы биттәр).Боланы баҫтырыу барышында уның бер килке ҡатнашсылары батша ҡырғынсыларынан Урал көнбайышына (Өфө провинцияһына) ҡасып, Муса ауылы башҡорттарынан ер алып, рәсми ҡағыҙҙарҙа башҡорт типтәрҙәренә (ә аҙаҡ мишәрҙәргә) әүерелә. 1764 йылдың 17 мартында 7 татарға ер һатыу тураһындағы доҡументта «Биштәкә ауылдарына элегерәк 8 обывател»дең типтәрлеккә керетелеүе әйтелә (баяғы IV том, беренсе киҫәк, 289-ынсы бит). «Деревень Биштеков» тип күплек һанда яҙылыуы — баяғы һигеҙ уҙамандың шул төбәктәге бер нисә урында нигеҙләнеүенә ишара, буғай. Былар барыһы, моғайын, Юлай Аҙналиндың ерендәге Тәкәй ауылы кешеләре (тәкәйҙәр) булғандыр ҙа төп урынға ауыл ҡороп нигеҙләнгән биш тәкәй (йәғни Тәкәй ауылының биш кешеһе) ул төп ауылды ана шулай «Биш Тәкәй» тип исемләгән, тик ул аҙаҡ «Биштәкә»гә әүерелеп киткән булһа кәрәк. Был биш тәкәй, Урал артында ҡалған тыуған ерҙәренең төҫө итеп, бындағы кескәй йылғаға ла баяғы Урал артындағы Бешкил (Бшкил) йылғаһының исемен килтереп ҡушҡандар һәм ул аҙаҡ, баштағы «б» өнө телдә юйылып, Шкил булып киткән (хәҙер шулай әйтелә)…Баяғы һигеҙ уҙамандың Биштәкәй ауылынан ситкәрәк төпләнгән өсөһөн боронғо перепись «ревизские скаски»ҙарҙан асыҡларға мөмкин булды: хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡамышлы (Камышинка) ауылында — Әбдесәләм Аҙналин (1730 йылда тыуған, 1795 йылда уға 65 йәш булған) һәм Балта Аҙналин (1743 йылда тыуған, 1795 йылда уға 52 йәш булған). Өсөнсөһө — Илмырҙа ауылындағы (ул ауыл хәҙер юҡ) Күҫәк Йосопов (1736 — 1793). Тәүге икеһе, күрәһегеҙ, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин менән бер туғандар. Әйткәндәй, дуҫым Рәми Ғарипов үҙенең әсәһе яғынан бабаларының береһе Балта — «Салауат тоҡомонан», ти торғайны, һәм ул ошо Балта Аҙналин булыуы бик ихтимал.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (7) | ||
[14 января 2009] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}