Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Рәдиф Ғаташҡа — шағирға, уҡытыусыма Беҙ өмөтлө инек ул йылдарҙа… Яндым, ғашиҡ булдым, һаташтым Беҙҙең аҙашҡан тын, ҡара яҡта Шиғырҙарын тыңлап Ғаташтың. Әйтте хәлфә: ҡара түгел был яҡ, Ошонда бит телдең ояһы — Ҡара булмай теле бай төбәк Һеҙҙең ҡай бер һүҙҙәр Ҡазандарҙың Ун һүҙенән хатта көслөрәк! Аҡһаҡал да ине беҙҙең хәлфә Һәм егет тә — ҡыҙҙар һөйҙө ул — Һеҙҙең өсөн Рәдиф Ғаташ булһа, Беҙҙең өсөн хәлфә ине ул — Төнөн әйбәт шиғыр яҙа алһа, Хәлфә түгел, хәтфә ине ул! …Һуңынан күпме үткәндәрҙе кистек! — Кемдәр — ҡайҙа? Донъя ни хәлдә? Һин әйткәнсә, бөйөк идеалдар Одеалға ҡалды бит, хәлфә! Урәзмәттең аҡ буранлы төнө… Кем йоҡоһоҙ йөрөй төн ҡата: — Тороғоҙ! Тор! Йоҡлар саҡмы ни?! — тип, Шағир беҙҙе кереп уята. Уята ла… Мөслим түрендәге Аҙашҡан бер төнгө ауылда Ҡар дауылы тулай шиғыр булып, Әүерелә шиғыр дауылға. Бар ине бит беҙҙең йәндә өмөт! Алда гел яҙ һымаҡ тойолдо — Нимәгә һуң өҙөлдөләр юлдар, Ҡаршыбыҙҙа упҡын убылды. Ҡайҙа ғына барып сыҡтыҡ, хәлфәм, Инде ҡайҙа барайыҡ, илдәштәр? Беҙ бараһы юлдар юҡҡа сыҡты — Юл өҙөгө беҙҙең был йәшәү. Беҙ өмөтһөҙ, ҡара осорға керҙек — Тулай буран, ләкин аҡ түгел! Инде үҙем үрһәләнәм бөгөн: — Тороғоҙ, тор! Йоҡлар саҡ түгел! Әйт, мөғәллим — ҡайҙа осто осор? Ҡара ҡарҙар яуа күңелгә — Аҡһаҡал һәм егет була белгән Ысын ир етмәй буғай был илгә… Хәйер, ниңә шағирҙан яуап һорау? Былай ҙа бит һыҡрай пак күңел. …Уянығыҙ, әҙәм балалары! Тороғоҙ, тор! Йоҡлар саҡ түгел!
1991
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}