Новости » Культура | ||
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!.. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде Үҙең күр ҙә үҙең бел инде… Алыҫ-алыҫ йондоҙ — Һиңә ул ҡыҙ, Төшөңдә лә осоп етмәҫһең. Төшөңдә лә көнләр кешең барҙа, Төш күрергә баҙнат итмәҫһең. Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең, Кисерәһең үҙең эсеңдән!.. Бер йылмайып ҡарауы ла уның Оло бер туй яһай хисеңдә! Оло бер туй!.. Ләкин был туйҙың бит Һин кейәүе түгел — ҡунағы… Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[11 октября 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}