Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Хочешь сделать блог? Пожалуйста! » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 21.02.2020 1 min read
Новости, Наши сервисы
Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Һәҙиә” романын уҡығас тыуған уйҙар Көнләшеү насар ғәҙәт икәнен белһәк тә, бик һирәктәр генә был тойғонан азат. Күршенең тауығы ла һимеҙерәк, донъяһы ла именлерәк, мал-тыуары ишлерәк төҫлө. Бының менән төрлөсә көрәшергә мәмкин, һәм күп осраҡта был тойғо айырым бер шәхестең үҙен был донъялыҡта үҙ-үҙен табыу,тормошҡа ашырыу кимәле менән бәйле.Тауығын да һимертеп була, малды ла ишәйтеп була, ә бына ниндәйҙер талантҡа эйә булыу ул һәр кешелә төрлө кимәлдә. Быға миҫалдар күп килтерергә мөмкин. Кеше уңышына, данына көнләшеү ҙә киң таралған күренеш. Кешелек йәмғиәтендә ҡатламдар барлыҡҡа килеү менән, ул үҫеш алғандыр һәм бөгөнгәсә йәшәп килә һәм киҫкенләшә бара, минеңсә.Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Һәҙиә” романын уҡып сыҡҡас та, тәүге һығымталарым тап ошондай булды. Әҫәрҙә күтәрелгән талант, плагиатлыҡ темаһы яңы булмаһа ла, бик актуаль һәм заман талабына ярашлы,тип һанайым. Шуғалыр ҙа был роман әҙәби даирәлә лә, ябай уҡыусылар араһында ярайһы уҡ резонанс тыуҙырҙы. Автор яҡтыртҡан дәүер ҙә – шәхес культы, репрессиялар осоро – бөгөн бик ҙур ҡыҙыҡһыныу уята бит. Бер уҡып онотолған әҫәрҙәр була, ә ҡайһы берәүҙәр ҡабат-ҡабат үҙенә йәлеп итә. Кем нисек уйлайҙыр, әммә был роман күптән уҡып сығыуыма ҡарамаҫтан, әйләнә лә минең уйҙарымды һағалай. Әле был, әле теге геройҙы ҡылыҡһырлайым, яҙыусы әйтергә теләгән ниәтте төшөнөргә тырышам. Романдың идея-тематик йөкмәткеһелә миңә үҙ һәм яҡын.***Әҙәбиәт белемен өйрәнгәндә, әҫәрҙәге һәр герой үҙенә хас йөкмәткегә эйә,һәм төп йә ярҙамсы герой ролен үтәп, авторҙың идеяһын асыуҙа булышлыҡ итә, тип аңлаттылар беҙгә. Был йәһәттән иһә, романдағы геройҙарҙы мин өс типҡа бүлер инем. Беренсе төркөмдө — идеалистар, икенсеһен – реалистар, өсөнсөһөн – ошо ике йәшәү нигеҙен(принцибын тип әйтһәк тә була) ҡауыштырып маташыусылар тәшкил итә, минеңсә.Әҫәрҙә төп идеалист, әлбиттә, Әҙибә. Изгелек һәм яҡшылыҡ төшөнсәләрен йәшәү ҡануны, әхлаҡ нигеҙе иткән был шәхескә кешеләрҙең боҙоҡлоғон таныу бик ауыр бирелә.Һөйөклө ире, дуҫтары, хатта үҙе репрессия ҡорбанына әйләнһә лә, быны ниндәйҙер бер хата кеүегерәк ҡабул итә. Ғүмер аҙағынаса үҙ принциптарына һәм идеалдарына тоғро ҡала. Идеаль кешеләр булмай, тигән фекер хөкөм һөргән беҙҙең осорҙа ул бер илаһи зат ише. Ут яҡтыһына ынтылған гүзәл һәм бер ҡатлы күбәләктәй, ул һис кенә лә ҡанаттары өтөлөр тип уйламай… Сикһеҙ йәл дә ул, ҡыҙғаныс та. Ни эшләп, ни өсөн, нидәй гонаһтары өсөн был язалар?.. Ә бит төрмәлә ултырған сағында ла ул һынмай, үҙенең(аҙаҡ урланыр!) иң бөйөк әҫәрен ижад итә. Хоҙай үҙе белә, тибеҙ, һәр кемдең үҙ яҙмышы, тибеҙ. Тимәк, был һабаҡ. Идеалдарға ғына табыныу – һәләкәткә илтә, әммә шуның менән рух бөйөклөгө яулана. Бәхәсле, әммә хәҡиҡәт.1937-се йылғы репрессияларҙың сәбәптәре һәм эҙемтәләре әле бик оҙаҡ телдә булыр әле. Бар кешелек өсөн оло һабаҡ ул. Тик унан беҙ фәһем алдыҡ микән?Ҡатын-ҡыҙ образдарынан эсерка Марияның(уның менән Әҙибә төрмәлә таныша) фекерләүе иғтибарға лайыҡ. “Иртәме-һуңмы һәр бер революция үҙе тыуҙырған балаларҙы ашай башлай. был минең һүҙҙәрем түгел. Уны Бөйөк француз революцмяһының күренеклк эшмәкәре Жорж Дантон кисәге көрәштәштәре башын гильотинала киҫергә алып барғанда, 1974 йылда, әйткән.Революцияны буйһонмаҫ рухлылар яһай, ә власҡа, теләһә ниндәй власҡа(!),тыңлаусан һарыҡтар кәрәк, сөнки улар менән идара итеү уңайлы ”, ти ул Әҙибә менән бер әңгәмәһендә.————————————————————————————————Для того, чтобы создать блог достаточно зарегистрироваться и зайти в свой аккаунт!

http://www.bash-portal.ru/blog/

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[18 июля 2010] | Просмотров: 346 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлайбыҙ! — Ҡотлайбыҙ! — Башҡорт форумдары
Next: малсылык — Сәләмәтлек, матурлыҡ — Башҡорт форумдары

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025