Новости » Культура | ||
Сәскә йыйғанда Тал-сыбыҡтай һомғол буй-һыныңды, Күҙҙәреңдең зәңгәр ялҡынын — Нисек күрмәҫкә һуң күҙем булып! Әйтсе, һылыу, етмәй аҡылым! Юҡ, бәхет тә һинән һорамайым, Юҡ, наҙлау ҙа һинән көтмәйем. Үҙем наҙлап, үҙем һөйөр инем, Юҡ, быға ла баҙнат итмәйем. Тик һоҡланғым килә оҙаҡ-оҙаҡ, Ситтән генә һине күҙәтеп: Ниндәй килешә һиңә сәскә йыйыу, Эйелеүең сәскә өҙәм тип!.. Һин үҙең дә умырзая мәллә Умырзая тулы аҡланда? Юк, өҙөргә минең ҡулым бармай,
Кит, күңелем, кит һин, һоҡлан да!..
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[11 октября 2010] | Просмотров: 166 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}