Новости » Литература | ||
1-енсе сәхнәСәхнә төбөндә дата: 1532 йыл. Яйыҡ йылғаһына һул яҡлап ҡойған Урта Бүртә йылғаһы тамағында уның уң ярында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенә ҡарай) тәбиғәттең иң хозур бер төбәге. Биналары ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән Кесе һарайсыҡ ҡаласығы һыҙатлана — Йософ мырҙа йәйләүе. Мырҙа һарайы эргәһендә нәҙек манаралы мәсет. Йәмле июнь айы, яйыҡтың ҡусҡыллыҡҡа күмелгән яр буйҙары. Аръяҡта — үркәс-үркәс тауҙар, таҫмаланып офоҡҡа тартылған юл. һыҙылып таң атып килә, һандуғастар өҙҙөрөп һайрай. Композитор Найыл Ғәлиевтың Шәриф Бикҡол шиғырына яҙған «Оҙата кил» («һайра-һайра, һандуғасым…») йыры Венер Килмөхәмәтов башҡарыуында тирбәлеп Яңғырай. Алыҫтарға бағып кемделер көткән, һандуғастар моңонан ныҡ болоҡһоған яңғыҙ ҡыҙ һыны.Сөйөмбикә. Уф Аллаҡай ғынам, ошондалыр, ахырыһы, һинең аҫыл ожмахың! Былбылдарын ғына тыңла: «Ожмах! Ожмах! Ожмах!» — тип сутылдайҙар бит… Ысындыр ҙа был. Сөнки ете ер, ете диңгеҙ аръяғынан килеп киткән мосафирҙар ҙа, бит, тыуған Башҡортостанымды, ҡитғабыҙҙың ожмахы, тип таныйҙар. Их, һандуғаслы гүзәл Башҡортостаным! Ошо йәшемдә генә лә арҡыс-торҡос күп буйланым һине мин. Көньяҡтың эҫе-көйҙөргөс самум елдәре өтөп торған Үҫәргән диңгеҙенән алып (уны «Аҡ-әсә-би» — Каспий диңгеҙе тип тә йөрөтәләр) һалҡын-туңдырғыс ҡар буранлы Төньяҡ боҙло диңгеҙгәсә, Иҙел ярҙарынан алып Иртыш ярҙарынаса бөтә Башҡортостанымды ҡыҙырырға яҙҙы миңә Хаҡ Тәғәлә. Сөнки ҡайҙа ғына барма — бөтә Урал буйҙары үҙебеҙҙеке. Төньяҡлап Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һыуҙары бергә килеп тоташҡан тошта, бөтә ҡалаларыбыҙҙың әсәһе булған изге Көн-Өфө ҡалаһында, ошо Бөтә Башҡортостанымдың кенәзе, атайымдың бер туған ағаһы Исмәғил олатам бойороп ултыра семәрле алтын тәхеттә. Көн-Өфөнөң дүрт яғынан дүрт яҡҡа киткән дүрт юл осонда ла Исмәғил кенәздең мырҙалары — беҙҙең туғандарыбыҙ ил тотоп тора. Көнсығышта Иртышҡа ҡойған Тубыл һыуы тамағындағы Эбер-Себер ҡалаһында ла хан тәхетендә — үҙемдең Мамай-Нор-Ҡасим ағайым. Көнбайышта Ағиҙел тамағында — Айсыуаҡ олатайым. Ә иң алыҫ көньяҡтағы яйыҡҡа ҡойған Саған йылға тамағында — үҙемдең Йософ атаҡайымдың ҡышлауы. һәм артабан Иҙел тамағы Әстерхан ханлығының ханы ла үҙебеҙҙеке — боронғо Юрматы ырыуы ханы Әлмөхәмәттең «Бала-ҡарға» йырауында йырланып данланған Һалсы хан тигән улының тоҡомдары…Көн яҡтыра төшә, йылға аръяғындағы тауҙар араһына тартылған юл асығыраҡ төҫмөрләнә. Сөйөмбикә (ҡулын маңлайына ҡуйып). Ә шулай ҙа яйығымдан ҡала йәнемә иң яҡын йылға — анауы Дөйәтау артындағы Һаҡмар-һыу. Шуның уң ярындағы Бәкәтәр ҡасабаһы. Хәйер, Бәкәтәрҙе һуңғы заманда Йәнсура батырымдың исеме менән Йәнсура тип тә йөрөтәләр. Бөтә тирә-йүнгә данланған Йәнсурамдың ауылы булғанға күрәлер. Бынан утыҙ ғына саҡрым, иртәнге сәйҙән төшкөһөнәсә ат өҫтөндә елдереп барып етерлек. Йәнсура батырымдың утлы һулышы, бейек Аҙанташҡа баҫып йырлаған моңло тауышы ошонда уҡ ишетелеп торғандай… Ләкин… ләкин… осоп барып ҡосағына ташланырҙай сара юҡ… Сөнки атайым ҙур инсан — Бәләкәй урҙаның кенәзгә торошло мырҙаһы, ә Йәнсурам, батыр тигән исеме илгә данланһа ла, Бикбау кенәздең бүләһе Түлебай бейҙең азамат улы ғына. Ә атайым… тел төбөнән тиртеүенсә, мине фәҡәт хан кейәүгә бирергә йыйына… (Аҡ ҡайынды ҡосаҡлап, һандуғас һайрауына иҫереп баҫып тора). Юҡ, мин барыбер үҙемдекен итәсәкмен, Йәнсурама йәбешеп булһа ла сығасаҡмын! Эйе, сығасаҡмын! (Уйланып). Бөгөн була йәйләүебеҙҙә оло һабантуй — бөтә тирә-яҡ ғәләмдән эркеләсәктәр бында. Йәнсурам да бына-бына килеп етергә тейеш. (Аръяҡҡа тоҫҡалып, ике усын ауыҙына торбаландыртып). Йәнсура-а-ам, бәғерем, ниңә оҙаҡ көттөрәһең, илдән алда килмәйһең? һағынып та һарғайып бөттөм инде. (Йырлай).Яйыҡ буйҡайҙары туғай-туғай,Туғайында һайрай бер турғай.Иртәләрен һайрай, кисен ҡарғай —Һарғайып та үлһен, ти, буғай…Һылыубикә күренә. Һылыубикә. Бәпесем, был ни эш? Ниңә улай, тәмле йоҡоңдо бүлеп, яр буйында яңғыҙ-яран йөрөйһөң? Сөйөмбикә (тертләп). Абау, ҡотомдо алдың, әсәйем. Ниңә үҙең иртәләнең? Һылыубикә. Әхирәттәрең, булышсыларың ҡайҙа? Сөйөмбикә (көлөп). Бошонма, әсәкәйем, улар ана анауы тирәктәрҙең һәр олоно артынан һағалап торалар мине. Бер сулаға яңғыҙымды ҡалдырыуҙарын теләнем. Һылыубикә. Тик шулай ҙа ҡош-ҡорттан хәтәр заман. Ҡояш сығышы яғында — жуңғар-мағул әтрәгәләмдәре, көн байышында үҙебеҙҙең татар-хәтәр болғана. Урыҫ шымсыларынан да тынғы юҡ. Ана тора Алабайтал кисеүе, кем кисмәҫ, тиһең уны?.. Ә һин, шул тәңгәлгә текләп, күҙеңде талдыраһың… Сөйөмбикә. Әсәкәйем, насарға юрамасы. Ул кисеүҙән, аша сығып, бәхеткәйем киләсәк… Һылыубикә. Ай-һай, оло юлдан кем килмәҫ тә кем китмәҫ… Сөйөмбикә. Әсәкәйем, шулай ҙа кемдәр буласаҡ? Бөгөн һабантуйҙа, тим? Һылыубикә. Атайыңдан яҙа-йоҙа ғына сарпылып ҡалды. Әлбиттә, нурлы мәркәзебеҙ Көн-Өфөнән кенәз Исмәғил олатайың, Ҡазандан Бойорған Сәйет, йәнә Мәскәү илсеһе Кадыш Кудинов, Төркиә илсеһе Вәкил, Әстерхандан олатайың Ирзал Ураҡ хан, Һаҡмар тамағы Аҡтүбәнән Юныс ағайың, Ҡаҫмарт тамағы Ҡасанҡы-Саланан Үҫәргән бей бар… Әйткәндәй, Төркиә илсеһе, көрәш майҙанына сығарырға, тип, ҡарарға имәнес әзмәүер кәүҙәле, бер ултырыуҙа бер һарыҡ итен ашап бөтөрөрлөк төрөк батырын килтергән, ти… Сөйөмбикә (йөрәкһеп). Ә Бәкәтәрҙән юҡмы ни?! Һылыубикә. Бәкәтәрҙән Йәнсура батыр бына-бына килеп етергә тейеш. Йәнсура батырһыҙ көрәш буламы ни ул? (Ҡыҙына текләп). Туҡта-туҡта, ниңә һораның әле? Сөйөмбикә (оялып). Үҙең әйтәһең дәһә, Йәнсура