Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Муса Йәлилдең тыуыуына 100 йыл

Новости » Слово автору
Быйыл февраль айында татар халҡының бөйөк улы, Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың Ленин премияhы лауреаты шағир-патриот Муса Йәлилдең (Муса Мостафа улы Йәлилов) тыуыуына 100 йыл тулды. Был күренекле дата бөтә Россия йәмәғәтселеге тарафынан киң билдәләнә. Бөгөн беҙ ҙә ошо айҡанлы хәтер hәм ҡәҙер кисәhенә йыйылғанбыҙ.
Муса Йәлилдең исеме илебеҙ тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уның тормошо, ижады hәм үлеме халҡыбыҙға, Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙең, Ватаныбыҙға бирелгәнлектең гүзәл өлгөhө булып тора. Айырыуса шағирҙың немец фашистарына әсирлеккә эләккәс тә, аяуhыҙ дошманға ҡаршы көрәште туҡтатмауы, халҡыбыҙҙың еңеүенә сикhеҙ ышаныуы hоҡланыу уята.
Муса Йәлил 1906 йылдың 15 февралендә хәҙерге Ырымбур өлкәhе Шарлыҡ районы Мостафа ауылында донъяға килә. Был район беҙҙең республиканың Федоровка районы менән сикләшә hәм ошо сиктән Мостафа ауылы ла алыҫ түгел. Тимәк, шағирҙы ниндәйҙер кимәлдә беҙҙең яҡташ тип тә әйтә алабыҙҙыр...
Муса Йәлил 10 йәшендә шиғырҙар яҙа башлай. Беренсе ижад емештәре үк тәрән фекерле булыуҙары менән айырылып тора. Әйтәйек, ун өс йәшлек сабый өсөн:

Йәшә, әләм, йәшә, йәшә!
Йәнебеҙ фиҙа hинең юлыңда,
Тетрәт, әйҙә, илде, нурыңды сәс,
Һин йәшәhәң, йәшәр илем дә, –
тип әйтә алыу, ҡыҙыл байраҡтың көрәшергә әйҙәүсе символик образын тыуҙырыу ҙур ҡаҙаныш булып тора.
30-сы йылдарҙа, берҙән, илдәге төҙөлөштөң киң ҡолас алыуы, икенсенән, М.Йәлилдең үҙенең донъяны танып белеүе, эстетик йәhәттән үҫеүе, ВЛКСМ Үҙәк комитетында инструктор булып эшләүе, Ломоносов исемендәге дәүләт университетының әҙәбиәт факультетын тамамлауы, Мәскәүҙә гәзит-журнал редакцияларында, дәүләт консерваторияhы ҡаршыhындағы татар-башҡорт опера театры студияhында хеҙмәт итеүе уның ижади hәләтен hәм активлығын үҫтерә. Был осорҙа ул күп hанлы етлеккән әҫәрҙәр, шул иҫәптән «Йыhан», «Зәйнәп», «Директор hәм ҡояш», «Хат ташыусы» тигән поэмаларын, «Илдар», «Алтынсәс» тигән либреттоларын, «Арыш баҫыуында», «Әсә», «Мещанка» кеүек күп кенә шиғырҙарын яҙа.
Шағир драма әҫәрҙәре ижад итеү өлкәhендә лә үҙ көсөн hынап ҡарай. Уның «Бибкәй ҡыҙ», «Ҡаҙ ҡанаты» тигән әҫәрҙәре Ҡазан, Өфө сәхнәләрендә ҡуйыла.
Муса Йәлилдең Бөйөк Ватан hуғышына тиклемге тормош юлын hәм әҫәрҙәрен иғтибар менән күҙҙән кисерhәң, бөтә булмышы, ынтылыштары йәhәтенән ул үҙен киләсәктәге ауыр hынауҙарға әҙерләгән hымаҡ тәьҫир ҡала. Беҙҙеңсә, уның ижадында юғарыла телгә алынған «Хат ташыусы» поэмаhы, «Алтынсәс», «Илдар» тигән либреттолары айырым урын алып тора. Уларҙа хеҙмәт пафосы, батырлыҡ, илеңә, халҡыңа тоғролоҡ идеялары ҡалҡыу итеп hүрәтләнә. «Алтын сәс» тә, мәҫәлән, Туғыҙаҡ-ана образы көслө ихтыяры менән күңелдә тәрән эҙ ҡалдыра. Дошмандар нисек кенә язаламаhын, ил инәhенең рухын hындыра алмай.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 февраля 2011] | Просмотров: 171 Опубликовал: admika Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Миҙгелемдә миҙгел йәшәне лә
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .