Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



САЛАУАТ ЮЛАЕВТЫҢ УЛЫ ҠАЛҒАН...

Новости » Слово автору
Эҙләнеүҙә Шайморатов генерал да ҡатнаша
Был тарихи мәсьәләне сисеү эшен Бөйөк Ватан һуғышы ветераны (инде мәрхүм) С.Р. Ҡадировтың данлыҡлы генералыбыҙ Миңлеғәли Миңғазитдин улы Шайморатов тураһындағы «Урал бөркөтө» (Өфө, 1981) тигән китабынан башларға тура килә. Унда (12-нсе бит) генерал Шайморатовҡа йәшлегендә атаһы ҡарт һөйләгән ғаилә легендаһы бар:
«Аҙыраҡ уйланып барғандан һуң, Миңлеғәли һорай ҡуйҙы:
-- Атай, әйт әле... Шуны күптән белгем килеп йөрөй. Беҙҙең Шайморатовтар нәҫелен, батшаға ҡаршы бунт күтәреп, ҡайҙандыр ҡасып килеп төпләнгән йорт, тиҙәр, ысынмы шул?
Миңғазитдин ағай тәрән көрһөндө:
-- Эйе, атай-олатайҙарҙың һөйләүенсә, беҙҙең нәҫел, ысынлап та, алыҫ Урал артынан күсеп килгән... Исәт провинцияһынан. Урал заводтарындағы ҙур боланы 1764 йылда Бибиков-кенәз ҡан ҡойоп баҫтырғандан һуң... Урал арты Әйле ырыуы башҡорттары булабыҙ беҙ».
Инде тарихтан ҡараһаҡ, ошо бола Аҙналы байҙың һәм уның тарихта билдәле улы Юлайҙың (Салауаттың атаһының) Мейәскә ҡойған Бешкил йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәрендә заводтар төҙөүгә ҡаршы 1760 йылда уҡ башланып китә, 1764 йылда уға завод эшселәренең бунты ялғана. Был хәрәкәттә старшина Юлай Аҙналиндың бер килке туғандары, ырыу-сиреүҙәре лә ҡатнашҡан, буғай. Дөрөҫ, старшина Юлай Аҙналин һәм сотник Баҙарғол Юнаев (һуңғараҡ Е.И. Пугачевтың фельдмаршалы) бунттан ситтә торғандар, әммә башҡорт боласыларын көрәшкә рухландырыусы Таймаҫ тархан Шайымовҡа (һуңғараҡ Е.И. Пугачев хәрәкәтен баҫтырыуҙа батша хөкүмәте яҡлы) аҫтыртын теләктәшлек белдереүҙәре билдәле (Материалы по истории башкирской АССР, том IV, часть вторая, М., 1956; 159-160-ынсы биттәр).
Боланы баҫтырыу барышында уның бер килке ҡатнашсылары батша ҡырғынсыларынан Урал көнбайышына (Өфө провинцияһына) ҡасып, Муса ауылы башҡорттарынан ер алып, рәсми ҡағыҙҙарҙа башҡорт типтәрҙәренә (ә аҙаҡ мишәрҙәргә) әүерелә. 1764 йылдың 17 мартында 7 татарға ер һатыу тураһындағы доҡументта «Биштәкә ауылдарына элегерәк 8 обывател»дең типтәрлеккә керетелеүе әйтелә (баяғы IV том, беренсе киҫәк, 289-ынсы бит). «Деревень Биштеков» тип күплек һанда яҙылыуы — баяғы һигеҙ уҙамандың шул төбәктәге бер нисә урында нигеҙләнеүенә ишара, буғай. Былар барыһы, моғайын, Юлай Аҙналиндың ерендәге Тәкәй ауылы кешеләре (тәкәйҙәр) булғандыр ҙа төп урынға ауыл ҡороп нигеҙләнгән биш тәкәй (йәғни Тәкәй ауылының биш кешеһе) ул төп ауылды ана шулай «Биш Тәкәй» тип исемләгән, тик ул аҙаҡ «Биштәкә»гә әүерелеп киткән булһа кәрәк. Был биш тәкәй, Урал артында ҡалған тыуған ерҙәренең төҫө итеп, бындағы кескәй йылғаға ла баяғы Урал артындағы Бешкил (Бшкил) йылғаһының исемен килтереп ҡушҡандар һәм ул аҙаҡ, баштағы «б» өнө телдә юйылып, Шкил булып киткән (хәҙер шулай әйтелә)...
Баяғы һигеҙ уҙамандың Биштәкәй ауылынан ситкәрәк төпләнгән өсөһөн боронғо перепись «ревизские скаски»ҙарҙан асыҡларға мөмкин булды: хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡамышлы (Камышинка) ауылында — Әбдесәләм Аҙналин (1730 йылда тыуған, 1795 йылда уға 65 йәш булған) һәм Балта Аҙналин (1743 йылда тыуған, 1795 йылда уға 52 йәш булған). Өсөнсөһө — Илмырҙа ауылындағы (ул ауыл хәҙер юҡ) Күҫәк Йосопов (1736 - 1793). Тәүге икеһе, күрәһегеҙ, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин менән бер туғандар. Әйткәндәй, дуҫым Рәми Ғарипов үҙенең әсәһе яғынан бабаларының береһе Балта — «Салауат тоҡомонан», ти торғайны, һәм ул ошо Балта Аҙналин булыуы бик ихтимал.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (7)
[14 января 2009] | Просмотров: 184 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Шик
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Шик
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .