Муса Йәлилдең тыуыуына 100 йыл |
Новости » Слово автору | |
Быйыл февраль айында татар халҡының бөйөк улы, Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың Ленин премияhы лауреаты шағир-патриот Муса Йәлилдең (Муса Мостафа улы Йәлилов) тыуыуына 100 йыл тулды. Был күренекле дата бөтә Россия йәмәғәтселеге тарафынан киң билдәләнә. Бөгөн беҙ ҙә ошо айҡанлы хәтер hәм ҡәҙер кисәhенә йыйылғанбыҙ. Муса Йәлилдең исеме илебеҙ тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уның тормошо, ижады hәм үлеме халҡыбыҙға, Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙең, Ватаныбыҙға бирелгәнлектең гүзәл өлгөhө булып тора. Айырыуса шағирҙың немец фашистарына әсирлеккә эләккәс тә, аяуhыҙ дошманға ҡаршы көрәште туҡтатмауы, халҡыбыҙҙың еңеүенә сикhеҙ ышаныуы hоҡланыу уята. Муса Йәлил 1906 йылдың 15 февралендә хәҙерге Ырымбур өлкәhе Шарлыҡ районы Мостафа ауылында донъяға килә. Был район беҙҙең республиканың Федоровка районы менән сикләшә hәм ошо сиктән Мостафа ауылы ла алыҫ түгел. Тимәк, шағирҙы ниндәйҙер кимәлдә беҙҙең яҡташ тип тә әйтә алабыҙҙыр… Муса Йәлил 10 йәшендә шиғырҙар яҙа башлай. Беренсе ижад емештәре үк тәрән фекерле булыуҙары менән айырылып тора. Әйтәйек, ун өс йәшлек сабый өсөн: Йәшә, әләм, йәшә, йәшә! Йәнебеҙ фиҙа hинең юлыңда, Тетрәт, әйҙә, илде, нурыңды сәс, Һин йәшәhәң, йәшәр илем дә, –тип әйтә алыу, ҡыҙыл байраҡтың көрәшергә әйҙәүсе символик образын тыуҙырыу ҙур ҡаҙаныш булып тора. 30-сы йылдарҙа, берҙән, илдәге төҙөлөштөң киң ҡолас алыуы, икенсенән, М.Йәлилдең үҙенең донъяны танып белеүе, эстетик йәhәттән үҫеүе, ВЛКСМ Үҙәк комитетында инструктор булып эшләүе, Ломоносов исемендәге дәүләт университетының әҙәбиәт факультетын тамамлауы, Мәскәүҙә гәзит-журнал редакцияларында, дәүләт консерваторияhы ҡаршыhындағы татар-башҡорт опера театры студияhында хеҙмәт итеүе уның ижади hәләтен hәм активлығын үҫтерә. Был осорҙа ул күп hанлы етлеккән әҫәрҙәр, шул иҫәптән «Йыhан», «Зәйнәп», «Директор hәм ҡояш», «Хат ташыусы» тигән поэмаларын, «Илдар», «Алтынсәс» тигән либреттоларын, «Арыш баҫыуында», «Әсә», «Мещанка» кеүек күп кенә шиғырҙарын яҙа. Шағир драма әҫәрҙәре ижад итеү өлкәhендә лә үҙ көсөн hынап ҡарай. Уның «Бибкәй ҡыҙ», «Ҡаҙ ҡанаты» тигән әҫәрҙәре Ҡазан, Өфө сәхнәләрендә ҡуйыла.
Муса Йәлилдең Бөйөк Ватан hуғышына тиклемге тормош юлын hәм әҫәрҙәрен иғтибар менән күҙҙән кисерhәң, бөтә булмышы, ынтылыштары йәhәтенән ул үҙен киләсәктәге ауыр hынауҙарға әҙерләгән hымаҡ тәьҫир ҡала. Беҙҙеңсә, уның ижадында юғарыла телгә алынған «Хат ташыусы» поэмаhы, «Алтынсәс», «Илдар» тигән либреттолары айырым урын алып тора. Уларҙа хеҙмәт пафосы, батырлыҡ, илеңә, халҡыңа тоғролоҡ идеялары ҡалҡыу итеп hүрәтләнә. «Алтын сәс» тә, мәҫәлән, Туғыҙаҡ-ана образы көслө ихтыяры менән күңелдә тәрән эҙ ҡалдыра. Дошмандар нисек кенә язаламаhын, ил инәhенең рухын hындыра алмай.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}