Мәғлүм булыуынса, 24 – 26 февралдә Сибай ҡалаһында йәш прозаиктарҙың республика семинары үтте. Унда беҙҙең райондан «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Гөлдәр Әхмәҙишина ла ҡатнашты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан ойошторолған бындай ҙур сара хаҡында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Гөлдәр Ғәлиевна, семинарҙа кемдәрҙең ҡулъяҙмалары ҡаралды һәм уларға кемдәр баһа бирҙе? – Сибайҙан Рәмилә Торомтаеваның, Рүзидә Үтәшеваның, Әбйәлил районынан Мәҙинә Йәғәфәрованың, Учалынан Әнисә Янбаеваның, Өфөнән Нияз Алсынбаевтың, Рәсүл Сәғитовтың, Гөлнара Мостафинаның һәм Баймаҡ районынан минең ҡулъяҙмалар тикшерелде. Беҙҙең ижад эштәре буйынса Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев етәкселегендә бер төркөм әҙиптәр – Әмир Әминев, Таңсулпан Ғарипова, Ринат Камал, Сабир Шәрипов, Хәйҙәр Тапаҡов, тәнҡитсе Зәки Әлибаев фекер алышты. Һигеҙ йәш прозаиктың дүртәүһе сығышы менән Баймаҡ районынан булды. Улар: Йомаштан – Нияз Алсынбаев (ул хатта интернаттағы һабаҡташым), Билалдан – Гөлнара Мостафина, Үрге Иҙристән – Рәмилә Торомтаева һәм Сосновка ауылынан – мин. Семинар барышында был хаҡта әйткәйнем, «Баймаҡтар, тип түш ҡағаһығыҙмы?» – тип шаярттылар. – Һеҙ семинарға ниндәй эштәрегеҙҙе тәҡдим иткәйнегеҙ һәм улар ниндәй баһа алды? – Минең «Илаһи моң» («Шоңҡар» журналында баҫылды), «Уралиә» повестары, «Ер ҡорто» («Шоңҡар»ҙа сыҡты), «Һағыш» («Йәшлек»тә донъя күрҙе), «Бауыр ите» хикәйәләрем ҡаралды. Ҡулъяҙмаларҙы тикшереүсе әҙиптәр йәш прозаиктарҙың һәр әҫәренә ентекле анализ яһаны. Тәҡдимдәр ҙә, тәнҡит һүҙҙәре лә булды. Миңә ҡалһа, биш маҡтау һүҙенән бер тәнҡит ҡиммәтерәк. Үҙемә ҡарата: «Бигерәк дөрөҫ яҙаһың», – тинеләр. Тимәк, киләсәктә диалект һүҙҙәргә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. – Кемдәрҙең ижад емештәре китапҡа тәҡдим ителде? – Нияз Алсынбаевтың, Рәсүл Сәғитовтың әҫәрҙәрен айырым китап итеп сығарырға тәҡдим иттеләр. Ижадҡа килеүенә ике йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, ҡәләме үткер Рәмилә Торомтаева – семинарҙың табышы, тип табылды һәм әҫәрҙәре «Йәштәр тауышы» серияһында сығасаҡ. Рәсүл Сәғитовты Яҙыусылар союзына алырға тәҡдим иттеләр. Гөлнара Мостафина йәш прозаиктар түңәрәген булдырып, йышыраҡ осрашып, бер-беребеҙҙең әҫәрҙәрен тикшереп торайыҡ, тигән тәҡдим индерҙе. Быны ихлас хупланыҡ. ОЛО ӘҘИПТӘР ҠУЛЪЯҘМАЛАРЫМДЫ АЙЫРЫМ КИТАПҠА ТӘҠДИМ ИТЕП, МИНЕҢ ИЖАДЫМА ЮҒАРЫ БАҺА БИРҘЕЛӘР. МИН БЫНЫ КӨТМӘГӘЙНЕМ, СӨНКИ ҮҘЕМДЕ ҠӘЛӘМ ТИРБӘТЕҮСЕ ГЕНӘ, ТИП ҺАНАЙ ИНЕМ. БЫЛ – МИНЕҢ ГЕНӘ УҢЫШЫМ ТҮГЕЛ: АРҠА ТЕРӘРЛЕК ҺӘМ МИНЕ АҢЛАҒАН ҒАИЛӘМ, ЯҘЫШЫУ ӨСӨН ЫҢҒАЙ АТМОСФЕРА БУЛДЫРҒАН КОЛЛЕКТИВЫМ БАР. МӘКТӘБЕМӘ ҠЫУАНЫП БАРАМ, СӨНКИ ЭШЕМДЕ, БАЛАЛАРҘЫ БИК ЯРАТАМ, УЛАРҘАН ИЛҺАМ АЛАМ. – СЕМИНАРҘАН НИНДӘЙ ТӘЬҪОРАТТАР МЕНӘН ҠАЙТТЫҒЫҘ? – Күберәк эҙләнергә, уҡырға, бигерәк тә классиктар ижадына иғтибар итергә кәрәк, тигән уйҙар менән ҡайттым. Бындай фекер алышыу, оло әҙиптәрҙең кәңәштәрен тыңлау, бер нисә көн буйы бер ҡаҙанда ҡайнау миңә күп нәмә бирҙе.