Иң теүәл теүәлһеҙлек » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Слово автору | ||
| Зөлфәт Аңлатаһың һин донъяны Теп-теүәл теҙеп-теҙеп. Ә мин әйтәмен өҙөп — Ҡайнап торған тереклектә Теүәллек — теүәлһеҙлек Иң ҡотһоҙ күңелһеҙлек! Теүәл күктә теүәл болот Гел теп-теүәл ағылһа, Ғашиҡ егет һөйгәненә Гел теп-теүәл ҡағылһа? Теүәл генә тыуып кеше, Теп-теүәл генә үлһә? Теүәл елгә теүәл тирәк Гел теп-теүәл бөгөлһә? Теүәл таңдар һәр ваҡытта Гел бер төҫлө ҡабынһа? Яңылыш абынаһы кеше Теүәл генә абынһа? Боҙолаһы һауалар ҙа Теүәл генә боҙолһа? Тулап уҙаһы йәшлектәр Теп-теүәл генә уҙһа? «Донъя теүәл, теп-теүәл!» — тип Һөйләшһәк теҙеп-теҙеп! — Улай булһа, булыр ине Иблиси ғәҙелһеҙлек! Һәм һиңә әйтәм өҙөп: Серле, тере йәшәйештә Һинеңсә теп-теүәллектәр Булыр ине был донъяла! Иң теүәл теүәлһеҙлек!
2002
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [22 февраля 2011] | Просмотров: 376 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0