Йыһат Солтанов
Бабич ҡулъяҙмаһы
Бабич әҫәрҙәренең дә, шағирҙың үҙе һымаҡ уҡ, фажиғәле һәм ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булғанлығы билдәле. Шуға күрә байтаҡ ҡына шиғырҙары, үкенескә ҡаршы, ҡасандыр кемдәрҙер ҡайҙалыр боҙоп йә ботарлап баҫтыртҡанынса, хаталы килеш әлегәсә китаптан китапҡа күсенеп йөрөүен дауамлай; хатта киң билдәле “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитаб”ы ла, “үҙгәртеп ҡороу” заманаһы арҡаһында мәжбүри сонторлоғонан ҡотҡарылып, ниһәйәт, тарихыбыҙҙа икенсе ҡабат тулы килеш донъяға сығарылһа ла, баяғы бәғзе бер кәмселектәрҙән арына алманы әле. Шуға күрә бынан биш-алты йыл элек шул әҫәрҙең Бабичыбыҙ үҙе иҫән сағында һәм күҙе алдында уҡ листовка итеп ташҡабаҫтыртып таратылған төп нөсхәһен архивтан табып алып, күрер күҙлеләргә көҙгө булһын тип, нисек бар — шулай (башҡорт теленең көнсығыш һөйләшендә) гәзитебеҙ “Башҡортостан”да сығартҡайным, әммә… зыялы бер әфәндебеҙҙең: “Б…та соҡсонаһың!” — тип битәрләүенән ғәйрене ишеткәнем булманы. Сөнки шул мин башҡарған эш — төп нөсхәләген китаптарҙағы тексҡа сағыштырып ҡарау һәм рыяларын “аулау” уйы һис берәүҙең башына килмәгәйнее, буғай… Дөрөҫ, бөйөк шағирыбыҙҙың утлы юлдарында түгелеп-сәселеп ҡалған ижад ынйыларын берәмтекләп йыйнауҙа һәм һаҡлап ҡалдырыуҙа бер нисә быуын ғалимдарыбыҙ, шағирҙарыбыҙ, бигерәк тә хәҙерге заманда Рауил Бикбаев уҙаман, күп эшләне һәм эшләй. Әммә был эшкә махсус шарт тыуҙырылмай тороп, баяғы “күсенеп йөрөүсе” етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп булмаясаҡ. Бының өсөн, атап әйткәндә, Шәйхзада Бабич әҫәрҙәренең барлыҡ мәғлүм текстарын ҡағыҙҙары туҙып бөтмәҫтәре элек ғилми йәһәттән энә күҙәүенән үткәреп, академик баҫмаһын әҙерләп сығарыу үтә зарур. Әле килеп изге эшкә иғәнә өҫтәлә торһон тип, бөйөк шағирыбыҙҙың йәнә бер ҡулъяҙма ҡомартҡыһына иғтибар иттертмәксемен: игелек ҡыл да һыуға һал — халыҡ белер, халыҡ белмәһә — Балыҡ белер, тиҙәр бит. Йәғни, эсәр һыуы менән ҡуша эсенә йота тороп та, шуны ла белмәһә халыҡ, һыу аҫтындағы балыҡ — донъя тотҡаһы (тәүдиндәге Тотан-Хоҙайыбыҙ) үҙе белер, игелегең елгә осмаҫ, йәнәһе… Игелек, тигәндән, бынан һикһән ике йыл әүәл бөйөк шағирыбыҙ ҡулы сыбарлаған мөҡәддәс ҡағыҙҙарҙы, юҡҡа сығыу яҙмышынан йолоп алып, бынан алтмыш дүрт йыл элгәребеҙҙең өсөн бүләк итеп биреп ҡалдырған бер игелекленең аңлатмаһын уҡыйыҡ. “Ошоноң менән, — тип яҙа ул уҙаман, — Ш. Бабичтың үҙ ҡулы менән 1918 йыл 2 июндә яҙылған “ Башҡортостан” һәм “Ҡан шәүләләре” тигән ике яҙмаһын ебәрәм. Был шиғырҙар быға тиклем дә матбуғатта яҙылып сыҡты булһа кәрәк. Ҡиммәте шунда: быларҙың үҙ ҡулы менән яҙылыуында. Был ике шиғырҙы ул 1918 йыл ниндәйҙер сәбәп менән үтеп барышлай хәҙерге Баймаҡ төбәге Таулыҡай ауылы Вәлиулла Шоңҡаров тигән мулланың төрлө иҫтәлектәр яҙа торған бер “мәжмүғә”һенә (о бщая тетрадь) яҙып киткән. Шунан ҡырҡып алынды. 