батырһыҙ булмай, тип. Һылыубикә (уйланып). Уныһы улай ҙа ул… тегенеһе тегеләй шул… Саҡырылмаған ҡунаҡ кемдән дә яман тиҙәр әле?.. Төн уртаһында Ҡазан ханы Сафагәрәй юлығып ишек ҡаҡты, атайыңды тәмле йоҡоһонан уятты. Сөйөмбикә. Ҡазан ханы?! Ни бысағыма йөрөй тағы? Һылыубикә. Беләһең бит ҡазандарҙы: ҡотороноп бер-береһенең боғаҙын сәйнәү, хан артынан хан , яңыртыу менән шөғөлләнәләр. Атайың әйтеүенсә, үҙҙәренең ҡулынан буҡлы йүкә лә килмәгәнләктән, Мәскәүҙең күҙенә тилмереп ҡарап, Василий кенәздең аяғына баш ороп, урыҫ ҡулынан , яңы хан ялбаралар. Иҫеңдәме, әле генә, бит, шул уҡ Мәскәү килтереп суҡайтҡан Ғәбделлатиф ханды ҡыуып ебәреп, ҡырымлы ошо Сафагәрәйҙе тәхеткә ултыртҡайнылар, инде уны ла, әрләп-хурлап, килгән тарафыңа олаҡ, тип быраҡтырғандар. Меҫкен Сафагәрәй кейәү, ҡатындарын, яҡындарын оҙон ылауға тейәп, бында килеп йығылған… ханлығын кире ҡайтарырға ғәскәр һораптыр инде. Сөйөмбикә. Тамам теңкәгә тейҙе бит инде ошо ғауғалы Ҡазан татарҙары… Әле урыҫ менән уҫмаҡлаша, әле үҙ-ара ҡырҡыша. Былтыр ҙа, шул ханға ярҙамға барабыҙ, тип, Йәнсура батыр балтырына уҡ ҡаҙалдыртып ҡайтты, ә күптәре Ҡазандың Ар ҡырында ятып ҡалды. Әммә-ләкин ҡәҙеребеҙҙе белмәнеләр һәм белмәйҙәр — ауыҙ асҡан һайын, башҡорт тип әйтәһе урында нуғай тип түбәнһетәләр… Башҡорт һөйәген онтаусы тирмәнгә әүерелде был Ҡазан. Һылыубикә. Тәүбә-тәүбә, атайың ишетеп ҡуймаһын, бәпесем. Әле һаман, Ҡазанға ярҙамға йөҙ егерме мең яу бирергә яйым бар, тип ҡаны ҡыҙышып йөрөй, ҡарыулашһаң, һеркәһе һыу күтәрмәй… Исмәғил олатайың ғына ауыҙлыҡлап тотмаһа… Сөйөмбикә. Ҡазанды яратмайым, Исмәғил олатайым яҡлы мин. Һылыубикә. Ҡазан да үҙебеҙҙеке, башҡорттоҡо. Заманында Туҡтамыш хан олатайыңдың мәшһүр улы Оло Мөхәммәт баш ҡала итеп ҡорған, беренсе ханы булған ер. Сөйөмбикә. Ә ни өсөн Туҡтамыш хан олатайым була ул? Йеҙекәй бабамдың ҡан дошманы лаһа… Һылыубикә. Эй бәпесем, был донъяның этлектәрен белмәйһең шул әле һин… Минең Меңле ырыуы ҡыҙы икәнем мәғлүм бит үҙеңә. Ә Үҫәргән башҡорто Туҡҡужаның улы Туҡтамыш хандың әсәһе, бит, тап беҙҙең Меңле ырыуынан, тап беҙҙең үк тоҡомдан… Йәғни Ҡазан хандары ла асылында үҙебеҙҙең башҡорт тоҡомо улар… Сөйөмбикә. Ә Ҡырым ҡарғаһы Сафагәрәй хан? Һылыубикә. Төптән үк уйлай китһәң, ул да башҡорт затынан булып сыға шул, бәпесем. Нәҡ олатаң Туҡтамыш хандан килгән нәҫел. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы татар ханын соҡоп ҡараһаң да, төбөндә башҡорт ята. Сөйөмбикә. Ы-ы-ы… аҙмыш башҡорттар! Бөтәһе лә беҙгә яу. Һылыубикә. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡтан аҙып та китәләр шул…
Страница 1 из 4 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[27 ноября 2008] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}