Новости » Культура | ||
Мәктәп сәхнәһе өсөн инсценировкаҠатнашалар:Ҡыш бабай.Ҡарһылыу.Яңы йыл – Маймыл.Иҫке йыл – Кәзә.1-се бала.2-се бала.3-сө бала.Төрлө йәнлек, ҡоштар, хайуандар битлектәре кейгән уҡыусылар йыйылған. Араларында, әлбиттә, башында Йыл хужаһы тажы балҡыған Кәзә лә бар. Байрамса биҙәлгән зал уртаһында ҡупшы шыршы тора.1-се бала.Йәшел шыршы-ҡупшыҡай,Саҡырып алдыҡ һине.Энәлекәй-һылыуҡай,Бергә уйнайыҡ инде.2-се бала.Яңы йыл килде беҙгә,Ҡунаҡ булайыҡ бергә.Әйләнәйек тирәләп,Йырҙар йырлап бергәләп.3-сө бала.Хуш еҫле ҡупшы шыршы,Һинең байрамың бөгөн.Һаҡаллы бабай килерКүтәреп тәмле йөгөн.Шул саҡ көлгән, йырлаған тауыштар ишетелә. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу килеп инә.Ҡыш бабай.Һаумыһығыҙ, шат балалар!Һаумыһығыҙ, шаяндар!Ҡарһылыу.Әҙәбиәт һөйөүселәр:Шағирҙар, шағирәләр!Әкиәтсе, бейеүселәр,Тапҡыр һүҙле сәсәндәр!Балалар.Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!Көрәк һаҡаллы бабай!Һаумы, һаумы, Ҡарһылыу!Төклө аяғыңдан атла,Ҡар ҡыҙы – ап-аҡ һылыу!Күңелле көй яңғырай. Йырлайҙар, бейейҙәр, вальс әйләнәләр.Кәзә. Эй, шыршыҡай-ҡупшыҡай! Һинең менән хушлашырға ла ваҡыт етте. Мине кем алыштырыр?Ҡарһылыу. Мин дә белмәйем. Ҡыш бабай, моғайын, һеҙ беләһегеҙҙер?Ҡыш бабай.Бергә-бергә Яңы йылдыАлып килермен, тигәйнем.Ҡыңғыраулы пар аттарғаУлтырып килер, тигәйнем…Ҡарһылыу.Әллә инде ул бөтөнләйСит тарафтарҙан киләме?Күккә ашҡан УралтауҙыИшетеп кенә беләме?Кәзә. Телефоныңдан интернет аша бәйләнешкә инеп булмаймы ни?Ҡыш бабай. Ҡарһылыу ҡыҙым ғына белмәһә?Ҡарһылыу. Тырышып ҡараным, олатай, әлегә яуап ала алманым.Кәзә. Мин бөтәһенән дә талантлыраҡ, егәрлерәк! Миңә алмаш юҡ. Эйеме, ҡунаҡтар? Йә, әйтегеҙ, «Ете кәзә бәрәсе» әкиәте кем тураһында? Әлбиттә, минең ғаиләм тураһында.Яңы йылдың ҡайҙалығынБелмәһәгеҙ, һеҙ, әгәр,Риза булһағыҙ, мәгәр,Аҡ ҡына бәрәскәйем,Һырғалы бәләкәсем,Булһын әйҙә Яңы йыл.Ҡыш бабай. Һинән дә аҡыллыраҡ ҡыҙым юҡ. Рәхмәт. Тик 2016 йылдың дилбегәһен хужаһына тотторһаҡ, яҡшы булыр ине…Кәзә. Минең игеҙәк бәпестәрем кеүек игеҙ Яңы йыл булһын! Әҙәбиәт йылы оҙағыраҡ барһын. Балаларға әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙарҙы күберәк уйлап сығарһындар.Ҡарһылыу. Йылбүләр бабай үпкәләр.Ҡыш бабай. Ҡарһылыу, Һайыҫҡан-почтальонға шылтыратайыҡ. Ул белмәйме икән?Ҡарһылыу. Кем номерын белә?Кәзә номерын әйтә.Ҡыш бабай. Вәт, Кәзә тиһәң дә Кәзә! Белмәгәнең юҡ! Һинең менән хушлашыуы ауыр. Буралар игенгә тулды, емеш-еләк уңды, күпме китаптар уҡылды.Ҡарһылыу. Алло! Алло! Һайыҫҡан ағай, һеҙме? Яңы йыл менән ҡотлайым! 2016 йылға кем хужа икән? Сер, тиһегеҙме? Сәғәт ун икегә киләм, тип телеграмма һуҡҡанмы? Самолёт менәнме? Рәхмәт.Кәзә. Ҡыш бабай, балалар минең йылымда шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр уйлап сығарҙы. «Һөйөклө илем» исемле китап та баҫтырҙылар. Район үҙәгендә исем туйы булды. Өфөнән шағирәләр Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева, Таңһылыу Ҡарамышева, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова апайҙар ҡотланы, вәт!Ҡыш бабай.Ҡунаҡтар, һөйләгеҙ һеҙ ҙә,Тыңлайым һәр берегеҙҙе.Ҡотлармын һәләтлеләрҙе,Аҡыллы, егәрлеләрҙе.