Новости » Слово автору | ||
Роберт МиңнуллинМинең һине яратаһым киләЙәш саҡтағы кеүек, тилереп,Һәм йөрөйһөм килә иҫәрләнеп,Бер күрергә һине тилмереп.Минең һине яратаһым киләАшығып һәм шашып-шашынып.Һинһеҙ уҙған көндәр-төндәр өсөн,Йәшлек уҙған өсөн әсенеп.Минең һине иркәләгем киләАйырылмай татлы тәнеңдән.Иҫерәһем килә ҡосағындаКүҙ йәшеңдең әсе тәменән.Иңдәреңә ҡунған миңдәреңдеБерәм-берәм килә үбәһем,Мине буйһындырған буй-һыныңдыХистәр ташҡынына күмәһем.Минең һине һағынаһым килә,Һине генә көтөп йәшәргә.Көтөлмәгән бындай ҡайнар хистәрСәйерерәктер минең йәштәрҙә…Минең һине яратаһым киләЙәш саҡтан да нығыраҡ, хислерәк,Һәм дәртлерәк, һәм дә ғәйрәтлерәк…Етер миндә ундай көс, теләк.Мин яңынан һиңә ғашиҡ булдым!Һай, әйләнә ғашиҡ баштарым.Мин башымды тамам юйҙым буғай…
Әллә ниҙәр яҙа башланым.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 февраля 2011] | Просмотров: 261 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}