1917 йыл Октябрь революцияһы булғас та (8/XII — 1917) сыҡҡан шул ваҡыттағы газеталарҙабаҫылғанын (“Истиҡбал шиғыры. Оло Башҡортостан ҡоролтайына килгән вәкилдәргә”) үҙ ваҡытында ҡыҙыҡһынып күсереп алғанмын. Быны ла ебәрәм. Баймаҡ төбәге, Таулыҡай ауылы башланғыс мәктәп уҡытыусыһы Абзаҡов Исмәғил һәм Абзаҡов Әхмәт. 1/I —1936 йыл. P.S. Был шиғыр (“Истиҡбал”. — Й.С.) Октябрь революцияһынан һуң Ырымбурҙа ҡоролтайға йыйналыусыларға арнап яҙылған ине. Шул йылда Ырымбурҙа сыға торған “Башҡорт” газетаһында баҫылып, шунан күсерелгән. Баймаҡ төбәге, Таулыҡай ауылы: Абзаҡов. 1/I — 1936”. Ҡиммәтле ҡулъяҙма башындағы өҫкө мөйөшкә: “Был яҙма мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзаҙа Бабичтың үҙ ҡулы менән яҙылған бер шиғыры булыр. 14/III — 34 й.” — тип аңлатып, “А Б…” ҡултамғаһы ла ҡуйылған. Был дата, тимәк, ҡомартҡы-ҡағыҙҙың мөхтәрәм Вәлиулла Шоңҡаров дәфтәренән ҡырҡып алыныу ваҡыты. Әйткәндәй, ошо ике шиғырҙың береһенең — милләтебеҙҙең ул саҡтағы программаһы һәм гимны булырҙай мәшһүр “Башҡортостан” әҫәренең — ҡасан, ҡайҙан, кемдән алыныуы билдәһеҙ ҡалған фотокүсермәһе Рәсәй Фәндәр академияһы фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивында ятһа ла, уға ҡарап ҡына ҡулъяҙманың үҙенең яҙмышын һәм шуға бәйле Бабич биографияһы мәғлүмәттәрен (өҫтә килтерелде) асыҡлау мөмкин түгел ине; был табыш иһә шул бушлыҡты тултыра һәм ике шиғыр тексының хәҙерге баҫмаларҙағы бәғзе бер етешһеҙлектәрен (яңылыштырылған йәки алмаштырылған һүҙҙәр, һүҙҙәрҙәге мәғәнәүи хәрефтәр, тыныш билдәләре һ.б.) кәметеүгә форсат бирә. Әйтәйек, “Башҡортостан” шиғыры хәҙерге баҫмаларыбыҙҙа авторҙың үҙ ҡулъяҙмаһындағы “Ҡаһарман ғәскәрҙәребеҙгә бүләк” тигән арнауҙан һәм:Башҡортостан, нурбостан —Сөнбөлөстан, гөлбостан,Шунда тыуған, шунда үҫкән —Башҡорт
атлы арыҫлан! —тигән, ә 1918 йыл авторҙың үҙ ҡатнашлығында айырым бит — листовка булып баҫылып сыҡҡан тексындағы һәм шул йылғы “Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар” китабындағы:Башҡортостан — гөлбостан,Сөнбөлбостан, нурбостан… —тип бер аҙ үҙгәртелгән шул беренсе строфаны бөтөнләй юҡҡа сығарып (ә Татарстандыҡылар быны һаҡлаған!), икенсеһенән башлап ебәреү сәбәпле, шиғырҙы уҡый башлағас та ундағы “арыҫландар”ҙың кемдәр улар — тәбиғи арыҫландармы, әллә кешеләрме икәнлеге шунда уҡ аңлашылмай. Ә бит автор баяғы юғалтылған строфа менән баштан уҡ уларҙың аслан башҡорт халҡы икәнлеген ауыҙ тултырып әйткәйне…Әлегәсә йөрөп-ятҡан текстарҙың төрлөлөгөнә ҡарата ла иҫкәртәйек: һуңғы варианттағы “Ҡыуан аңлап, әй Ватан”, — тип башланмыш аҙаҡҡы строфа был ҡулъяҙмала юҡ (һуңғараҡ өҫтәлгәндер); ә унан алдағы: “Уралҡайҙың аҫты алтын”, — тип башланғаны иһә баяғы бит-листовкаға кермәгән (бәлки, биткә һыйышмау сәбәпле ҡыҫҡартылғандыр). Ғөмүмән, ҡулъяҙма һәм баҫма текстарҙы сағыштырып тикшереү емешле буласағын иҫтә тотоп, күпселек уҡыусыларыбыҙ өсөн ауыр тойолған ғәрәп хәрефле ҡулъяҙманы хәҙергегә әйләндереп бирәйек (баҫмаларҙа төрлөсә йөрөгән урындар әүеш (курсив) хәрефтәр менән айырыла):БашҡортостанБашҡортостан, нурбостан — сөнбөлөстан, гөлбостан,Шунда тыуған, шунда үҫкән — башҡорт атлы арыҫлан! Арыҫландар үҙ ерен залимдарҙан таптатмаҫ, Таптайым тип атлаһа — башҡорт ҡаны атлатмаҫ,Ил өҫтөнә сапҡан яу — башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,Бысраҡ табан аҫтында — башҡорт намыҫы ятмаҫ!Башҡортостан — нурбостан, сөнбөлөстан, гөлбостан,Шунда тыуған, шунда үҫкән — башҡорт тигән арыҫлан!Башҡортостан баҡсаһы — арыҫландар торған ер,Арыҫландар бабаһы — ҡаһармандар йөрөгән ер,Ҡаһармандар кәүҙәһен — ҡосаҡлаған, күмгән ер,Хәләл ҡандар шәүләһен — күккә тәрсим ҡылған ер!Башҡортостан — нурбостан, былбылстан, гөлбостан,Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт улы арыҫлан!..Башҡорт халҡы тарихта — ғәйрәт менән фаш булған,Киң иреккә ашҡынған — рухындағы ташҡындан;Һәр ваҡытта намыҫын — үҙ башына баш ҡылған…Тыуған илен һаҡларға — үҙе булған таш ҡурған.Башҡортостан — гөлбостан, сөнбөлөстан, нурбостан,Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан!Көслө намыҫ, ташҡын йән — торҙо, тағы ҡалҡынды;Тағы башҡорт халҡына — иҫке ялҡын балҡыны;Мең йәһәннәм тыуҙырыр — бер башҡорттоң ялҡыны!!.Миллион ожмах яра(л)тыр — бер Уралдың алтыны!!.Башҡортостан………………………………………………………………………………………………………………………………………………Уралҡайҙың аҫты алтын — өҫтө шиғыр, үҙе нур,Киләсәктә был ергә — Хоҙай үҙе ҡыҙығыр!Фирҙәүестәр төҙөлөр — әлүән ниғмәт теҙелер…Күкте ташлап мәләктәр — был ерҙәрҙә гиҙенер!Башҡортостан…………………………………………………………………………………………………………………………………………..Шәйхзада.Июнь — 2. 1918. Был дата, моғайын, шиғырҙың тыуыу көнөлөр — беренсе башлап шул дәфтәргә яҙылғандыр ҙа һуңынаныраҡ ике тапҡыр баҫмаға әҙерләү барышында тексҡа артабан билдәле яңы строфалар, һүҙҙәр ҙә өҫтәлгәндер, ҡайһы урындар саҡ ҡына үҙгәртелгәндер. Әммә мәшһүр “Башҡортостан” шиғырының тәү башлап аватор үҙ ҡулы менән датаһын билдәләгән баяғы көндә — 1918 йылдың 2 июнендә (иҫке стиль) хәҙерге Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында Вәлиулла мулла Шоңҡаров йортонда яҙылыуына шикләнмәйем. Быға ышаныслы дәлил – шул йылда (8 июлдән һуң Башҡорт Хөкүмәте Силәбенән Ырымбурға ҡайтҡас) Ырымбурҙа донъя күргән “Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар” китабындағы тексҡа Таулыҡай нөсхәһендә булмаған “Ҡыуан аңлап, әй Ватан…” тип башланмыш һуңғы строфаның өҫтәлеүе. Күренеп тора: шағир әҫәр өҫтөндә артабан эшләгән дә китапҡа баяғы һуңғы өлөштө өҫтәп кереткән. Был хәл, әлбиттә, тәүге Таулыҡай тексын яҙыуҙан һуңғараҡ булған.