Балалар алмашлап йыл буйы үҙҙәре башҡарған файҙалы эштәре, уҡыуҙағы уңыштары, төрлө конкурстар, спорт ярыштарында еңеүҙәре хаҡында һөйләй. Әлбиттә, иң алдынғыларҙың исемдәре лә аталып кителә. Ошонда Әҙәбиәт йылы айҡанлы үткәрелгән саралар хаҡында ла әйтеп үтәләр.Ҡарһылыу. Шундай тырыш, аҡыллы, һәләтле, өлгөр булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, дуҫтар!Талғын ғына тантаналы көй яңғырай. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларға бүләктәр тарата. Бөтәһе лә рәхмәт әйтә.Кәзә. Әйҙә, тағы телефондан интернет аша бәйләнешкә инеп ҡарайыҡ (кеҫә телефонынан һандар йыя башлай).Шул саҡ башына ҙур ҡалпаҡ, аяғына туфли, ҡара колготки, ҡыҫҡа итәк, күҙлек кейгән, муйынына «2016» тип яҙылған медальон таҡҡан, ҡулына кинокамера тотҡан ят йәнлек килеп инә.Маймыл. Һаумыһығыҙ! Яңы йыл менән! Ҡайҙа кокослы пальма, банан, манго?Балалар. Кокос, банан, манго емештәрен һатып алабыҙ. Беҙҙә улар үҫмәй.Маймыл. Оһо! Һеҙҙә ер өҫтө ап-аҡ шәкәр менән ҡапланған. Илемдә шәкәр ҡамышы ашайым (бөтәһе лә күңелле итеп көлә).Балалар. Шәкәр түгел, ҡар. Зинһар, ашай күрмә. Һыуыҡ тейҙерерһең.Маймыл. Илле градус эҫегә, илле градус һыуыҡҡа ла бирешмәйем. Спорт менән дуҫмын. Акробатмын.Балалар. Һеҙ кем ул?Маймыл. Был бит мин – Яңы йыл! Йыл хужаһы – Маймыл! Кинорежиссёр! Самолёттан илегеҙҙе күҙәтеп килдем. Зәңгәр күҙле күлдәр, боронғо Уралтау, Шүлгәнташ мәмерйәһе, таҫмалай йылғалар… Иҫ китмәле… Әкиәттәр, мауыҡтырғыс мультфильмдар, тыуған яҡ биҙәктәре… Йыл буйына мин һеҙҙең менән! Уңыштар һеҙгә! Ҡотло килһен Яңы йыл! Кино сәнғәтен үҫтереү – минең иңемә һалынған эш!Бөтәһе лә ғәжәпләнеүҙән, шатланыуҙан ҡул саба башлай. «Ура! Яңы йыл килде!», «Ху ш киләһең, Яңы йыл!» тигән тауыштар яңғырай. Кәзә башындағы йыл тажын уға кейҙерә. Икәүләшеп фотоға төшәләр. Яңы йыл башланыуын белдереп, стенала сәғәт һуға башлай, дәртле матур көй яңғырай.Балалар. Ҡайҙан килдегеҙ?Маймыл. Көньяҡ Америка ҡитғаһындағы Бразилия иленән. Минең менән Яңы йылды нисек ҡаршылайһығыҙ, йыл буйы шулай йәшәрһегеҙ. Егәрлеләр, һәләтлеләр, тырыштар миңә юлдаш булһын! Маэстро! Ламбада! (Башлап үҙе бейей. Башҡалар ҡушыла).Ҡыш бабай.Рәхмәт, һиңә,Маймыл ҡыҙым,Беҙ һине юғалтҡайныҡ.Ҡарһылыу.Яңы йылһыҙ ҡалабыҙ, типЮҡһынып, ҡайғырғайныҡ.Маймыл. Кәзәнән киләһе йылға эстафетаны алырға өлгөрҙөм.1-се бала.Башҡортостан –тыуған илем,Урал иле – төйәгем.Ирәндектең ҡурайынаТыпырлатып бейейем.Маймыл. Ҡурай?! Нимә ул?2-се бала. Ҡураймы? Үлән. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы.Маймыл. Үлән, тиһегеҙме? Йә, уйнап ишеттерегеҙ әле.3-сө бала. Әйҙә, башҡортса бейейек! (Дәртле ҡурай моңо яңғырай, бейейҙәр).Маймыл. Йәшәһен Башҡортостан – Бразилия дуҫлығы!Ҡарһылыу.Шатлыҡ килһен һәр өйгә,Ҡояш һәр саҡ балҡыһын,Кешеләргә һинән барыМатур иҫтәлек ҡалһын!Ҡыш бабай. Яңы йыл ҡотло булһын!Бөтәһе бергә.Яңы йыл тыныс килһен,Илгә бәхет килтерһен!Матур, дәртле көй көсәйә, байрамға йыйылғандар төрлө уйындар уйнай, күңел аса. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Йыл хужаһы – Маймыл күстәнәс тарата. Зөһрә ЙӘҒӘФӘРОВА-БӘШӘРОВА.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 ноября 2016] | Просмотров: 237 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}