Халыҡ яҡлаусылары затынан Кинйә абыҙ Арыҫлан батыр |
Новости » История | |
![]() мәғлүмәт аныҡ ҡына билдәле түгел – 1070 йылда тыуған булырға тейеш. Боронғо урыҫ йылъяҙмасыһы иң һуңғы билдәләүенсә, Бабсаҡ-Бонаҡ 1167 йылда Чернигов ҡалаһы (Киев Русе) янындағы ҡаты алышта ҡулына ҡорал тотҡан килеш башын һала. Йөҙйәшәр хан Дәште Ҡыпсаҡ халҡы – үҙ ырыуҙаштарының аҫаба ерҙәрен һәм мәнфәғәттәрен яҡлап, ысын Халыҡ Яҡлаусыһы булараҡ яу сабып һәләк була. Әлеге башҡорт Ҡыпсаҡтарының ғаилә риүәйәттәренән күренеүенсә, Дәште Ҡыпсаҡ – Половецтар Далаһы башлығы Бабсаҡ бей – Бонаҡ хандың мәете ырыуҙаштары тарафынан Днепр ярҙарынан алып ҡайтылып, боронғо башҡорттарҙың Изге урыны Шүлгәнташтан йыраҡ түгел урында оло хөрмәт менән ерләнә – Ҡыпсаҡтар шул рәүешле Бөйөк хандың һуңғы васыятын үтәй. Урындағы ҡарттарҙың риүәйәттәре буйынса, Бабсаҡ бей – Бонаҡ хандың ырыуҙаштары таш ҡәбер өҫтөнә ҡурған өйөр өсөн тупраҡты ул һәләк булған ерҙән биштәрҙәргә һалып алып ҡайта.Ҡыпсаҡтарҙың арҙаҡлы башлығының рәхмәтле һәм тоғро вариҫтары хәҙер инде ул ерләнгән урынды һәм уның тирә яғын ҡарап, тәртипкә килтереп тора. Кинйә Арыҫлан исемендәге Хәйриә фонды үҙ башлығының һуңғы төйәген семәрле суйын кәртә менән уратып алды. Ҡурған битләүендә, 1993 йылда урындағы Ҡыпсаҡтар ҡуйған иҫтәлекле таш менән йәнәш, мөһабәт мәрмәр монумент төҙөлдө.***Кинйә Арыҫландың тағы бер ныҡ танылған олаталарының береһе – шулай уҡ Ҡыпсаҡтар шәжәрәһендә билдәләп кителгән Бошман бей, йәки хан. Бабсаҡ бей – Бонаҡ хандың бер нисә быуын ейәне булған был легендар башлыҡты Дәште Ҡыпсаҡта – Половецтар Далаһында Бошман хан тип, ә шәрек тарихсылары трактаттарында Бачман әмир тип йөрөткәндәр. Башҡорт Ҡыпсаҡтары уны Бошман-Ҡыпсаҡ тип атаған. Ҡыпсаҡтарҙың был башлығы Сыңғыҙхандың Европаға баҫып алыу походтары барышында үҙ исемен һүнмәҫ-һүрелмәҫ данға күмә. Был хандың да тыуған йылы тураһында мәғлүмәт аныҡ ҡына билдәле түгел – 1210 йылда тыуған булырға тейеш. Шәрек тарихсыларының яҙмалары буйынса, уның ҡаһармандарса үлеү ваҡыты билдәле – 1236 йылдың яҙы. Монголдарҙың өсөнсө баҫҡыны осоронда, Дәште Ҡыпсаҡты, йәки Бөйөк Половецтар Далаһын, ҡоллоҡтан, ә үҙ ырыуҙаштарын, шулай уҡ күп кенә күрше халыҡтарҙы юҡ ителеүҙән һаҡлап ҡалыу ниәтенән Бошман-Ҡыпсаҡ 1236 йылдың яҙында үҙенә ярҙамға ашыҡҡан ике туған ағаһы Кәсер өкөлө (урысса – Качир-укулэ) менән бергә Волга буйында һәм Уралдың көньяғында монголдарға ҡаршы аяуһыҙ ихтилал күтәрә. Халыҡ Яҡлаусыһы Бошман-Ҡыпсаҡтың һуңғы көндәре һәм бөйөк Волга, йәғни Иҙел йылғаһы ярындағы ҡаһармандарса үлеме тураһында беренесе булып донъяға танытыусы билдәле фарсы тарихсыһы Әлә Әт-Дин Ата-Мәлик Джувейни (1226-1283) була. Ул был хаҡта «Донъяны баҫып алыу тарихы» («Тарих-и Джехангуша») китабында бәйән итә.Ҡыпсаҡтарҙың ғаилә риүәйәттәре буйынса, әсирлеккә алынған Бошман хан монголдарға хеҙмәт итеү тәҡдименә алмашҡа үҙенә ғүмер бүләк итеүҙәренән баш тарта. Яза ваҡытында монгол полководецы Менгухандың тубыҡланырға бойороуына ҡыйыу башлыҡ: «Һинең алдыңда теҙ сүгергә мин дөйә түгел! Дала бөркөтө осҡан килеш үлә!» – тип яуаплай, һәм Менгуның туғаны Бучекхан тарафынан аяҡ өҫтө торған килеш ҡылыс менән сабып үлтерелә…Үҙҙәренең ошо ҡаһарман олаталары хөрмәтенә Башҡорт иленең көньяғында Ҡарый Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә көн күргән Ҡыпсаҡтар үҙ олоҫона боронғо бабаларының исемен бирҙе. Башҡорт иленең Нуғай даругаһы Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫо старостаһы – ғүмерлек башлыҡ вазифаһына беренсе итеп ырыуҙаштары Кинйәнең атаһын – Аҡҡол (Аҡҡош) улы Арыҫланды һайлап ҡуя. Ул, боронғо шәжәрә мәғлүмәттәре буйынса, XVII быуаттың икенсе яртыһында – XVIII быуат башында башҡорт Ҡыпсаҡтарының ырыу ҡоро башлығы була (Арыҫлан тыуған һәм вафат булған йылдары тураһында мәғлүмәт юҡ). Танылған аҫаба башҡорт һәм эре тархан булараҡ, Арыҫлан ырыуҙаштары командаһы менән бергә йәш Пётр Беренсе батшаның Азов походында ҡатнаша, шундағы хәрби хеҙмәттәре һәм шәхси батырлығы өсөн «батыр» исеменә лайыҡ була. Поход йомғаҡтары буйынса, хәрби бурысын батырҙарса үтәгәне өсөн батша үҙ ҡулы менән уға почётлы Билдә тапшыра.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[1 июля 2013] | Просмотров: 5804 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Халыҡ яҡлаусылары затынан Кинйә абыҙ Арыҫлан батыр HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newshistory/4310-haly1185-ya1185lausylary-zatynan-kiny1241-aby1177-ary1195lan-batyr.html]Халыҡ яҡлаусылары затынан Кинйә абыҙ Арыҫлан батыр[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newshistory/4310-haly1185-ya1185lausylary-zatynan-kiny1241-aby1177-ary1195lan-batyr.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}