Новости » Культура | ||
Как на башкирском языке написать «С новым годом»? С новым годом — Яңы йыл менән!
На башкирском языке: — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — Ҡәҙерле дүҫтар!Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, саф мөхәббәт теләйбеҙ. Ҡотлау менән беҙ. На русском языке: — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — Дорогие друзья!Поздравляем вас с наступающим Новым годом! Желаем здоровья, большого счастья, успехов в работе, любви!С поздравлением мы. — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — — Туй көнө менән! С днем свадьбы!Ҡайһы арала үҫеп еттегеҙ һуң?Һеҙме һуң был? Ышанмай күңел…Туй көнөгөҙ, улым, ҡотло булһын,Өйләнеү ул – уйын эш түгел. Шуға, улым, һин беренсе көндәнХужа итеп той ҙа үзеңде,Атайыңдан үрнәк алып раҫлаҒаиләлә һәр бер һүзеңде.Балаларың булһын һау-сәләмәт,Мал-мөлкәтең булһын, алтының.Был бит – минең ирем тиеп,балҡып,Ғорурланып торһон ҡатының.Шулай итеп матур йәшәһәгеҙ,Беҙ ҙә бик һөйөнөп йәшәрбеҙ.Ҡатыныңа килен тип түгел,Ҡыҙым тиеп һөйөп йәшәрбеҙ.Бөгөн һеҙҙең бик тә иҫтәлеклеҺәм бәхетле ҡыҙыл туйығыҙ.Көмөш, алтын, яҡут туйларғаса,Бергә булһа ине уйығыҙ. Юлдар кеүек оҙон ғүмер һеҙгә,Ҡайғы еле бер ҙә теймәһен.Заман ҡоралдары ситләп үтһен,Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.Йөҙләрҙә йылмайыу янһын,Табынға йыр ҡуй, әйҙә.Бөтөн яҡтан теләк яуһын,Килен менән кейәүгә.Бик тә еңел йөрөшөгөҙ,Бик пар килгән буйығыҙ.Гөрләп үтһен тормошоғоҙ,Гөрләгәндәй туйығыҙ.Һеҙҙең өҫтәлдә һәр вакытҺый-хөрмәт тулып торһон.Һыйлағыҙ дуҫты яратып,Дуҫтар гел килеп торһон.Таҫма телдәр менән һеҙгәДошмандар һыйынмаһын.Яҡты нур һүнмәһен йөҙҙә,Мәхәббәт һыуынмаһын.Пар балдаҡтар балҡышынанКүҙҙәребеҙ сағыла,Һеҙ бөгөн – иң гүзәл парСәскәләр ҡосағында!Йылдар уҙһын бәхеттә,Таҙалыҡта-һаулыҡта,Шатлыҡта, мәхәббәттә,Иминлектә, муллыҡта!Ҡотлайбыҙ һеҙҙе ысын күңелебеҙҙән иң бәхетле көнөгөҙ менән!Һеҙгә алдағы көнөгөҙҙә аҡ бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, тигеҙ, тыныс тормош, саф мәхәббәт теләйбеҙ.Оло юлға һеҙ сығаһығыҙ бөгөн,Бергә ҡушып ике йөрәкте.Юл алдынан әйтәйек һеҙгәЫсын күңелдән изге теләкте.Беҙ теләйбеҙ һеҙгәАйырылмаһын тормош юлығыҙ.Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡтаАлдашмағыҙ, зирәк булығыҙ!Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,Ғашиҡ парҙар булғаныһығыҙ.Сәсте сәскә бәйләшергәВәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.Һөйөшөп кенә йәшәгеҙ,Тигеҙ ғүмер итегеҙ!Беҙҙән һеҙгә изге теләк:Бергә типһен һеҙҙең йөрәк.Түрә булһын түрегеҙҙә –Мәхәббәт бер-берегеҙҙә.Тәбрик итәм ҡауышыу көнөгөҙ менән,Бер-берегеҙгә яҡын булығыҙ.Оҙон ғүмер, һүнмәҫ бәхет менәнЯңы тормош ҡороғоҙ.Алда һеҙҙе бәхет ҡаршы алһын,Ғүмер юлын тигеҙ үтегеҙ.Бер-берегеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп кенәТигеҙ матур тормош итегеҙ.**********************************Йәй көнөндә һеҙҙең туйҙарығыҙ,Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайбыҙ!Туйҙарығыҙҙы бергә үткәрепҺеҙгә атап йырҙар йырлайбыҙ.Аҡ бәхеттәр һеҙгә юлдаш булһын,Күтәренке булһын күңелегеҙ,Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар менән Үтһен ине бөтөн ғүмерегеҙ.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[19 декабря 2011] | Просмотров: 5553 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}