Иғлан » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости
«Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы, Күгәрсен районының студенттар берлеге 18 декабрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе яҡташтар осрашыуын үткәрә. Унда беренсе курс студенттарын тәбрикләү, билдәле шәхестәрҙең сығыштары, йыр-моң һәм йәштәр өсөн дискотека буласаҡ. Осрашыу киске сәғәт биштә башлана.***Ейәнсура районында тыуып үҫеп, Өфөлә ғүмер итеүсе үҫәргәндәр изге традицияны быйыл да һаҡларға булды – күңелле сара 20 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында кис­ке сәғәт биштә үтәсәк.

Танылған режиссер, «Яҡташ­тар ойошмаһы» рәйесе Салауат Итбаев белдереүенсә, бы­йылғы осрашыу күренекле сәйәсмән, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Сөләймән Мырҙа­булатовҡа арнап уҙғарыласаҡ. Кисәлә яҙыусы һәм ғалим­дарҙың сығышы көтөлә, ул йыр-бейеү менән үрелеп барасаҡ.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[17 декабря 2009] | Просмотров: 182 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0