Новости » Политика | ||
Бөгөнгө осорҙа башҡорт йәмәғәтселеге көрсөк кисерә. Быға тиклем башҡорт йәмәғәт хәрәкәтен Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы көйләй ине. Ләкин быйылҙы 16-19 июль ваҡиғаларынан һуң Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының абруйы ныҡ төштө. Шул ваҡиғанан һуң ҡайһы бер башҡорт ойошмалары Ҡоролтай рәйесенең алмаштырыуын талап итә башланы. Был ваҡиғалар оло ғауғаға әйләнеп китте, хатта. Уларҙың фекеренсә, ошолай артабан да барһа, оҙаҡламай Башҡортостан иле лә Рәссәй картаһынан юғалыр.Бында ниндйҙер дөрөҫлөк барҙыр. Ләкин, ниңә беҙҙең йәмәгәтселеккә бөтә ғәйепте ошо структуранан эҙләргә? Бәлки, икенсе Юл эҙләргә кәрәктер.Бер уйлаҙанда, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы бойондороҡло структура. Уны йәмәғәт ойошмаһы тип тә атап булмай, сөнки уның аппаратын республика власы финанслай. Шулай уҡ уны дәүләт власы тип тә атап булмай. Республика власы ундай осраҡта шунда уҡ :оролтайҙың рәйесен алмаштыра ла ҡуя.Икенсенән, башҡорт халҡының мәсәләләре элеге ваҡытта күбәйҙе һәм уларҙың барыһын да Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы хәл итә алмай. Улай булғас ни эшләргә? 20-се быуаттың 90-сы йылдар башында бөтә башҡорт ойошмаларын үҙенең эргәһенә «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге ойоштора ине. Ошо һәр ҡалала , районда төҙөлгән башҡорт ойошмалары «Урал» үҙәгенең филиалдары булды. Уларҙы «Урал» үҙәге һәр ваҡыт йыйып, төрлө митингтар, ҡоролтайҙар, ултырыштар, пикеттар ойоштороп торҙо.Республика суверенитетына ҡурҡыныс янаһа, шунда уҡ Башҡортостандың төрлө төбәгенән өфөгә «Урал» үҙәгенең саҡырыуы буйынса килеп етә ине. Һуңынан әүүң йылда Беренсе бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы уҙғарылғас, башҡорт милли хәрәкәтен Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты көйләй башланы. ! ул башҡарма комитет һәр ҡала, районда үҙфилиалдарын төҙөнө. Уның рәйестәре итеп күп осраҡта власть органдарында эшләгән әһелдәрҙе ҡуйҙылар. ! элекке «Урал» үҙәге филиалдары изге эштәрен туҡратты. Ә ҡайһы бер ошо ойошмалар халыҡтан айырылды. Улар халыҡ, йәмәғәтселек алдында отчет та яһамай, йәғни икенсе һүҙ менән әйткәндә бюрократлашты. Башҡортостандың конъяк төбәгендә башҡорт ойошмаларынан «Юрматы» (Ишембай ҡалаһы һәм районы), Аҡбуҙат (Салауат ҡалаһы) берекмәләренең генә тауышы ишетелә. Ә бына «Тере шишмәләр» ( Күмертау ҡалаһы), «Көнгәк» (Мәләүез ҡалаһы) ойошмалары тарҡалды һәм улар Кире эмәкәрлектәрен тергеҙергә лә уәламайҙар. Ә урындағы халыҡ һәм йәмәғәтселек ошо осорҙа президент М.Ғ. Рахимовҡа ышанды. Улар милли кадрҙар мәсәләһен барыбер М. Рахимов хәл итер тип көттө. Ошо йылдың әҡ-әү июль ваҡиғалары президент М.Рахимовтың ысын йөҙөн асты. Бөтә халыҡ һәм йәмәғәтселек ниһайәт М. Рахимовтың һатлыҡ йән икәненә төшөндө. Шулай итеп республикала әлеге ваҡытта башҡорт халҡы бөтә яҡтан да отолдо. Бөтә ер, тәбиғи байлыҡтар, урмандар, предприятиялар Мортаза Рахимов тарафынан теләһә кемгә һатылды. Власть органдарында башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Башҡорттар компактлы булып йәшәгән райондарҙа, ҡалаларҙа власть урындағы кландар ҡулында. Уларҙың барыһын да М.Рахимов ҡуйып киткәйне, ә кланға тел, милләт кәрәкмәй.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[30 сентября 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}