Яңы стиль менән 1918 йылдың 11 мартында Ырымбур большевиктары тарафынан ҡулға алынған шағир, апрелдең өсөнән дүртенә ҡаршы төндә ҡаһарман Әмир Ҡарамышев әтрәте килеп төрмә ишектәрен ҡайырып асҡас, шуларға ылығып, Үҫәргән ерҙәре аша Баймаҡ төбәгенә олаҡҡан һәм баяғы Таулыҡай ауылындағы Вәлиулла мулла Шоңҡаров йортонда күпмелер ваҡыт йәшәп алған, ҡайһы бер шиғырҙарын да шуларҙа ижад иткән булһа кәрәк. Бабичтың был ҡасыу маршрутын асыҡлағанда шуны иҫтә тотоу мөһим: Ырымбурҙағы уның иң яҡын дуҫы – Һаҡмар буйындағы Рәдүт ауылынан сыҡҡан шағир Төхфәт Сенәкәй (Рәдүди). Бабич, бәлки, тәүҙә дуҫының шул Рәдүт ауылында боҫоп, артабан Һаҡмар аръяғындағы татар Һарыҡташы ауылы – урыҫ ҡасабаһы Спасское аша (быныһы бик шикле) киткәндер; йә булмаһа (быныһы ышаныслы), Һаҡмарҙы Эйек Тамағы (Воздвиженка) тәңгәлендә, йә булмаһа үрҙәрәк Сәнкем-Биктимер ауылы тәң
гәлендә кисеп, дуҫы Төхфәт Сенәкәй мәҙрәсәлә уҡып сыҡҡан һәм үҙенең яҡшы танышы – Башҡорт Хөкүмәтенең иң беренсе финанс бүлек мөдире Фатих мулла Дәүләтшин йәшәгән башҡорт ауылы Сәнкем-Биктимер һәм Зәйнулла мулла Ишдәүләтов ауылы Юлдаш аша Ҡаҫмартты үрләп барып Йылайыр юлынан Таулыҡайға еткәндер…“Ҡан шәүләләре” ҡулъяҙмаһының аҙағында авторыбыҙҙың үҙенсәлекле имза-ҡултамғаһын да күрәбеҙ — китаптарына биҙәк итеп ҡуйырлыҡ. Шунан аҫтараҡ ҡунаҡсыл ғаилә ағзаларының береһенең ифрат мөһим өндәмәһе яҙылған: “Йәшәһен Шәйхзада Бабич — йәшәһен башҡорт халыҡ эше өсөн өмөтөн арытмаусы!” Тимәк, большевиктар тарафынан милли хөкүмәтебеҙ тар-мар ҡылынған һәм күптәр өмөтһөҙлөккә төшкән аяныслы шул осорҙа ла Башҡортостаныбыҙҙың ҡабат аяҡҡа баҫырына Бабичтың өмөтө ҙур булған. Ябай халыҡ тарафынан үҙенә ҡарата әйтелгән ошо ихлас, ялҡынлы һүҙҙәр бөйөк шағирыбыҙ күңеленә һеңеп ҡалып, артабан әлеге шиғырына:Башҡортостан йәшәһен,Сөнбөлөстан йәшәһен!Шунда тыуған, шунда үҫкәнАрыҫландар йәшәһен! —тигән дөрләүек юлдарҙы өҫтәргә этәргес булғандыр, бәлки, тип уйларға ла урын бар… Төпләмәһенән киҫеп алып ебәрелгән был дәфтәр битендә саҡ ҡына аҫтараҡ йәнә яҙыу — киләсәктә бында (шул дәфтәр битендә) ядкәр мөһөрләйәсәк тилбер йәндәр киҫәтелә: “Тамғаһын ғарузға (ғаруз — шиғыр үсәүе тураһындағы белем — метрика. — Й.С.) төҙөгән шиғыр. Ҡулың менән ядкәр яҙып, Бабич ҡулын боҙмаһаң ине, тип, — Әхмәр Шоңҡаров”, — Вәлиулла мулланың улылыр, моғайын…
21.11.2000.
|