ТАҢСУЛПАН ҒАРИПОВА: «ҺИНӘН РОМАН ЯҘЫУСЫ СЫҒАСАҠ, ТИП КҮҘАЛЛАЙЫМ», – ТИП МИҢӘ ҘУР ЫШАНЫС БЕЛДЕРҘЕ. ӘЛЕ КҮҢЕЛЕМДӘ ЯҘЫП БӨТӨЛГӘН ӘҪӘРҘӘРЕМ БАР. ЯҢЫРАҠ БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНА АРНАЛҒАН «БАШАЙ» ДРАМАҺЫН ЯҘЫП БӨТТӨМ. УНЫ МӘКТӘБЕБЕҘ МЕНӘН СПЕКТАКЛЬ ИТЕП ҠУЯСАҠБЫҘ. РОЛДӘР ТАРАТЫП БИРЕЛГӘН. – ҺЕҘ ӘҪӘРҘЕ НИСЕК ЯҘАҺЫҒЫҘ? – Мин, иң элек, әсәй, уҡытыусы, унан ғына яҙыусы. Әҫәрҙәрем тәүҙә күңелемдә яҙылып бөтә, әммә уны яҙыр алдынан иң элек тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрҙең осона сығырға тырышам, дәрестәремде әҙерләйем, шунан ғына ултырам. Әгәр бер генә сүп ятһа ла, тыныс күңел менән ултырып яҙыша алмайым. Ә яҙғанда мотлаҡ үҙемә генә ишетелерлек итеп ҡурай моңон ҡуям. Нисектер, шулай еңел яҙыла. Шул саҡта миңә илһам килә. Ә «Уралиә» повесын яҙып бөткәнсе Венер Камаловтың «Күңел айы» йырын ғына тыңланым. Күберәк төндә ижад итәм.– Үҙегеҙ хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине… – Мин районыбыҙҙың күркәм Бөрйән Йылға ауылында дүрт балалы ғаиләлә яңғыҙ ҡыҙ бала булып тыуғанмын. Шуға күрә күберәк ҡартәсәйем менән ҡартатайым тәрбиәһендә үҫтем. Башланғыс белемде ауылда алдым, артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыным. «Көҙ» исемле тәүге шиғырым 6-сы синыфта уҡығанда яҙылды һәм район гәзитендә баҫылды. Был мине ҡанатландырҙы. Ул саҡтағы «Башҡортостан пионеры»на (хәҙерге «Йәншишмә») мәҡәләләр яҙып ебәрә торғайным. «Октябрь байрағы» район гәзитендә эшләгән Гөллирә апай Исхакова беҙҙе районда, Сибай ҡалаһында үткәрелгән ижади сараларға йыш алып йөрөнө. Ул ваҡыттар иң матур, иң онотолмаҫ минуттар булып хәтеремдә уйылып ҡалған.Уҡытыусыларым мине филология юлын һайлар, тип өмөтләнгәндер, ә мин Баймаҡ һө
нәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерҙем. Шул саҡта уҡытыусыларымдың теләген үтәһәм, бәлки, прозаға иртәрәк тә килгән булыр инем. Тормошҡа сыҡҡас, һигеҙ йыл Үзбәкстан яҡтарында йәшәп алдыҡ. Унда мин мамыҡ йыйырға өйрәндем. «Уралиә» исемле повесымда Үзбәкстанда йәшәгән яҡташтарымдың тормошон сағылдырырға тырыштым.Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, беҙҙе Сосновка ауылына эшкә ебәрҙеләр. Бында тәүҙә балалар баҡсаһында эшләнем, хәҙер 18 йыл башланғыс синыфтарҙы уҡытам. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын ситтән тамамланым. Тормош иптәшем Кәрим Мирза улы рус теленән белем бирә. Өс ҡыҙыбыҙ, бер улыбыҙ бар. Бөтәһенә лә юғары белем бирергә тырыштыҡ. Тормошобоҙ сәскәһе булып Тимур һәм Риана исемле ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҫә. – Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Семинарҙан алған рухи күтәренкелек артабан да ҙур-ҙур әҫәрҙәр ижад итергә этәргес булһын!Врезка:Уҡытыусы… Бөтә һөнәрҙәрҙең дә әсәһе ул. Юҡҡа ғына илебеҙ Хөкүмәте тарафынан быйылғы йыл уҡытыусыларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыу йылы булараҡ иғлан ителмәгәндер. Педагогтарҙың милләт киләсәген тәрбиәләү кеүек оло бурысы үҙе сикһеҙ ихтирамға лайыҡ. Ә инде яҙыусы-уҡытыусы был бурысты икеләтә яуаплылыҡ менән йөкмәп алға атлай. Уның һөҙөмтәһен тик Ваҡыт ғали йәнәптәре генә билдәләй. Тик әле уға икеләтә иғтибар күрһәтәйек, Ижад тигән усаҡта дөрләргә мөмкинлек кенә бирәйек!
Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.